Натюрморт

һынлы сәнғәт жанры

Натюрмо́рт (франц. nature morte — «үле тәбиғәт») — һынлы сәнғәттә йәнһеҙ тәбиғәттең һүрәтләнеше. Портреттан айырмалы булараҡ, жанр, тарих һәм пейзаж тематикалары бар.

Виллем Кальф. Ҡытай (син) аш һауыты менән натюрморт. 1660. Картиналар галереяһы . Берлин
Франсиско де Сурбаран. Лимон, әфлисүндәр һәм рауза менән натюрморт. 1633. Нортон Саймон музейы. Пасадина
Анри Фантен-Латур. Сәскәләр һәм емештәр менән натюрморт. 1865. Орсе музейы. Париж


XVII быуат Нидерланд натюрморты

үҙгәртергә

Нидерланд натюрморты бөтә Европа һынлы сәнғәтен артабан үҫтереүҙә XVII быуаттың уникаль мәҙәни күренеше булып таныла.

 
Виллем Клас Хеда. Аллегорик темаға натюрморт өлгөһө.
 
Ян Баптист Веникс. «Үлгән аҡҡош менән натюрморт».

Сәскәләр натюрморты

үҙгәртергә

XVII быуаттың 40-сы йылдарынан башлап, Нидерланд һынлы сәнғәтендә үҙ аллы жанр булараҡ, натюрморт киң таралыш ала. Иң тәүгеләрҙән булып рәссамдар Өлкән мброзиус Босхарт менән Бальтасар ван дер Аст ижадында сәскәләр натюрморттары айырылып тора. Һуңғараҡ, XVII быуаттың икенсе яртыһында Яна Давидса де Хемаижадында һәм уға эйәреүселәрҙә күренә башлай. Сәскәләр натюрмортының шулай әүҙемләшеүенең сәбәбе булып, нидерландтарҙың баҡсаларында сәскәләр күпләп үҫтереүҙәре һәм бер йола булып китеүе.

Ғалим натюрморт

үҙгәртергә

Лейдендағы университет тарафынан барлыҡҡа килгән ғалим натюрморт жанры «ығы-сығы» «memento mori» атамаһы ала. Ул интеллектувль төр булып тора. Сөнки был картиналар тамашасының Яңы Ғәһетте (Библияны) һәм дин традициалары символдарын белеүҙе талап итә.(Питера Стенвейктың һәм Давид Байлиҙың ижады).

Нидерланд натюрмортының төрҙәре һәм оҫталары

үҙгәртергә
 
Ванитас Яна Давидса де Хема

Башҡортостан натюрморты

үҙгәртергә

Башҡорт һынлы сәнғәтендә натюрморт жанры 20 быуат башында үҫеш ала. 1916—17 йылдарҙа Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләрендә бәләкәй натюрморт күрһәтелә. Был жанрҙа тәүге әҫәрҙәр 20‑се йылдарҙа урыҫ реалистик мәктәбе рәссамдары ижадында күренә башлай. «Натюрморт» («Көнсығыш натюрморты», 1920; киндер, темпера), «Пирожныйҙар һәм кәнфиттәр» (1940‑сы йылдар.; быяла, майлы буяу) композицияларында А. Э. Тюлькин әҫәрҙәренең гармоник бөтөнлөгөнә ирешеп, донъяның матурлығын сағылдыра, формалар, фактуралар, сәскәләрҙең төрлөлөгөн бирергә тырыша.

 
 
 
 
Файл:1281141 goryacheva svetlana.jpg
Файл:2222.jpg

18-20 быуат Рәсәй һынлы сәнғәте натюрморты

үҙгәртергә
 
С. Осипов. Күк сәскәләр. 1976 йылғы СССР һынлы сәнғәте тарихы

Рәсәйҙә натюрморт һынлы сәнғәттең үҙ аллы жанры булараҡ XVIII быут баштарында барлыҡҡа килә. Уны күҙаллау тәүҙә кешене уратып алған мөхиттә тәбиғәт байлыҡтары, әйберҙәрҙең төрлөлөгө формаһында була. Натюрморт XIX быуат аҙағынаса башҡа жанрҙарға ҡарағанда түбән жанр булып иҫәпләнә. Һәм уны өйрәнеү өсөн сәскәләр йәки емеш-еләк менән генә сикләнгән.

ХХ быуат башында Рәсәй һынлы сәнғәт натюрморты сәскә атыуы менән данлана. Ул башҡа жанрҙар менән бер хоҡуҡ яулай. Рәссамдар һүрәт тәҫтәрен теленең мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн тырышлыҡ һала. Быыыл бигерәктә натюрморт жанрында киң сағылыш ала. Урыҫ натюрморты көтөлмәгәнсә тырышлыҡ менән үҫешә: тиҫтә ярым йыл эсендә импрессионизмдан до абстрактлы формоижадҡаса юл үтә.


ХХ быуаттың 30-40-сы йылдарында был үҫеш туҡталып ҡала. Әммә 50-се йылдарҙа совет һынлы сәнғәте яңы үҫеш кисерә. Һәм башҡа жанрҙар кеүек аяғына ныҡлап баҫа.

Рәсәй натюрморты оҫталары

үҙгәртергә

Натюрморт күргәҙмәләре

үҙгәртергә
  • Натюрморт. Ленинград рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе. 1973 йыл. — Л: Художник РСФСР, 1973.
  • 1940—1990 йылдар һынлы сәнғәтендәге натюрморт. Ленинград мәктәбе. Күргәҙмә каталогы. — Санкт-Петербург: Н. А. Некрасов мемориаль музейы. 1996.
  • Серов А. Этюды натюрморта // Художник. 1961, № 2. С.43-47.
  • Виппер Б. Р. Очерки голландской живописи эпохи расцвета. М. 1962
  • Натюрморт. Выставка произведений ленинградских художников 1973 года. — Л: Художник РСФСР, 1973.
  • Виппер Б. Р. Проблема развития натюрморта, Спб, 2005
  • Геташвили Н. В. Художественные направления и стили. Малые голландцы. М. 2004
  • Доброклонский М. В., Никулин Н. Н. Искусство Голландии XVII века. История искусства зарубежных стран XVII—XVIII веков под ред. В. И. Раздольской, М. 1988
  • Натюрморт в живописи 1940—1990 годов. Ленинградская школа. Каталог выставки. СПб., Мемориальный музей Н. А. Некрасова, 1996.
  • Звездина Ю. Н. Эмблематика в мире старинного натюрморта. К проблеме прочтения символа. М., 1997
  • Тарасов Ю. А. Голландский натюрморт XVII века, Спб, 2004 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Натюрморт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.