Мельников Борис Васильевич
Мельников Борис Васильевич (23 август 1923 йыл — 7 декабрь 1951 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары. Гвардия капитаны (1947). Советтар Союзы Геройы (1945).
Мельников Борис Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 август 1923 |
Тыуған урыны | Томск, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 декабрь 1951 (28 йәш) |
Вафат булған урыны | Докучаевск[d], Донецк өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Томск |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Васильевич Мельников 1923 йылдың 23 авгусында Томск ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. ВКП(б) ағзаһы. Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә йәшәй, бында 9 синыфты һәм аэроклубты тамамлай.
Ҡыҙыл Армияға 1940 йылда Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы Киров район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 йылда Молотов хәрби авиация мәктәбен тамамлай.
Хәрәкәт итеүсе армияла 1942 йылдың февраленән. 143-сө гвардия штурм авиацияһы полкы составында һуғыша, эскадрилья командиры урынбаҫары була. Дошман ғәскәрҙәрен штурмлауға 231 хәрби осош яһай.
1948 йылдан капитан Б. В. Мельников — запаста. Донецк өлкәһенең Докучаевск ҡалаһында экскаватор машинисы булып эшләй.
1951 йылдың 7 декабрендә 29-сы йәшендә вафат була. Томск ҡалаһында ерләнгән[1].
Батырлығы
үҙгәртергә«143-сө гвардия штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары (8-се гвардия штурм авиацияһы дивизияһы, 1-се гвардия штурм авиацияһы корпусы, 2-се һауа армияһы, 1-се Украина фронты) гвардия өлкән лейтенанты Мельников Борис 1945 йылдың майына разведкаға һәм дошман ғәскәренә һөжүмгә 231 хәрби осош яһай. Уның иҫәбендә 48 яндырылған танк, йөк һәм тере көстәр менән 145 автомашина, техника һәм атыу кәрәк-яраҡтары менән шартлатылған тимер юл эшелондары, 10 артиллерия һәм 6 миномет батареяһы, аэродромда 5 самолет, шулай уҡ биш йөҙҙән ашыу дошман һалдаты һәм офицеры юҡ ителә»[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Мельников Борис Васильевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6575) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (27.06.1945)[2][3].
- Ленин ордены (27.06.1945).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.09.1943)[4].
- Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (06.03.1944)[5].
- Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (25.04.1945)[6].
- Александр Невский ордены (05.09.1944)[7].
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (20.07.1943)[8].
- Миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Летчик-штурмовиктың исеме Өфө аэроклубын тамамлаусыларҙың — Советтар Союзы Геройҙарының мемориал таҡтаһына индерелгән.
- Донецк өлкәһенең Докучаевск ҡалаһындағы урамға Б. В. Мельников исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мельников Борис Васильевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 31, л. 92—95).
- ↑ 3,0 3,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 176, л. 6).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 27, 28).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 697, л. 2, 44—46).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 688, л. 2, 28—30).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 7549, л. 4, 85—87).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1471, л. 3, 32—34).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мельников Борис Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 август 2019)