Синенко Сергей Германович
Синенко Сергей Германович (23 август 1957 йыл) — ғалим-филолог, журналист һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1986).
Синенко Сергей Германович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 август 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Германович Синенко 1957 йылдың 23 авгусында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
6 йәшенән музыка менән (скрипка, альт, вокал) шөғөлләнә. «Далекие звезды» ВИА составында солист булараҡ сығыш яһай. Рәссам Борис Домашников оҫтаханаһында төҫлө сәнғәт менән булыша, ҡала төҫлө сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын «журналистика» һөнәре буйынса тамамлай. Башҡорт дәүләт педагогия институтының агитация һәм пропаганда лабораторияһында эшләй. Уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында әҙәбиәт фәненән уҡыта, алыҫ райондар буйлап йөрөп, милли мәктәптәрҙә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
Артабан Томск өлкәһендә эшләй һәм, 1986 йылда Томск дәүләт университетының аспирантураһын тамамлап, «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай. БДУ-ла журналистика, полиграфия һәм нәшер эштәрен уҡыта (1989—1996), 1993—1994 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында (Екатеринбург) Урал университетының журналистика факультетының белем квалификацияһын камиллаштырыу бүлегендә уҡый.
Журналистика мәктәбен ойоштора, төп һөнәре буйынса лекциялар уҡый (1994—1999), БДУ-ла БАКБП йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм реклама кафедраһы мөдире (2000—2001), БДУ-ның философия факультетының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегендә журналистика циклы фәндәренән уҡыта (2002—2003). Профессиональ консалтинг, киң мәғлүмәт саралары төбәк баҙарын өйрәнеү, нәшриәт һәм информацион проекттары менән шөғөлләнә.
«Рәсәй Уртаһында. Яҙыусы Сергей Синенко блогының» авторы[1].
Ғаилә хәле: өйләнгән, ике бала тәрбиәләй — улы һәм ҡыҙы бар.
Рәсәй тарихы һәм мәҙәниәте, Көньяҡ Урал һәм Волга буйы халыҡтарының этнографияһы, Көнсығыш һәм Рәсәй мосолмандары мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынып мауыға. Матбуғатта рус мәҙәниәтен һәм дәүләтселеген, боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлау, мәҙәни ҡиммәттәрҙе раҫлау һәм юғары интернационализмды яҡлап сығыш яһай.
Ижады
үҙгәртергәТәүге нәфис әҫәрҙәре 1970 йылдар аҙағында «Ленинец» һәм «Киске Өфө» гәзиттәрендә баҫылып сыға. 1990 йылдар аҙағында Синенко Сергей очерктар, повесть, хикәйә, эссе жанрҙарында яҙа, уның әҫәрҙәре гәзит һәм журналдарҙа даими баҫыла.
Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал халыҡтары тарихы, мәҙәниәте һәм дине тураһында «Город над Белой рекой. Краткая история Уфы в очерках и зарисовках», «Глубокий тыл. Башкирия в годы Великой Отечественной войны», «Белый щит», «Уфа старая и новая», «Популярная иллюстрированная энциклопедия», «Культура народов Башкортостана», «Культура Башкортостана с древнейших времен до современности» китаптарын яҙа
Сергей Синенко — «Неторопливые прогулки по Уфе» очерктар китабы авторы. Был китапта ул ҡаланың иҫтәлекле урындары һәм архитектура ҡомартҡылары тураһында, Өфө кешеләренең төрлө осорҙағы тормош тарихы тураһында һөйләй.
Өфөнөң билдәле яҙыусыһы Сергей Аксаков, рәссамы Михаил Нестеров, пианиносыһы Вера Тиманова, мөфтөйҙәр Ризаитдин Фәхретдин һәм Тәлғәт Тажетдин, епископ Андрей Ухтомский, ғалим Александр Заварицкий, балетмейстер Фәйзи Ғәскәров, шағир Мостай Кәрим, яҙыусы Михаил Чванов, ғалим-табип Эрнст Мулдашев, йырсы Юрий Шевчук һәм башҡалар тураһында «Следы во времени» биографик очерктар китабын яҙа. Уның төп темаларының береһе — талантлы кешеләрҙең ҡатмарлы тормош һәм тарихи шарттарындағы яҙмыштары.
... «Человек, который стремится понять другого, иного по обычаям и вере, уже сам заслуживает внимания. Внимания заслуживают его мысли и наблюдения, тем более, если они выражены в книгах. Тем более, если это православный человек пишет о российских мусульманах.
Книга Сергея Синенко отличается плотным письмом, насыщена фактами, именами, эмоциями, образностью. Много мыслей, есть понимание весьма тонких вещей, связанных с религиозным опытом»[2]
Сергей Синенконың «Рудольф Нуреев: истоки творчества, превратности судьбы» китабы документтар нигеҙендә яҙылған нәфис китабы. Автор күренекле артистың әйберҙәрен Өфө, Ленинград, бөтә Рәсәй совет дәүеренең көнкүреше, мәҙәниәте , ғәҙәттәре һәм аша күрһәтә. Драматик хикәйәләү ышандыра, Рудольф Нуриевтың яҙмышы Рәсәйҙең героик һәм трагик тормошонан айырылғыһыҙ икәнлеген һүрәтләй, Нурыевтың башҡа ҡитғаларҙа йәшәгән һәм эшләгән саҡтарҙа ла нәҙек кенә ептәр менән Рәсәй менән тоташҡан булыуын иҫбатлай.
Рәсәй исламы тураһындағы «Мусульманское Духовное собрание» китабында ул, Рәсәй мосолман берләшмәләре лидерҙары эшен юғары баһалап, әҙәби-документаль формала күрһәтә, ул китапҡа Рәсәй мөфтийҙәренең мосолман мәҙәниәтенә бик әҙ билдәле һәм бөтөнләй билдәһеҙ материалдары ингән.
Уның «Уфимская епархия. Художественно-документальное повествование» исемле китабы православие тарихына арналған. Унда епархия тарихындағы төп ваҡиғалар һәм епархия руханиҙары эше һүрәтләнә. Яҙыусының иғтибары үҙәгендә — ҡала тарихына ҙур йоғонто яһаған Өфө епископтары яҙмышы[2]. Автор хеҙмәтен үҙ фотолары менән биҙәп тулыландырған.
Китаптары
үҙгәртергә- Неторопливые прогулки по Уфе. Уфа, 2010. Тир. 3000 экз. ISBN 978-5-295-05148-7
- Уфимская епархия. Художественно-документальное повествование. Уфа, 2009. Тир. 3000 экз. ISBN 9785-8258-0269-5[2]
- Мусульманское духовное собрание. Художественно-документальное повествование. Уфа, 2008. Тир. 3000 экз. ISBN 978-5-8258-0247-3
- Рудольф Нуреев: истоки творчества, превратности судьбы. Художественно-документальное повествование. Уфа, 2008. Тир. 3000. ISBN 978-5-295-04408-3
- Уфа старая и новая. Популярная иллюстрированная энциклопедия. Уфа, 2007. Тир. 3000 экз. ISBN 978-5-8258-0236-7
- Глубокий тыл. Уфа, 2005. тир. 5000 экз. ISBN 5-8258-0205-3
- Следы во времени. Книга очерков. Уфа, 2004. тир. 5000 экз. ISBN 5-8258-0180-4
- Культура народов Башкортостана. Уфа, 2003. Тир. 10000 экз. ISBN 5-85051-260-8
- Белый щит. Уфа, 2003. Тир. 1000 экз. ISBN 5-8258-0131-6
- Город над Белой рекой. Краткая история Уфы в очерках и зарисовках. Уфа, 2002. Тир. 5000 экз. Без ISBN
- Культура народов Башкортостана с древнейших времен до современности. Уфа, 1999. Тир. 10000 экз. ISBN 5-8258-0131-6
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ПОСРЕДИ РОССИИ. Блог писателя Сергея Синенко
- ↑ 2,0 2,1 2,2 В Уфе вышла книга Сергея Синенко «Мусульманское духовное собрание». ИА «Башинформ», 10 октября 2008 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2019)