Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы

ғалим-химик

Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28 сентябрь 1954 йыл) — ғалим-химик. Химия фәндәре кандидаты, ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).

Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Бикмәт, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре кандидаты[d] һәм ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] (2007)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Наилә Мәүлитйән ҡыҙы Ишморатова (ҡыҙ фамилияһы Сафуанова) 1954 йылдың 28 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы[1] Бикмәт ауылында тыуған.

1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә, уны 1976 йылда уңышлы тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институтына эшкә ебәрелә.

1994 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһына тәғәйенләнә.

Наилә Мәүлитйән ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре бөжәктәрҙең түбән молекуляр биорегуляторҙарын (феромон һәм ювеноидтарын) синтезлауға, ауыл һәм урман хужалыҡтарында ҡулланыу өсөн уларҙың препаратив формаларын уйлап табыуға арналған.

Ғалим тарафынан шулай уҡ бал ҡортоноң синтетик юл менән алынған метаболиттары нигеҙендә умартасылыҡ һәм ветеринария өсөн препараттар сығарыуҙың фәнни йүнәлеше билдәләнә һәм үҫтерелә.

2007 йылда «ауыл хужалығы фәндәре докторы» дәрәжәһенә диссертация яҡлағандан һуң, төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Биологически активные препараты для пчеловодства и ветеринарии на основе синтетически полученных метаболитов медоносной пчелы (Apis mellifera L.) и методы их применения: автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора сельскохозяйственных наук: специальность 06.02.04 <Част. зоотехния, технология производства продуктов животноводства> / Ишмуратова Наиля Мавлетзяновна; Сибирский научно-исследовательский и проектно-технологический институт животноводства. - Новосибирск: 2006. - 48 с.; 21 см.
  • Монотерпеноиды в химии оптически активных феромонов насекомых. М, 2012 (соавтор).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә