Иғмәт
Иғмәт (рус. Игметово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 296 кеше[4]. Почта индексы — 452282, ОКАТО коды — 80230826001.
Иғмәт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы) |
Халыҡ һаны |
296 кеше (2010)[2], 340 кеше (2002)[3], 317 кеше (2009)[3] |
Почта индексы | 452282 |
Тарихы
үҙгәртергәАуыл Наҙы йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Уң яҡ ярындағы ерҙәр Йәлдәк улусына ҡараған Маншыр ауылының аҫаба башҡорттарының ерҙәре, ә һул яҡ ярҙағыһы Йылан улусы башҡорттарының ерҙәре була. Халҡы — сығыштары буйынса башҡорт ырыуынан булған татарҙарҙан хасил булған типтәрҙәр. Улар 1697, 1718 һәм 1772 йылдарҙағы килешеү нигеҙендә, шулай уҡ Башҡорт комиссияһының 1738 йылдағы Указына ярашлы Йылан улусы башҡорттары тарафынан был ерҙәргә индерелә. Атап үтелгән йылдарҙа Йәлдәк ырыуы башҡорттарының тағы ла күпмелер типтәрҙәрҙәрҙе үҙ ерҙәренә индереүе ихтимал[5].
1762 йылда 138 кеше, 1795 йылда - 142, 1816 йылда - 200, 1834 йылда - 399, 1870 йылда - 505, 1920 йылда 1242 кешенең йәшәүе халыҡ иҫәбен алыу документтарында теркәлә[5].
Ауыл, кантон идаралыҡтарында эшләүгә күскән башҡорттар башҡорт ырыуынан булған яһаҡ татарҙары тип аталып йөрөтөлә, әммә улар үҙҙәрен типтәрҙәр тип таный. Шуға ла 1920 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу документтарында улар "башҡорт ырыуына ҡараған" типтәрҙәр булараҡ теркәлә[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 833 | 374 | 459 | 44,9 | 55,1 |
1959 йыл 15 ғинуар | 645 | 255 | 390 | 39,5 | 60,5 |
1970 йыл 15 ғинуар | 627 | 290 | 337 | 46,3 | 57,3 |
1979 йыл 17 ғинуар | 500 | 220 | 280 | 44,0 | 56,0 |
1989 йыл 12 ғинуар | 378 | 167 | 211 | 44,2 | 55,8 |
2002 йыл 9 октябрь | 340 | 173 | 167 | 50,9 | 49,1 |
2010 йыл 14 октябрь | 296 | 140 | 156 | 47,3 | 52,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 100 км
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Мусин Рәзил Ситдиҡ улы (20.07.1943—9.03.1994), партия, хужалыҡ, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының элекке 1-се секретары һәм Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының элекке хакимиәт башлығы, 1990—1994 йылдарҙа Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының 10-12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (26.03.1899—1982) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Илеш район Советы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1935—1937), шулай уҡ Салауат (1939—1944) һәм Ҡырмыҫҡалы (1944—1955) район Советтарының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены
кавалеры[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Илишевская историческая энциклопедия. Рафиков Габбас Габдрафикович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иғмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
- Игметово на портале «Генеалогия и Архивы»
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |