Билән
Билән (рус. Беля́нка) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 853 кеше булған[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804001.
Ауыл | |
Белянка башҡ. Билән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452586 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 54 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Незяпетровск): 33 км
Билән ауылы Ҡариҙел йылғаһы ҡушылдығы Билән йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 33 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәБилән ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, Билән ауылы XVIII быуаттың 80-се йылдары аҙағынан Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе биләмәһенә ингән[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1780 | Балаҡатай улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Билән ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Билән ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Билән ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Билән ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Билән ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Билән ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергәXIX быуаттың 1-се яртыһында, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2-се Башҡорт кантоны 5-се йорто составында булған. 2-се Башҡорт кантонына Билән ауылынан башҡа Ҡараҡай, Маҫҡары, Юлдаш (хәҙер Силәбе өлкәһендә), Араҡай, Әртә-Шиғыр, Өфө-Шиғыр [5], Үрмәкәй, Аҡбаш, Шәкүр (барыһы ла Свердловск өлкәһендә).
1811 йылда Билән ауылында 11 йортта 100 кеше, 1834 йылда — 15 йортта 166 кеше, 1859 йылда — 24 йортта 281 кеше йәшәгән.
1842 йылда 166 кешегә 84 сирек яҙғы иген сәселгән. Был төбәктә ужым ашлығы, картуф әлегә сәселмәгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йәйгеһен йәйләүгә сыҡҡандар. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында тирмән, тимерлек, земство мәктәбе, мәсет теркәлгән.
1869 йылда Билән ауылындағы 52 йортта 315 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, һал һәм кәмә яһау менән шөғөлләнгәндәр. Билән ауылы Бәләкәй Ҡошсо улусының административ үҙәге булған, бында улус идараһы, мәсет, мәктәп урынлашҡан булған[6].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергә1920 йылда Биләндә — 123 йортта 694 башҡорт йәшәгән.
Әлеге ваҡытта Билән ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто («Серҙәш» халыҡ фольклор ансамбле эшләй), китапхана бар[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБилән ауылында башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 803 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1279 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1372 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1012 | 462 | 550 | 45,7 % | 54,3 % |
2002 йыл 9 октябрь | 883 | 417 | 466 | 47,2 % | 52,8 % |
2010 йыл 14 октябрь | 853 | 404 | 449 | 47,4 % | 52,6 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Һунаршин Әүәл Хажи улы (1911—1995) — хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966), газ сәнәғәте отличнигы (1965).
- Шәмиғолов Марат Абдулла улы (1.08.1926—15.5.1981, Севастополь, Өфөлә ерләнгән) СССР тренеры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Спорт акробатикаһы буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), Бөтә Союз категориялы спорт судьяһы.[8][9][10][11]
- Ҡәҙербаев Фуат Моталип улы (18.08.1949), ғалим-тау инженеры, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог. 1985—2000 йылдарҙа Нефтекама быраулау идаралығы начальнигы, 2000—2019 йылдарҙа — Нефтекама нефть колледжы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1993). Нефтекаманың ике саҡырылыш (1984—1992) ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы (2004) нефтсеһе, Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2004). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013)[12].
Урамдары
үҙгәртергә- Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица)
- 1-се Күл урамы (рус. 1-я Озёрная (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Яр урамы (рус. Береговая (улица)
- 2-се Күл урамы (рус. 2-я Озёрная (улица)
- Совет урамы (рус. Советская (улица)
- Йәшлек урамы (рус. Молодёжная (улица)
- 3-сө Күл урамы (рус. 3-я Озёрная (улица)
- Совхоз урамы (рус. Совхозная (улица)[13]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Билән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 563. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Топонимы Свердловской области.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 563. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Билән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Билән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Н у р и д ж а н о в Э. С. Тренер Шамигулов // Башкирия спортивная. Уфа, 1971
- ↑ Энциклопедия Башкирии. Шамигулов Марат Абдуллович
- ↑ Марат Шамигулов — заслуженный тренер РСФСР
- ↑ Энциклопедия УГНТУ. Казырбаев Фуат Муталипович 2019 йыл 16 август архивланған. (рус.)
- ↑ Карта д. Белянка. Улица
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Билән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 май 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 563. — ISBN 978-5-295-04683-4. 563 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- журнал «Ватандаш». ИСТОРИЯ ПОСЕЛЕНИЙ БАШКИР СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ
- Энциклопедия Башкирии. Шамигулов Марат Абдуллович
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Балаҡатай районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |