Корж Павел Диомидович

(Павел Корж битенән йүнәлтелде)

Корж Павел Диомидович (14 декабрь (27 декабрь) 1904 йыл19 февраль 1968 йыл) — СССР ғалимы, 1931—1968 йылдарҙа хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1934 йылдан — физика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1947), профессор (1960). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Корж Павел Диомидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 14 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Чернигов ҡалаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 февраль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Магнитогорское правобережное кладбище[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

100-ҙән ашыу фәнни эш авторы. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — металдарҙа, иретмәләрҙә, мәғдәндәрҙәге айырым элементтарҙы контролдә тотоу һәм физик анализлау ысулдарын эшләү.

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Диомидович Корж 1904 йылдың 14 декабрендә (яңы стиль буйынса йылдың 27 декабре) Нежин губернаһының Чернигов ҡалаһында тыуа.

Киевта 1929 йылда Киев физика-математика институтын (хәҙер Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты) «физика-математика фәндәре уҡытыусыһы» һөнәрен алып тамамлай. 1946 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтында (хәҙер МИСиС Милли тикшеренеү технология университеты) «Поведение термоэлектродвижущей силы некоторых сплавов» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм 1947 йылда техник фәндәр кандидаты дәрәжәһен ала. 1960 йылда П. Д. Корж Магнитогорск тау-металлургия институтының (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) физика кафедраһы профессоры дәрәжәһендә раҫлана.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1931 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтының физика кафедраһына эшкә килә. 1932—1933 йылдарҙа физика уҡытыусыһы булып эшләй, 1934 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем физика кафедраһының мөдире була. 1935 йылда юғары уҡыу йорттарының фәнни хеҙмәткәрҙәре секцияһы етәксеһе, 1937 йылда — урындағы профсоз комитеты рәйесе була. 1947—1955 йылдарҙа металлургия факультетының деканы. Шулай уҡ уҡытыу бүлеге етәксеһе, ошо юғары уҡыу йортонда уҡытыу һәм ғилми эштәр буйынса проректор булып эшләй.

Ғалим үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, уның тарафынан спектраль анализдың принципиаль яңы ысулдары тәҡдим ителә. Павел Корж исеме менән яңы эффектив анализлау — термоэлектрик анализлау ысулы бәйле. Тормошоноң һуңғы йылдары нда ул үҙе етәкләгән кафедрала коллегалары менән мәғдәнде байыҡтырыу һәм агломерациялау процесын контролдә тотоуҙа радиометрик анализлау ысулын ҡулланыуҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә. СССР Фәндәр Академияһының Урал филиалы спектроскопия буйынса комиссия ағзаһы булып тора. Ғалимдарҙың плеядаһын тәрбиәләгән, улар араһында К. З. Финкин, Л. М. Велюс, А П. Шадрунова, Ю П. Кочкин, М. Н. Штутман һәм башҡалар бар.

Магнитогорск ҡалаһында 1968 йылдың 19 февралендә вафат була. Ҡаланың Уң яҡ яр буйы зыяратында ерләнгән. Һуңыраҡ уның менән йәнәш МГМИ-нда уҡытыусы булып эшләгән ҡатыны Салтун Вероника Александровна (1906—1990) ла ерләнә.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән, шул иҫәптән «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Рәсәй дәүләт иҡтисад архивында П. Д Корж тураһындағы документтар бар.[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә