Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы

бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы (23 август 1957 йыл) — бейеүсе, 1974—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 август 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө бейеүсе, солист
Эш урыны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Римма Фәрит ҡыҙы Шәмсетдинова 1957 йылдың 23 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. 1974—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. 1997—2012 йылдарҙа Өфө яуаплылығы сикләнгән «Респект» йәмғиәтендә эшләй. Башҡорт АССР-ы әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә 1976 йылда Ҡарағалпаҡстан, 1978 йылда Яҡут АССР-ы, 1989 йылда Татарстан, 1981 йылда Сыуашстан, 1986 йылда Галле ҡалаһы сәхнәләрендә сығыш яһай. Донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә була, нәзәкәтле башҡарыу манераһы һәм виртоуз әйләнештәре менән тамашасы һөйөүен яулай[1].

Репертуары үҙгәртергә

«Бөрйән ҡыҙҙары», «Гопак», «Ете ҡыҙ», «Кадриль», «Кейәү» («Жених»), «Сиртаки», «Шаян ҡыҙҙар», «Яҙғы ташҡын» бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара.

Маҡтаулы мсемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә