Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы
Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (28 сентябрь 1951 йыл) — ғалим-химик. 1975 йылдан Органик химия институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2023).
Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 сентябрь 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Октябрьский, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | органик химия |
Эш урыны | Институт органической химии им. Н. Д. Зелинского РАН[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒүмәр Йосоп улы Ишморатов 1951 йылдың 28 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.
1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1975 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем Органик химия институтында эшләй, унда инженерҙан алып лаборотория мөдиренә тиклемге юл үтә (1995 йыл).
1983 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Бөжәктәр феромонының олигомер һәм соолигомер бутадиены нигеҙенгәндәге синтезы».
1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Бөжәктәр һәм ювеноидтар феромондары продукттарының органик синтезына һәм тәбиғәттәге берләшмәһе нигеҙләндәге синтезы».
1997 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
2008 йылдан БДУ-ла уҡыта.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2023 йылдың 26 ғинуарындағы Указы менән ғалим 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнде[1].
Фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни хеҙмәттәре бөжәктәрҙең органик синтез продукттарына һәм тәбиғәттәге берләшмәһенә нигеҙләнгән түбән молекуляр биорегуляторҙары синтезын һәм уларҙың препаратив формаларын булдырыуға йүнәлтелгән өлкәне өйрәнеүгә ҡоролған.
60-тан ашыу төр бөжәк, гидропрен һәм метопрен ювеноиды, бер нисә хитин биосинтезы ингибиторы феромондары синтезы алымдарын уйлап таба.
Ғүмәр Йосоп улы Ишморатов етәкселегендә умартасылыҡ өсөн бал биреүсе бал ҡорттарының синтетик метоболиттары нигеҙендә (бал ҡорттарының холҡон, йәшәү эшмәкәрлеген сәләмәтләндереү һәм көйләү) һәм ветеринария препараттары булдырыла.
Уның етәкселегендә 17 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Иген һәм уны эшкәртеү продукттары һәм бөжәктәр һәм яҡлап үҫеү һәм үҫеше регуляторы семиохемик клещи. Өфө, 2005 йыл (соавт.)
- Химия әүҙем оптически монотерпеноид. феромон бөжәк. М., 2012 (соавт.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2023).
- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)
- А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999 йыл өсөн, Г. А. Толстиков, А. В. Кучин менән берлектә) — «Алюминий органик синтезы» хеҙмәте өсөн.
Өҫтәлмә мәғлүмәт
үҙгәртергә- Ҡатыны — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28.09.1954), ғалим-химик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010)[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Президент России отметил государственными наградами заслуги ученых Башкирии. ИА «Башинформ», 6 февраля 2023 года (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2023)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2023)
- Профиль {{{2}}} РФА рәсми сайтында
- Сотрудники кафедры биоорганической химии (Башкирский государственный университет) . bashedu.ru. Дата обращения: 2016-7-30.
- Ишмуратов Гумер Юсупович . butlerov.com. Дата обращения: 2016-7-30.