Табылды (рус. Табулда) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 306 кеше була[1]. Почта индексы — 453184, ОКАТО коды — 80248830003. ИФНС коды — 0268[2].

Табылды
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°17′41″ с. ш. 55°26′42″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 248 830 003

ОКТМО коды

80 648 430 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Табылды (Рәсәй)
Табылды
Табылды

Табылды ауылына нигеҙ XVIII быуат уртаһында Юрматы улусы старшинаһы булған Табылды Юлбирҙин (1755) тарафынан һалына. Ә Табылды үҙе — Юрматы улусы Аҙнай түбәһе старшинаһы Тәтегәс бейҙең бүләһе. V ревизия сараһында ауылдағы 36 ихатала — 233 кеше, VII рәүиз документтарында 14 ихатала 387 кеше йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәлә. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Табылдының хорунжий дәрәжәһенә эйә булған өлкән улы Зәйнәғәбдиндең Ҡулбай исемле улы һәм Әбделмән, Исмәғил, Ишем, Сөләймән исемле ейәндәре теркәлә. Шулай уҡ йорт яҫауылы булып торған икенсе улы Әбделвәлиҙең Байғаҙы исемле улы иҫәпкә инә. Өсөнсө улы Әбделхәлил була (балалары күрһәтелмәй). Иң кесе улы Әбдрәхим Табулдин указлы мулла була. Уның балалары — Ибраһим, Рафиҡ һәм Рахманғол[3][4].

Тәтегәс бей 1609 йылда Юрматы улусының башҡа түбәләре башлыҡтары Аҙнай, Ҡармыш һәм Илсек-Тимер менән бергә Рәсәй империяһы батшаһынан улустың аҫаба ерҙәренә һаҡлау грамотаһы ала[4].

Өфө наместниклығы картаһында 1786 йылда Табылды атамаһын йөрөткән ике ауыл күрһәтелә. Улар бер-береһенән ярайһы уҡ алыҫ ҡына урынлашҡан була. Табылды ауылында йәшәгән 370 кешегә 200 бот ужым ашлығы һәм 1808 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. 1815 йылда Табылды ауылы кешеләренең бер өлөшө, айырылып сығып, Ҡотлоюл утарын булдыра. Өс ихатала 55 кеше йәшәй, тип теркәлә. XIX быуаттың рәүиз документтарында түбәндәге мәғлүмәттәр бирелә: 1834 йылда — 83, 1850 йылда — 91, 1859 й. — 99 башҡорт[5]. Артабан утар ауыл булып китә һәм төп ауылдан беренсе булып утарға күсенеп ултырған Яныбай Ейәнғолов (1764 й. т.) исеме менән Яныбай тип йөрөтөлә. Уның ҡустылары Абдрахман менән Әлибайҙың уландары: Ҡырғыҙбай, Һибәтулла, Ғөбәйҙулла, Мөхәмәтулла. Яныбай Ейәнғолов та — Тәтегәс старшинаның бүләһе. Тимәк, Табылды менән Яныбай — нәҫел шәжәрәһенең өсөнсө быуыны[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 306 148 158 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы),
  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская),
  • Тау урамы (рус. улица Горная) [6].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Рәхимов Илһам Ринат улы (1970), театр артисы. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актёры, 2016 йылдан башҡорт драма театрының художество етәксеһе, 2018 йылдан театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002), «Театр яҙы» республика фестивале лауреаты (1997)[7].
  • Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (11 май 1952 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ жанры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)[8].[9]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. https://www.gosspravka.ru/02/000000.html
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. Юрматы.. — Уфа: Идель Пресс, 2017. — 152/С. 63 с. — 500 экз. экз.
  5. Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 191. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  6. https://www.gosspravka.ru/02/000000.html
  7. Стерлитамакское государственное театрально-концертное объединение. Официальный сайт. Башдрамтеатр / Артисты театра / ИЛЬХАМ РАХИМОВ  (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2020)
  8. Табылды // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.  (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2020)
  9. https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%AF%D1%85%D0%B8%D0%BD%D0%B0_%D3%98%D0%BD%D0%B8%D1%81%D3%99_%D0%90%D0%BB%D1%82%D1%8B%D0%BD%D1%82%D0%B8%D0%BC%D0%B5%D1%80_%D2%A1%D1%8B%D2%99%D1%8B

Һылтанмалар

үҙгәртергә