«Тула прәниге» музейы
«Тула прәниге» — Туланың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәренең төрлөлөгөнә һәм прәник етештереүенә арналған музей.
«Тула прәниге» музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1996 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Тула |
Төп тема | тульский пряник[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Тульская область/Тула (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Октябрьская улица, 45 лит а1 |
«Тула прәниге» музейы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәМузей 1996 йылда ҡалала ҡорал һәм самауыр эшләүсе ағалы-энеле Лялиндарҙың элекке флигелендә урынлашҡан. Прәник цехы һәм магазин ошо уҡ бинала урынлашҡан.
Тасуирлама
үҙгәртергәМузей экспонаттары булып төрлө формалағы прәник таҡталары тора, уларҙың күбеһе электән билдәле кондитер Сериков, Гречихин, Белолипецкий, Козловтарҙыҡы булған, музейҙа шулай уҡ прәник ҡаптары, фотоһүрәттәр һәм тула прәникселәренең көнкүреш әйберҙәре һәм прәниктең үҙе, Рәсәйҙең иң бәләкәй һәм иң ҙур прәниге, ҡуйылған. Шулай уҡ музей экспонаттары прәник эшләүҙең боронғо традициялары тураһында һөйләй (мәҫәлән, мыҫҡаллы үлсәгес). Экспозицияла мөһим тарихи ваҡиға хөрмәтенә эшләнгән: юбилей хөрмәтенә, Куликово һуғышына, Иван Сусанин батырлығына, 1812 йылда ватан һуғышына, 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы геройҙарына, «Герой» прәник, «Варяг» крейсеры матростарына Николай II батшалыҡҡа ингән ваҡытта бүләккә етештерелгән прәниктәр ҡуйылған. Музей коллекцияларында шулай уҡ йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәре өсөн: фәрештә көнөнә, туйға һәм кешене ерләү һыйына — әҙерләнгән прәниктәр бар.
Бөтә экспонаттар ике бүлмәлә урынлашҡан. Музейҙа сәй эсеүҙәр үткәрелә, шулай уҡ туристарға яңы ғына бешерелгән прәниктәрҙән ауыҙ иттерелә һәм уларға шоколад миҙалдар бирелә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Музей на сайте ЗАО КФ «Старая Тула»
- Музей «Тульский пряник» 2008 йыл 2 март архивланған.
- ↑ Постановление главы администрации Тульской области № 71 от 11.12.1991