Иҫке Ҡарғалы
Иҫке Ҡарғалы (рус. Старые Каргалы) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 202 кеше булған[1]. Почта индексы — 452985, ОКАТО коды — 8020884001.
Ауыл | |
Иҫке Ҡарғалы Иҫке Ҡарғалы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылға нигеҙҙе XVIII быуатта үҙ ерендә Таҙлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Балтас районының өс ауылы Таҙлар улусына ҡараған: Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк (Сәйтәк) һәм Тусыбай. Ауылға Таҙлар ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. XIII быуатта таҙлар Каспий диңгеҙенең төньяғында Эмба менән Яйыҡ (Урал) йылғалары араһында йәшәгән. Һуңыраҡ улар хандар араһындағы һуғыштар арҡаһында төньяҡҡараҡ, Урал буйҙарына килә. Тағы ла бер аҙҙан улар ике- көнсығыш (Урал, заводтар төҙөлә башлағас, көнбайышҡараҡ күсенә) һәм көнбайыш төркөмгә (Тере Танып буйы) бүленә.
1795 йылда Ҡарғалы ауылында 84 аҫаба башҡорт йәшәгән (13 йортта)[2]. 1834 йылда (8-се ревизия) ике Ҡарғалы ауылы күрһәтелгән: Иҫке Ҡарғалы (130 башҡорт) һәм Яңы Ҡарғалы (283 башҡорт).[3][2].
1843 йылда Иҫке Ҡарғалы ауылында ни бары 264 бот ҡышлау һәм 328 бот яҙғы һабан ашлыҡ сәселә. Ауылда ике тирмән булған.
Халыҡ йылҡы, һыйыр, һарыҡ (57) һәм кәзә (100) малы тотҡан. Ҡайһы бер ғаиләләр солоҡсолоҡ (50 солоҡ) менән шөғөлләнгән.
1928 йылда Иҫке Ҡарғалы ауылынан бер нисә ғаилә яңы ауыл — Сейәтауҙы төҙөргә ҡарар итә.[3].
1990-сы йылдарға тиклем ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй. 2010-сы йылдарға тиклем бында бер нисә фермер хужалығы була.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 202 | 105 | 97 | 52,0 | 48,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 25 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тусыбай): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 95 км
Урамдар
үҙгәртергәЯр буйы урамы
Колхоз урамы
Партизан урамы
Фрунзе урамы
Үҙәк урам
Мәктәп урамы
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 [ http://bashenc.online/ru/articles/77105/ Старые Каргалы. Башкирская энциклопедия ]
- ↑ 3,0 3,1 А.Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 11 май архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |