23 август
көнө
(23 августа битенән йүнәлтелде)
23 август — григориан стиле буйынса йылдың 235-се (кәбисә йылында 236-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 130 көн ҡала.
23 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: «Һөйгәнеңде ҡосаҡла» көнө
- Европа Берләшмәһе: Нацизм һәм сталинизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Украина: Дәүләт флагы көнө.
- 1942: Бөйөк Ватан һуғышында Сталинградты обороналау башланған көн.
- 1943: Рәсәйҙең Хәрби дан көнө: Совет ғәскәрҙәренең Курск дуғаһындағы еңеүе. Был ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышы барышына һынылыш бирә.
- 1955: Череповецк металлургия заводы эшләй башлай.
- 1960: Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында В. И. Ленинға һәйкәл асыла.
- 2011: Илеш районы Бишҡурай ауылы урта мәктәбенә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исеме бирелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Минһажетдинова Лира Нәбиулла ҡыҙы (1935), ғалим-терапевт, кардиолог, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1984—1998 йылдарҙа Кардиологтарҙың Башҡортостан йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), Рәсәйҙең почётлы кардиологы (2007). Тереғоловтар нәҫеленән. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Рабинович Михаил Исакович (1940—9.01.2021), театр режиссёры. 1983 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры режиссёры, 1985 йылдан — баш режиссёр, 1998 йылдан — художество етәксеһе. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2015).
- Ниғәмәтйәнов Эмир Әнүәр улы (1950—7.12.2006), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. Генерал-майор. 2002—2003 йылдарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең баш кәңәшсеһе, 2003 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, 2003—2006 йылдарҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Социология фәндәре кандидаты (2005), философия фәндәре докторы.
- Сәйетгәрәев Риф Рәйес улы (1960—18.06.1996), спортсы. Мотоспорт буйынса 1980 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан БДБ-ның, 1993–1995 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982). Үләндәге тректа ярышыуҙа Европа (1991), СССР (1982, 1989), РСФСР (1983–1984, 1988) һәм Рәсәй (1995) чемпионы; Спидвей буйынса команда ярыштарында СССР (1979, 1981–1983, 1988, 1991) һәм Рәсәй (1993) чемпионы, «Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы» (1980–1981) халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе.
- Марат Кәбиров (1970), журналист, яҙыусы, шағир һәм сценарист. 1991—2000 йылдарҙа «Өмет» республика гәзите хеҙмәткәре. 1995 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Исламов Фәнис Фәтхел улы (1932—20.06.2010), ғалим-педагог. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Татарстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Яңауыл районының Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Сибәҙе ауылынан.
- Вдовыкин Геннадий Петрович (1937—14.12.2010), ғалим-геохимик. 1982 йылдан Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен ойоштороу, идара итеү һәм иҡтисад ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, сектор мөдире, баш ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан — И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетының төп ғилми хеҙмәткәре, 1999—2000 йылдарҙа Г. А. Гамбурцев исемендәге Ер физикаһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (2001). В. И. Вернадский исемендәге премия лауреаты (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Веровка ауылынан.
- Ғабдрахманов Марат Әхмәтнур улы (1947), педагог. 1965 йылдан Борай районы мәктәптәре, 1971—2007 йылдарҙа Дүртөйлө районы Семилетка урта мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы, 1980—1984 йылдарҙа кластан һәм мәктәптән тыш тәрбиә эштәрен ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Яңы Йәлдәк ауылынан.
- Синенко Сергей Германович (1957), ғалим-филолог, журналист һәм яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1986).
- Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы (1957), бейеүсе, 1974—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мельников Борис Васильевич (1923—6.12.1951), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, эскадрилья командиры урынбаҫары, гвардия капитаны (1947). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы (1953), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1998 йылдан «Газпром трансгаз Ҡаҙан» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. 1999 йылдан Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты, 2008 йылдан Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы президиумы ағзаһы, 2004 йылдан «Зенит-Ҡаҙан» волейбол клубы президенты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2006). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011), «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2013) кавалеры. Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Ҡазан ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылынан.
- Ғайсин Ришат Зөфәр улы (1958), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982), СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—1983). Икебәйгелә РСФСР чемпионы (1981—1984), СССР кубогы һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1983), СССР чемпионатының бронза призёры (1982). Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1998), ветерандар араһында донъя (1996—1997) һәм Европа (1995) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әхиәр Хәким (1929—27.12.2003), прозаик, ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1967). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2001). РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1980) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), «Почёт Билдәһе» (1979) ордендары кавалеры.
- Закирничная Марина Михайловна (1974), ғалим-инженер‑механик, 1996 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1880: Александр Грин (төп фамилияһы Гриневский; Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы.
- 1900: Эрнст Кшенек, АҠШ композиторы, музыка белгесе, педагог.
- 1905: Константин Розанов, Францияның хәрби осоусы-һынаусыһы.
- 1910: Джузеппе Меацца, Италия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы (1934, 1938).
- 1912: Джин Келли, АҠШ актёры, хореограф, режиссёр, йырсы һәм продюсер.
- 1930: Эдуард Шим (төп фамилияһы Шмидт), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, шағир һәм драматург, йыр текстары һәм сценарийҙар авторы, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- 1940: Валерий Пьянов, СССР һәм Рәсәй рәссамы.
- 1945: Рита Павоне, Италия йырсыһы, актриса.
- 1970: Ривер Феникс, АҠШ киноактёры, музыкант.