Вәисов Нәҡиб Миҙхәт улы

инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим

Вәисов Нәҡиб Миҙхәт улы (26 март 1949 йыл — апрель 2012 йыл) — инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим. Техник фәндәр кандидаты (1977), доцент.

Вәисов Нәҡиб Миҙхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Оло Аҡа, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d] (1977)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

1949 йылдың 26 мартында БАССР-ҙың Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған (хәҙер Башҡортостан Республикаһы).

1973 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.

19731977 йылдарҙа Мәскәү автомехника институтда аспирантурала уҡый һәм бер үк ваҡытта фәнни-педагогик стажировка үтә.

1977 йылдан Өфө авиация университетында кесе ғилми хеҙмәткәр, ассистент, фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары, өлкән уҡытыусы, студент фәне бүлеге етәксеһе.

19821986 йылдарҙа административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректор.

1989 йылдан доцент, ғилми-тикшеренеү лабораторияһы бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 19891991 йылдарҙа «Тантал» студент конструктор-технология бюроһы баш конструктор-директор урынбаҫары; 1991 йылдан «Башресурсы» акционер ойошмаһының коммерция директоры, генераль директоры урынбаҫары, «Башресурсы» АО-ның «Ока» етештереү-коммерция фирмаһы директоры.

1996 йылдан алып уҡытыу-методика үҙәге директоры.

1999 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының (Өфө) финанс-хужалыҡ эштәре буйынса проректоры.

2012 йылдың апрелендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә