Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы

Программист

Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы (25 июнь 1960 йыл) — ғалим-инженер, программист. РУССОФТ ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм тәүге президенты[1], «Силикон тайга» программалар менән тәьмин итеүҙе эҙерләүсе альянсты ойоштороусы[2]. Техник фәндәр кандидаты (1985).

Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 25 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө программист
Эш урыны РУССОФТ[d]
Уҡыу йорто факультет вычислительной математики и кибернетики МГУ[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Булат Нәҡи улы Ғәйфуллин 1960 йылдың 25 июнендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған. 1977 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының ВМК факультетында уҡый (19771982). ВМК факультетының иҫәпләү комплекстары системаларын автоматлаштырыу кафедралаһы буйынса аспирантура тамамлай (1985). «Техник фәндәр кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].

  • СССР Фәндәр академияһының фәнни приборҙар эшләү эксперименталь заводы (1986—1988).
  • РФА Микроэлектроника проблемалары институты (1988—1991).
  • Interface Ltd Компанияһы (1991).
  • Программалар менән тәьмин итеүҙе эшләүсе АРПО/NSDA, һуңынан «Руссофт»-ҡа үҙгәртелә, альянсы президенты [4] (2000—2004), Руссофт ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм тәүге президенты (2004).
  • Программалар менән тәьмин итеүҙе эшләүсе «Silicon Taiga» альянсы президент[5][6] (2000).

2000 йыл рейтингы һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙең компьютер компанияларының иң яҡшы 30 етәксеһенең береһе («Карьера» № 7-8 2000)."Рәсәйҙең 1000 иң профессиональ менеджеры" рейтинг һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә IT-компанияларҙың профессиональ етәкселәре араһында 10-сы урынды биләй (менеджерҙар ссоциацияһы, ИД «Коммерсант»)[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Дмитрий Пензин. Интеграция или консолидация? (неопр.). itWeek (423)9`2004 (16 марта 2004). Дата обращения 6 июня 2018.
  • Андрей Колесов. Консолидация разработчиков ПО входит в новую фазу (неопр.). itWeek (425)11`2004 (30 марта 2004). Дата обращения 6 июня 2018.
  • 300 дней после изменения мира (неопр.). Reksoft (25 июня 2002). Дата обращения 6 июня 2018.
  • Гайфуллин Булат Накиевич (неопр.). Клуб выпускников МГУ. Дата обращения 6 июня 2018.
  • Гайфуллин Б. Н., Обухов И. А., Ушаков Ю. Г. «Силиконовая Тайга» («Silicon Taiga») (неопр.). Материалы 12-й Международной Крымской конференции «Microwave & Telecommunication Technology» (CriMiCo’2002). 9-13 сентября 2002, Севастополь. ISBN 966-7968-12-X. (12 сентября 2002). Дата обращения 6 июня 2018.
  • Булат Гайфуллин признан одним из 1000 самых профессиональных менеджеров России (неопр.). INTERFACE (26 декабря 2001). Дата обращения 6 июня 2018.