27 декабрь
көнө
(27 декабря битенән йүнәлтелде)
27 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 361-се көнө (кәбисә йылында 362-се). Йыл тамамланыуға 4 көн ҡала.
27 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ҡырғыҙстан: Паспорт-виза хеҙмәте көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡотҡарыусылар көнө.
- Эске эштәр министрлығының паспорт-виза хеҙмәте көнө.
- 1831: Чарльз Дарвин «Бигль» карабында сәйәхәткә сыға һәм уның барышында Эволюция теорияһын эшләй.
- 1931: Благовещен район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1932: СССР-ҙа берҙәм паспорт системаһы индерелә һәм эске эштәр органдарында паспорт-виза хеҙмәте ойошторола.
- 1949: Нидерланд Индонезияның бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1972: Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
- 1978: Испанияла яңы конституция үҙ көсөнә инә.
- 1989: Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (1900—2.04.1972), педагог, йәмәғәтсе. 1934—1955 йылдарҙа Өфө ҡалаһы мәктәптәре, шул иҫәптән 1937 йылдан 9-сы башҡорт урта интернат-мәктәбе уҡытыусыһы. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949). Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның бер туған апаһы.
- Моталова Эльвира Ғәзиз ҡыҙы (1960), ғалим-терапевт. 1984—1985 йылдарҙа Республика кардиология диспансеры, 1988 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы; 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан уҡытыу-методика идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2003 йылдан 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Ғалим-кардиолог һәм йәмәғәтсе Лира Минһажетдинованың ҡыҙы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәйруллин Илгиз Рәхимйән улы (1960), педагог, журналист, муниципаль хеҙмәткәр. 1983 йылдан «Сибайский рабочий» гәзитенең бүлек мөдире; 1986 йылдан Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Яңы Покровка мәктәбе һәм Сибай ҡалаһының 9-сы мәктәбе, 1989 йылдан — Сибай балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы; 1995 йылдан Сибай сәнғәт гмназияһы уҡытыусыһы һәм директоры; 1998 йылдан Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы (бүлеге) начальнигы; 2006—2016 йылдарҙа ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2022 йылдың ноябренән — Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бикбулатов Сөнәғәтулла Ниғмәтулла улы (1886—20.11.1954), телсе, педагог. 1929—1948 йылдарҙа Ҡазандың юғары уҡыу йорттарында йәмғиәт белеме, философия уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Балыҡлы ауылынан.
- Бикбулатова Ғәйни Ғәлиулла ҡыҙы (1906—15.07.1974), табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы. 1938—1962 йылдарҙа хәҙерге Дүртөйлө үҙәк район дауаханыһы табибы, бер үк ваҡытта 1948 йылға тиклем райондың дәүләт санитар табибы һәм табип-окулисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Янағош ауылынан.
- Дегтярь Николай Иванович (1916—3.08.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, гвардия полковнигы. 1956 йылдан Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геофизика ғилми-тикшеренеү институтының Волга-Урал филиалы директоры урынбаҫары, 1973—1984 йылдарҙа — аэропорт начальнигы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһе Шевченко ауылынан.
- Әхмәтвәлиев Рәсих Хасип улы (1956), рәссам, педагог. 1979–1994 йылдарҙа Өфөләге 2-се художество мәктәбе уҡытыусыһы. 1992 йылдан СССР Рәссамдар союзы, 2002 йылдан Maison Artistes des (France) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
- Муллабаев Рәфис Рауил улы (1961), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. Миәкә районы «Урал» хужалығының баш зоотехнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кантюков Абдулхаҡ Мөхтәр улы (1927—8.04.1999), инженер-механик. 1965 йылдан «Сельхозтехника»ның Баймаҡ район берекмәһе идарасыһы, 1979—1989 йылдарҙа Темәс урман хужалығы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1987). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977, 1987). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Сафаров Вил Талип улы (1937—18.12.1993), сәнәғәт өлкәһе, партия органдары һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1965 йылдан (өҙөклөктәр менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1975 йылдан Спирттар заводы директоры, 1978 йылдан — берекмәнең партком секретары; 1967—1975 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы; 1988—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе. 1971—1977 йылдарҙа Салауат ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Абдуллина Асия Әхмәтйән ҡыҙы (1942), малсы. 1957—1994 йылдарҙа Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Үрге Наҙарғол ауылынан.
- Бәкерова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы (1947), театр артисы, педагог. 1970 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1992 йылдан хәҙерге Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе артисы, бер үк ваҡытта 1992—2007 йылдарҙа Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
- Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы (1962), композитор, баянсы, уҡытыусы. 2019 йылдан Өфөләге урта махсус музыка колледжы директоры. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
- Алексеев Игорь Павлович (1972), спортсы. 1993—1997 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 1991—1998 йылдарҙа Өфөләге Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһаусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1992) һәм атҡаҙанған (1996) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Донъя (1995), Европа (1994), Рәсәй (1993) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Густов Юрий Павлович (1908—17.03.1997), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Туймазы ҡалаһы 3-сө мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Ҡаланың почётлы гражданы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районының Шаран ауылынан.
- Фәтих Кәрим (1908—19.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир. Сапёр взводы командиры, лейтенант. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Мортаев Мөхәмәтғәлей Шәрифулла улы (1933), юрист. 1969 йылдан Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы адвокаты, 1986—2013 йылдарҙа — адвокаттар коллегияһы президиумының рәйес урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Бүребай ауылынан.
- Белова Анна Александровна (1938), ашнаҡсы. 1962 йылдан Бөрө быраулау эштәре идаралығы ашханаһы ашнаҡсыһы. Совет сауҙаһы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрө районының Иҫке Бурны ауылынан.
- Ханнанов Рәшит Ахун улы (1938), хоҡуҡ белгесе-ғалим. 1974—1982 йылдарҙа һәм 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—2014 йылдарҙа хоҡуҡ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996—2005 йылдарҙа иҡтисад факультеты деканы. Юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған юрисы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Хәбибуллин Рәйес Рәхмәтулла улы (1938—28.07.2012), инженер-технолог-ғалим. 1963—1983 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1976, 1979) һәм иң яҡшы рационализаторы (1980), БАССР-ҙың уйлап сығарыу һәм рационализация отличнигы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Балыҡлы ауылынан.
- Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы (1948), зоотехник-ғалим, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Баймаҡ районы хужалыҡтары зоотехнигы, 1978 йылдан «Таналыҡ» колхозының баш зоотехнигы, 1982 йылдан — рәйесе; 1990 йылдан Салауат исемендәге колхоз рәйесе; 1996 йылдан Сибай һөт-консерва комбинатының генераль директоры, 1999 йылдан — агробиостанция директоры; 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән ошо райондың 2-се Этҡол ауылынан.
- Петряев Сергей Петрович (1948), нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре. 1969 йылдан «Өфөнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы водителе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Һөнәри конкурстар еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Өфө районының Дмитриевка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы, әҙәби псевдонимы Әбүс (1904—10.01.1974), башҡорт журналисы, шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1571: Йоһанн Кеплер, Германия математигы, астроном.
- 1654: Якоб Бернулли, Швеция математигы.
- 1761: Михаил Богданович Барклай-де-Толли, Рәсәй империяһы полководецы, генерал-фельдмаршал.
- 1832: Павел Михайлович Третьяков, Рәсәй империяһы меценаты.
- 1901: Марлен Дитрих, Германия кино актёры, йырсы.
- 1904: Павел Корж, СССР ғалимы, 1931—1968 йылдарҙа хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы.
- 1948: Жерар Депардьё, Франция кино актёры.
- 1789: Демидов Никита Акинфиевич, рус сәнәғәтсеһе, меценат, Уралдағы заводтар хужаһы.
- 1918: Карл Шлехтер, Австрия шахматсыһы.
- 1993: Кантария Мелитон Варламович, 1945 йылда Рейхстагҡа Еңеү Байрағы ҡаҙаған совет һалдаты.
- 2003: Әхиәр Хәким, башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, тәнҡитсе; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 2007: Беназир Бхутто, 1988—1990 һәм 1993—1996 йылдарҙа Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры.