Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы

Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы (25 июнь 1937 йыл) — композитор, Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Гәлсәр һандуғас» республика теелевизион фестиваль-конкурсы (2004), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (1993) һәм 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы (2002) лауреаты.

Руза Сәхәүетдинова
Исеме

Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы

Тыуған көнө

25 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны

Тажик ССР-ы, Сталинабад (хәҙерге Дүшәмбе) ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

композитор

Наградалары һәм премиялары
Салауат Юлаев ордены
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Руза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова 1937 йылдың 25 июнендә Тажик ССР-ы Сталинабад (Дүшәмбе) ҡалаһында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ата-әсәһе менән Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһына күсеп ҡайта. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Руза башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә — Фәйзи Ғәскәров етәкселек иткән халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, эстрада бригадаларында эшләй. Сибай ҡалаһы Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була.

1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

1970-се йылдарҙан башлап, Руза Хәйҙәр ҡыҙы йырҙар ижад итә. Был осорҙа Башҡортостан телевидениеһында тауыш режиссеры булып (1980—1984), уның йырҙары йырсылар тарафынан яратып башҡарыла,ә халыҡ уларҙы яратып ҡабул итә .

1971—1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһында 100-сө мәктәптә музыка уҡытыусы булып эшләй. Хор етәксеһе була, мәктәп эргәһендәге хор студияһын да алып бара. 1980—1984 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт телерадио комитетында тауыш режиссёры була.

Руза Сәхәүетдинова йырҙары Фәрит Бикбулатов, Нәзифә Ҡадирова, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәнәүи Сәлихов кеүек билдәле Башҡортостан йырсылары башҡарыуында яңғырай. Татарстанда ла Р. Сәхәүетдинова йырҙары Ренат Ибраһимов, Хәйҙәр Бегичев һәм башҡа йырсылар репертуарында була.

Р. Сәхәүетдинова музыка ҡоралдары һәм хор өсөн әҫәрҙәр яҙа, шулай уҡ Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Рәми Ғарипов,Муса Сиражи, Тамара Ғәниева шиғырҙарына йырҙар һәм романстар ижад итә.

Руза Хәйҙәр ҡыҙы спектаклдәр, радиопостановкалар өсөн музыка яҙа, СССР-ҙа билдәле булған «Мелодия» Бөтә Cоюз фирмаһы уның грампластинкаларын сығара.

1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Союзға ингәндә рекомендацияны уға СССР композиторҙары Союзы рәйесе Тихон Хренников үҙе бирә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990).
  • Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1993)[1].
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
  • 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2002).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
  • Эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Гәлсәр һандуғас» республика телевизион конкурс‑фестивале лауреаты (Өфө, 2004).
  • Салауат Юлаев ордены (2013).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

«Донъя тулы моң бит ул»