Судаков Николай Александрович

Судаков Николай Александрович (28 сентябрь 1922 йыл — 28 ноябрь 2013 йыл) — ғалим-ветеринар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1968 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965 йылдан — клиник диагностикалау һәм терапия кафедраһы мөдире. Ветеринария фәндәре докторы (1960), профессор (1965).

Судаков Николай Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 28 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Череповец, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 28 ноябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө Ветеринария
Эш урыны К. И. Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринар медицинаһы һәм биотехнология университеты[d]
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Национальный университет биоресурсов и природопользования[d]
Уҡыу йорто К. И. Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринар медицинаһы һәм биотехнология университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ветеринария фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Мөхәррир-консультант, алты томлыҡ беренсе совет ветеринария энциклопедияһы авторҙашы. Ветеринария энциклопедик һүҙлегенең авторҙашы һәм мөхәррире (1981).

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Александрович Судаков 1922 йылдың 28 сентябрендә хәҙерге Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1940 йылда аттестатында тик яҡшы билдәләр менән Мәскәүҙең Ленинград районындағы 148-се урта мәктәпте тамамлай һәм Мәскәү архитектура институтына уҡырға инә.

Һуғыш башланыу менән бер төркөм комсомолецтар (ирекмәндәр) араһында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм 95-се уҡсылар полкына (Ефремов) алына; ике айҙан һуң демобилизациялана. 1941 йылдың көҙөнән Воронеж институтына уҡырға инә, йәй Мәскәүгә ҡайта. 1942 йылдың июлендә армия сафына алына, 1-се химик бригадала хеҙмәт итә, 1942 йылдың ноябренән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанға тиклем Мәскәүҙе һауа һөжүменән һаҡлау ғәскәрҙәрендә. 1945 йылдың көҙөндә демобилизациялана.

1948 йылда Мәскәү зооветеринария факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай, 1963 йылда институттың клиник диагностика кафедраһында уҡыта. Бер үк ваҡытта Мәскәү ипподромында ғилми консультант була (1952—1963); 1950 йылда ғилми хеҙмәткәрҙәр өсөн марксизм-ленинизм университетын тамамлай

1963 йылдың 1 сентябренән 1968 йылдың 19 сентябренә тиклем Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетында клиник диагностикалау һәм терапия кафедраһы профессоры, шул иҫәптән 1965 йылдан — кафедра мөдире. 1963 йылдан — «Советская энциклопедия» нәшриәтенең мөхәррир-консультанты.

1968—1988 йылдарҙа — Украина ауыл хужалығы академияһының клиник диагностикалау һәм терапия кафедраһы мөдире; был осорҙа кафедра Европа, Азия, Африка, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка илдәре өсөн белгестәр әҙерләп, халыҡ-ара танылыу ала[1]. Бер үк ваҡытта «Колос» нәшриәтенең рецензенты.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1951 йылда кандидатлыҡ[2], 1960 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2013 йылдың 28 ноябрендә Киевта вафат була һәм Байков зыяратында ерләнә.

Төп тикшеренеү йүнәлештәре

  • Хайуандарҙың микроэлемент етешһеҙлеге, микроэлементоздары

Микроэлемент етешһеҙлеге билдәләрен асыҡлай, эре мөгөҙлө малдарҙың микроэлемент етешһеҙлеген диагностикалау һәм профилактикалау буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.

Ветеринария өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәрҙе планлаштырыу буйынса Бөтә союз координация совтеы ағзаһы, СССР Министрҙар советында Юғары аттестация комиссияһы эксперты.

Өс доктор (шул иҫәптән С. А. Ивановский, Л. П. Окунец.[3]) һәм алты фән кандидаты (улар араһында — Н. Ю. Мусина, С. Ш. Сюсина, Ш. Р. Ҡадиров, Л. С. Новоструева, Г. И. Ивановская, З. А. Урманов[3]). 370-тән ашыу фәнни эштәр авторы, 5 монография, белешмәләр, 3 һүҙлек, 17 уҡыу-методик әсбаптар һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр әҙерләй. Немец телендә баҫылып сыҡҡан «Спорт аттары сире», дәреслекте яҙыуҙа ҡатнаша[1]. Мөхәррир-консультант, беренселәрҙән булып алты томлыҡ ветеринария совет энциклопедияһының авторҙашы. Ветеринария энциклопедияһы һүҙелегенң мөхәррире һәм авторҙашы (1981).

Һайланма хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Левченко В. І., Влізло В. В.[uk], Кондрахін І. П., Мельник Й. Л., Судаков М. О. Клінічна діагностика внутрішніх хвороб тварин : підручник для підгот. фахівців у аграрних вищих навч. закладах ІІІ-ІV рівнів акредитації з напряму 1305 «Ветеринарна медицина» (укр.) / ред. В. І. Левченко. — Біла Церква : Білоцерк. держ. аграрний ун-т, 2004. — 608 с.
  • Левченко В. І., Кондрахін І. П., Влізло В. В.[uk], Головаха В. І., Судаков М. О. Внутрішні хвороби тварин : підруч. для студ. ф-тів вет. медицини вищ. навч. аграр. закл. III—IV рівнів акредитації / за ред. В. І. Левченка. — Біла Церква : Білоцерк. нац. аграр. ун-т, 2012. — Ч. 1. — 527 с. — 3500 экз.
  • Левченко В. І., Судаков М. О., Мельник Й. Л., Чумаченко В. Ю., Кондрахін І. П. Клінічна діагностика хвороб тварин : підручник для викладачів і студ. фак. вет. мед. вищ. навч. с.-г. закладів III—IV рівнів акредитації (укр.) / ред. В. І. Левченко. — К. : Урожай, 1995. — 367 с.
  • Судаков Н. А. Изменение сердечно-сосудистой системы и некоторых биохимических показателей крови у лошадей в связи с телосложением и физической нагрузкой : Автореф. дис. … д-ра вет. наук. — М., 1959. — 23 с.
  • Судаков Н. А., Грачев А. Д., Береза В. И. и др. Справочник по патологии обмена веществ у животных / Под ред. Н. А. Судакова. — Киев: Урожай, 1984. — 240 с. — 10000 экз.
  • Судаков Н. А., Колесник В. Я., Береза В. И. Внутренние незаразные болезни сельскохозяйственных животных : Терапия и профилактика : [Учеб. пособие для с.-х. вузов по спец. «Ветеринария»] / Под ред. Н. А. Судакова. — Киев: Вища школа, 1983. — 191 с. — 8000 экз.
    • Судаков М. О., Береза В. І.; Погурський І. Г.; Нечваль В. М. Внутрішні незаразні хвороби сільськогосподарських тварин: Практикум : навч. посібник для вузів з підгот. мол. спеціалістів за спец. «Вет. медицина» (укр.) / ред. М. О. Судаков. — 2. вид., перероб. і доп. — К. : Вища шк., 1995. — 206 с.
  • Судаков М. О., Цвіліховський М. І., Береза В. І., Січкар В. С. Внутрішні незаразні хвороби тварин : підруч. для студ. аграр. вищ. закл. освіти І-ІІ рівнів акредитації та навч. посіб. для студ. аграр. вищ. закл. освіти ІІІ-ІV рівнів акредитації із спец. «Ветеринарна медицина» (укр.) / Ред. М. О. Судаков. — 2-ге вид., допов. — К. : Мета, 2002. — 350 с. — ISBN 966-7947-01-7.
  • Филатов П. В., Судаков Н. А., Беляев И. М. Практические занятия по клинической диагностике с рентгенологией : [Для вет. вузов и фак.]. — М.: Колос, 1964. — 200 с. — (Учебники и учебные пособия для высших сельскохозяйственных учебных заведений).

Наградалары

үҙгәртергә
  • Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһының 5 «Германияны Еңеү» иҫтәлекле миҙалы
  • Юғары белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн күкрәк билдәһе
  • Оҙайлы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ветеран миҙалы
  • Ветеринария медицинаһының ветеран-табип миҙалы
  • Ветеринария энциклопедияһы әҙәбиәтен әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашлығы өсөн «Советская энциклопедия» нәшриәте тарафынан һәм Ленин премияһы лауреаты академик А. М. Прохоров ҡул ҡуйған почет грамотаһы менән бүләкләнә
Элек эшләүсе:
М. Т. Скородумов
Терапия һәм клиник диагностикалау кафедраһы мөдире (ветеринария медицинаһы факультеты, Украина ауыл хужалығы академияһы)
1968—1988[1]
Алмашҡа килеүсе:
В. Е. Чумаченко

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Історія кафедри
  2. Изучение электрокардиограммы у лошадей в зависимости от состояния вегетативной иннервации сердца от возраста, конституции и физической нагрузки.
  3. 3,0 3,1 Наукова школа…

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Історія кафедри (укр.). Кафедра терапії і клінічної діагностики. Національний університет біоресурсів і природокористування України. Дата обращения 3 апреля 2017.
  • Наукова школа київських ветеринарних діагностів і терапевтів (укр.). Національний університет біоресурсів і природокористування України. Дата обращения 3 апреля 2017.