Крицкий Иван Романович

Крицкий Иван Романович (25 июнь 1951 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1994 йылдан «Ишембайнефть» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.

Крицкий Иван Романович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 25 июнь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Украина
Һөнәр төрө Нефтсе (Ишембай)
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Ивано-Франковский национальный технический университет нефти и газа[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Романович Крицкий 1951 йылдың 25 июненндә Украинаның Ивано-Франковск өлкәһе Угоржеки ауылында тыуған. Милләте украин, юғары белемле — 1973 йылда Ивано-Франковск нефть һәм газ институтын, 1986 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1973 йылда «Нижневартовскнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында слесарь булып башлай, артабан технолог, участка начальнигы булып эшләй. 1977—1993 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында өлкән механик, промысл начальнигы булып эшләй. 1994 йылдан «Ишембайнефть» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. [1]

Ишембай ҡалаһы 87-се Май һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Юғары Советтың Республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә