Майоров Максим Олегович

Майоров Максим Олегович (26 март 1989 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыһы.

Максим Майоров
Позиция

һөжүмсе

Буйы

188 см

Ауырлығы

87 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

26 март 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (35 йәш)
Үзбәк ССР-ы,
Андижан ҡалаһы

МХЛ драфты

2007 йылда «Коламбус Блю Джекетс» клубы менән дүртенсе раундта 94-се һан аҫтында һайлана

Карьера
2005 йылдан — бөгөнгәсә
Хоккейсы карьераһы

Биографияһы үҙгәртергә

Максим Олегович Майоров 1989 йылдың 26 мартында Үзбәк ССР-ының Андижан ҡалаһында тыуған.

Карьераһы үҙгәртергә

«Аҡ Барс» системаһында (2008 йылға тиклем) үҙгәртергә

Максим Майоров хоккейсы карьераһын Татарстанда башлай. Ә хоккей менән Өфөлә шөғөлләнә башлай. Ул үҙен Өфө кешеһе тип һанай. Башҡортостан баш ҡалаһында уны дисциплинаны боҙған өсөн спорт мәктәбенән ҡыуалар. 13-16 йәштәрендә Магнитогорскиҙа хоккей менән ҡыҙыҡһына[1]. 2004 йылда ул Урал регионы командаһы составында Рәсәй региондары турнирында ҡатнаша һәм бер гол керетә, ә Урал командаһы алтын миҙалдарҙы яулай. 2005/2006 йылдарҙа Ҡазандан «Аҡ Барс-2» составында Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында 16 уйында 15 (11+4) мәрәй йыя. Ошо ваҡыттан башлана Максимдың профессиональ карьераһы. 2006/07 йылдар миҙгелен ул Юғары лигала сығыш яһаған Лениногорск ҡалаһынан «Нефтяник» составында башлай. Шунан «Аҡ Барс-2» составында ике уйын уҙғара. Ә Юғары лигала ул Әлмәттән «Нефтяник» командаһы өсөн уйнай башлай. Шунда ул бөтәһе 10 уйында бер гол керетә һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. Миҙгел бөткәс үткән МХЛ драфтында Максимды дөйөм 94-се һан аҫтында «Коламбус Блю Джекетс» хоккей клубы һайлай[2]. Шулай уҡ уны Канада хоккей лигаһы драфтында беренсе раундты 33-сө һан аҫтында «Брэндон Уит Кингз» һайлай. Киләһе йылда ул Рәсәй суперлигаһында «Аҡ Барс» өсөн тәүге уйындарын үткәрә. Дөйөм алғанда, ул 11 осрашыуҙа 1 гол керетә.

«Коламбус Блю Джекетс» үҙгәртергә

 
Максим «Коламбус» составында

2008 йылдың 30 авгусында Максим Майоров «Коламбус» менән өс йылға контракт төҙөй[3]. Ә уның «Аҡ Барс» менән 2012 йылға тиклем контракты бар ине. Тик Максим Рәсәйгә кире ҡайтмай, ә хоккейсыға Рәсәйҙә хоҡуҡтар Ҡазан командаһында ҡала[4]. Миҙгелде Максим Америка хоккей лигаһында фарм-клубта «Сиракьюз Кранч» хоккей клубында башлай[5]. 12 октябрҙә хоккейсы АХЛ-да тәүге шайбаһын керетә. 2009 йылдың 3 ғинуарында МХЛ-да «Коламбус» өсөн тәүге осрашыуын уҙғара. Бөтәһе был лигала ул өс уйын үткәрә, ә АХЛ-да 71 осрашыуҙа 31 (17+14) мәрәй йыя.

2009/10 йылдар миҙгелен Максим тулыһынса тиерлек АХЛ-да «Сиракьюз» өсөн үткәрә. Шунда 74 уйында ул 32 (17+15) мәрәй йыя һәм бер тапҡыр аҙнала лиганың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла[6]. 2010 йылдың 10 мартында «Коламбус» Максимды төп командаға саҡыра. Шунда ул дүрт уйын ғына үткәрә һәм кире АХЛ-ға төшөрөлә. 2010/11 йылдар миҙгеленән «Коламбус» командаһының фарм-клубы «Спрингфилд Фэлконс» була башлай. МХЛ-да ул был миҙгелдә биш уйын үткәрә һәм беренсе апрелдә лигала тәүге шайбаһын керетә[7]. Ә АХЛ-да ул 69 уйында 33 мәрәйгә өлгәшә. 2011/12 йылдар миҙгеле Максим өсөн контракт буйынса һуңғы була. МХЛ-да ул 10 уйында ике мәрәй йыя, ә «Спрингфилд» өсөн 46 осрашыуҙа 23 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Ошо дүрт миҙгел эсендә Максим уйнаған бер команда ла плей-оффҡа эләкмәй. Контракты бөткәс, ул Рәсәйгә ҡайтырға була.

«Атлант» һәм «Динамо» М үҙгәртергә

2012 йылдың 3 май көнөндә Майоров «Аҡ Барс» менән килешеү төҙөй[8]. Әммә Максим был клуб өсөн бер уйында уйнамай, һәм 24 сентябрҙә «Аҡ Барс» уны «Атлант» хоккей клубына алмаштыра[9]. 28 сентябрҙә үк Майоров КХЛ-да тәүге шайбаһын керетә. Даими миҙгелдең 40 уйынында ул 16 гол керетә һәм 6 һөҙөмтәле пас бирә. Плей-оффта «Атлант» тәүге раундта СКА-ға биш уйында еңелә. 28 апрелдә хоккейсы клубы менән килешеүҙе оҙонайта[10].

2013/14 йылдар миҙгеленең даими чемпионатында ул йәрәхәте өсөн 28 уйында ғына ҡатнаша һәм 17 мәрәй йыя. Тик «Атлант» плей-оффҡа эләкмәй һәм Гагарин кубогына үтә алмаған клубтар өсөн ойошторолған Өмөт кубогында ҡатнаша. Шунда Максим ике уйында ғына ҡатнаша. Миҙгел тамамланғас, донъя чемпионатында Рәсәй һәм Финляндия йыйылма командалары араһында уйындың Максим Майоров радиола комментаторы була[11]. 2014 йылдың йәйендә миҙгелгә әҙерлек ваҡытында Максим тағы ла йәрәхәтләнә һәм тәүге рәсми уйынды беренсе октябрҙә генә үткәрә. Ә 23 декабрҙә «Атлант» Максимды аҡсалата компенсацияға Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубына алмаштыра[12]. Шул йылда Мытищи командаһында финанс ауырлыҡтары була, шуға күрә күп уйынсыларҙы һатырға мәжбүр була. Баш ҡала клубы өсөн Максим шул миҙгелдә бөтәһе һигеҙ уйында ҡатнаша һәм бер мәрәй ҙә йыймай. Миҙгел бөткөс, уның команда менән контракты тамамлана.

«Салауат Юлаев» (2015—ә.в.) үҙгәртергә

Максим Майоров яңы клубты 2015 йылдың ноябрендә генә таба. 9 ноябрҙә ул Өфөнән «Салауат Юлаев» менән килешеү төҙөй[13]. Тимәк, Максим үҙенә яҡын булған Өфөгә яңынан ҡайта. 2015/16 йылдар миҙгеле барышында ул Николай Прохоркин һәм Тему Хартикайнен менән бер звенола бик шәп уйын күрәһәтәләр. Даими миҙгелдә Максим 30 уйында 16 (10+6) мәрәй йыя. «Салауат Юлаев» плей-оффта «Аҡ Барс» һәм «Авангард» командаларын үтә. Ә конференциялар финалында буласаҡ чемпионға ғына отола һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын еңә. Майоров Гагарин кубогының 16 осрашыуында 7 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. 2016 йылдың 7 июнендә «Салауат Юлаев» һөжүмсе менән ике йылға яңы контракт төҙөй[14].

Киләһе 2016/17 йылдар миҙгеле клуб өсөн уның КХЛ-дағы тарихында иң насары була. Команда даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә плей-оффтың беренсе раундында «Аҡ Барс» командаһына биш уйында отола. Максим бөтәһе 46 уйында 16 мәрәй йыя, йәрәхәте өсөн күп уйындар ҡалдыра. 2017/18 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» 2010 йылдан тәүгегә Чернышёв дивизионын еңә, ә плей-оффта конференция ярымфиналына тиклем етә. Максим барыһы 66 осрашыуҙа 14 мәрәй йыя. 5 апрелдә Майоров «Салауат Юлаев» менән яңы ике йыллыҡ контракт төҙөй[15]. 2018/2019 йылдар миҙгелендә Максим 57 уйында ҡатнаша һәм 19 мәрәй йыя, ә команда Гагарин кубогы өсөн плей-оффта конференция финалына тиклем етә.

Рәсәй йыйылма командаһында үҙгәртергә

2006/07 йылдар миҙгелендә Максим тәү тапҡыр Рәсәй йыйылма командаларына саҡырыла башлай. Шунда ике халыҡ-ара турнирҙа ул 9 уйында 4 гол керетә. Ә 2007 йылдың авгусында һәм сентябрендә ул Рәсәй һәм Канада йәштәре араһында Суперсерияның ете уйынында ҡатнаша. Максим шул ваҡытта яңы ғына асылған Өфө-Ареналағы тәүге рәсми уйында ла була. Был суперсерияла ул ике һөҙөмтәле пас бирә, ә Рәсәй йәштәре һигеҙҙән ете осрашыуҙа еңелә. 2013 йылдың ноябрендә Максим Рәсәйҙең икенсе йыйылма командаһына саҡырыла[16]. Әммә ул Латвия менән дуҫтарса осрашыуҙарҙа ҡатнашмай.

Статистика үҙгәртергә

Һуңғы яңыртыу: 18 июль 2019

Клубта карьераһы үҙгәртергә

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/- У Г П М Штр +/-
2005/06 Аҡ Барс-2 БЛ 16 11 4 15 4
2006/07 Аҡ Барс-2 БЛ 2 0 0 0 0
2006/07 Нефтяник Л ЮЛ 28 6 4 10 6 -5
2006/07 Нефтяник Ә ЮЛ 6 1 1 2 0 -1 4 0 0 0 2 1
2007/08 Аҡ Барс РСЛ 10 1 0 1 16 -4
2008/09 Сиракьюз Кранч АХЛ 71 17 14 31 30 -15
2008/09 Коламбус Блю Джекетс МХЛ 3 0 0 0 0 0
2009/10 Сиракьюз Кранч AХЛ 74 17 15 32 24 -11
2009/10 Коламбус Блю Джекетс МХЛ 4 0 0 0 0 -1
2010/11 Спрингфилд Фэлконс АХЛ 69 19 14 33 16 -12
2010/11 Коламбус Блю Джекетс МХЛ 5 1 0 1 0 0
2011/12 Коламбус Блю Джекетс МХЛ 10 1 1 2 2 -3
2011/12 Спрингфилд Фэлконс AХЛ 46 10 13 23 10 -4
2012/13 Атлант КХЛ 40 16 6 22 14 2 5 0 1 1 0 -5
2013/14а Атлант КХЛ 28 5 13 18 2 -2 2 0 0 0 0 -1
2014/15 Атлант КХЛ 18 2 4 6 0 2
2014/15 Динамо М KХЛ 7 0 0 0 2 -3 1 0 0 0 2 0
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 30 10 6 16 10 9 16 3 4 7 4 -4
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 45 6 10 16 18 1 1 0 0 0 0 0
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 52 3 7 10 0 8 14 3 1 4 2 2
2018/19 Салауат Юлаев КХЛ 44 9 7 16 8 -2 13 2 1 3 0 0
2019/20 Салауат Юлаев КХЛ
Бөтәһе МХЛ-да 22 2 1 3 2 -4
Бөтәһе АХЛ-да 260 63 56 118 80 -42
Бөтәһе Беренсе лигала 18 46 38 84 4
Бөтәһе Юғары лигала 34 7 5 12 6 -6 6 0 0 0 2 1
Бөтәһе КХЛ-да 264 51 52 103 54 15 500 8 7 15 8 -7

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  •   КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015/16, 2017/18.
  •   Рәсәй чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015/16.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

2013 йылдың 24 авгусында Елена исемле ҡатында өйләнә. 2015 йылда улдары тыуа.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Максим Майоров: Считаю себя уфимцем(недоступная ссылка)
  2. Максим Майоров МХЛ драфтында һайлана
  3. НХЛ. «Коламбус» подписал контракт с нападающим «Ак Барса»
  4. Вице-президент «Ак Барса»: «Молодые ребята что хотят, то и делают»
  5. МХЛ. «Коламбус» Майоровты фарм-клубҡа ебәрә
  6. Максим Майоров АХЛ-да аҙнаның иң яҡшы уйынсыһы
  7. МХЛ. Майоров тәүге шайбаһын керетте
  8. Майоров и Абдуллин подписали контракты с «Ак Барсом», Петров продлил соглашение
  9. «Ак Барс» обменял Майорова в «Атлант»
  10. Майоров продлил контракт с «Атлантом»
  11. Нападающий ХК «Атлант» Максим Майоров дебютировал в роли спортивного комментатора
  12. «Атлант» обменял Максима Майорова в московское «Динамо»
  13. Без Григоренко, но с Майоровым(недоступная ссылка)
  14. Максим Майоров остаётся в Уфе 2017 йыл 8 март архивланған.
  15. Майоров заключил новый двухлетний контракт с «Салаватом»
  16. Объявлен состав второй сборной России на матчи с Латвией

Һылтанмалар үҙгәртергә