Логвинов Николай Христофорович
Логвинов Николай Христофорович (26 март 1837 йыл — 1909 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1894—1896 йылдарҙа Өфө губернаһы губернаторы. Тайный советник. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир, 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Изге Анна (1857), 2‑се дәрәжә Изге Станислав (1857) ордендары кавалеры.
Логвинов Николай Христофорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 26 март 1837 |
Тыуған урыны | Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1909 |
Вафат булған урыны | Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гражданский чин | йәшерен кәңәшсе[d] |
Биография
үҙгәртергәНиколай Христофорович Ловгинов Пенза губернаһында 1837 йылдың 26 мартында 1850—1857 йылдарҙа Керенск дворяндарының өйәҙ башлығы булған подполковник Христофор Петрович Логвинов (1801—29.12.1869) һәм Александра Петровна Логвинова ғаиләһендә тыуа.
Хәрби хеҙмәтен 1853 йылдың мартында Ямбург улан полкында башлай; 1859 йылдың 16 октябрендә отставкаға сыға.
Керенск өйәҙендә Шеинолағы үҙ биләмәһендә йәшәй; 1861 йылдың июленән өйәҙҙең беренсе саҡырылышында мировой аралашсы булып хеҙмәткә итә.
1868 йылдың 1 майында Эске эштәр министрлығы ведомствоһында Пенза крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиеһының алыштырғыһыҙ ағзаһы була. Һуңынан Керенский өйәҙ дворяндары етәксеһе итеп һайлана һәм 20 йыл хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта, почетлы мир судьяһы булараҡ, 18 йыл мировой судьялар съезының рәйесе була. 3-сө дәрәжә Изге Владимир (1885) һәм 1-се дәрәжә Изге Станислав (1893) ордены менән бүләкләнә; 1889 йылдың 30 авгусында ғәмәли статский советник итеп күтәрелә.
1894 йылдың 17 февралендә Н. Х. Логвинов Өфө губернаһы губернаторы итеп тәғәйенләнә. Вазифаһын башҡара башлағас та, ул «Уфимские губернские ведомости» гәзитен губерна тормошо тураһында даими мәғлүмәт сығанағына әйләндерергә ҡарар итә; 1894 йылдың июленән баҫма көн һайын сыға башлай (дүшәмбе һәм байрам көндәренән тыш). 1895 йылда Рәсәй империяһының дүрт губернаһында (Пермь, Ырымбур, Һамар һәм Өфө) тәжрибә рәүешендә «Положение о казенной продаже питей» ҡарары тормошҡа ашырыла башлай. Логиновҡа көслө эсемлектәрҙе һатыуҙы ҡыҫҡартып, шарап һатыуҙы юлға һалыу буйынса күп көс түгергә тура килә. Һөҙөмтәлә 1895 йылда урамда эсеү 1894 йыл менән сағыштырғанда яртылаш тиерлек кәмей. Шулай уҡ Логвиновтың губернаторлыҡ осоронда округ суды, земство начальнигы институттары реформалары үткәрелә, төрмәләр юстиция министрлығы ҡарамағына күсә.
Керенск ҡала думаһы юллауы буйынса 1894 йылда Ловгиновҡа «Керенск ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә. 1896 йылдың 29 октябренән эске эштәр министры советы ағзаһы була. 1897 йылда 1-се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә; 1901 йылда тайный советник дәрәжәһе ала.
Эре ер биләүсе; Пенза губернаһында 2372 дисәтинә ырыу имениеһынан тыш, шул уҡ губернала тағы ла 3218 дисәтинә ер ала; Һарытау губернаһында 1200 дисәтинә ергә эйә була. Һарытау һәм Пенза губерналарындағы ер биләмәләре шулай уҡ ҡатыны иҫәбенә лә яҙыла.
1909 йылда вафат була. Үҙ ырыуы ауылы Шеинола ата-әсәһе ҡәберҙәре эргәһендә ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены
- 3-сө дәрәжә Изге Владимир ордены
- 1-се дәрәжә Изге Анна ордены
- 1896 йылда тәхеткә ултырыуы һәм йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә Император Александр III миҙалы
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Ольга Петровна (1848—?), генерал-адъютант Иван Романович Ранцовтың бүләсәре. Ҡыҙҙары:
- Ольга (21 декабрь 1872—?), Рига банкиры, лютеранлыҡ ҡабул иткән Австрия йәһүде ғаиләһеннә сыҡҡан барон Александр Георгиевич Винекендың ҡатыны.
- Александра (23 декабрь 1870—?)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Альманах современных русских государственных деятелей. — СПб.: Тип. Исидора Гольдберга, 1897. — С. 685.
- Логвинов Николай Христофорович // Список гражданским чинам IV класса: Испр. по 1-е июня 1900 г. — С. 489.
- Кантимирова И. Р. Деятельность уфимского губернатора Н. Х. Логвинова в социальной сфере // Исторические, философские, политические и юридические науки, культурология и искусствоведение. Вопросы теории и практики. — Тамбов: Грамота. — № 7 (57). — С. 83—86. — ISSN 1997-292X.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Логвинов Николай Христофорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2022)
- Логвинов Николай Христофорович 2021 йыл 24 сентябрь архивланған. на сайте «Русская Императорская армия»
- Пезенские хроники. Тюстин А. В. Пензенский некрополь XVII-нач. ХХ вв. 2020 йыл 16 февраль архивланған.
- Проведение в Башкирии буржуазных реформ 2-й половины 19 века