19 сентябрь
көнө
(19 сентября битенән йүнәлтелде)
19 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 262-се көнө (кәбисә йылында 263-сө). Йыл аҙағына тиклем 103 көн ҡала.
19 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ирландия: Ҡәһүә көнө.
- Ҡаҙағстан: Әсә көнө.
- Непал: Конституция көнө.
- Таиланд: Музейҙар көнө.
- Төркиә: Ветерандар көнө.
- Япония: Өлкәндәрҙе ололау көнө.
- Молдова: Граждандар авиацияһы көнө.
- Халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡорал эшләүселәр көнө.
- 1864: АҠШ-та автомобилдәрҙең күтәреп ҡуйыла торған ултырғысына патент алына.
- 1888: Бельгияла тарихта тәүге тапҡыр Матурлыҡ бәйгеһе үткәрелә.
тулы исемлек
- 1893: Яңы Зеландияла донъяла беренсе булып ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы бирелә.
- 1922: СССР-ҙа «Милиция» журналы сыға башлай.
- 1931: Күгәрсен район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1936: Калуга ҡалаһында Константин Циолковскийҙың йорт-музейы асыла.
- 1969: Ми-24 вертолётының беренсе осошо.
- 1982: Скотт Фалман төрлө селтәрҙәрҙә аралашҡанда хис-тойғоларҙы белдереү өсөн «смайлик» ҡулланырға тәҡдим итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Цюрупа Александр Дмитриевич (1870—8.05.1928), революция хәрәкәте, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1898 йылдан РСДРП ағзаһы. 1917 йылдың июль-октябрендә Өфө ҡала думаһы рәйесе, 1921—1928 йылдарҙа СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесе, эске һәм тышҡы сауҙа халыҡ комиссары.
- Залавин Константин Петрович (1915—11.09.2001), совет органдары, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1948 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Дим һәм Ленин район комитеттары секретары, 1958 йылдан — Башҡорт АССР-ының еңел сәнәғәт министры. 1959—1993 йылдарҙа Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1985). Ике Ленин (1966, 1971), Октябрь Революцияһы (1976), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы (1930), совет органдары ветераны, йәмәғәтсе. Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, СССР-ҙың VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII һәм XXIV съездары делегаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы.
- Акимова Светлана Семёновна (1945), театр актёры. 1967 йылдан Өфөләге хәҙерге Рус дәүләт академия драма театры актрисаһы. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984).
- Вәлиева Миңзифа Таип ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны, Учалылағы хәҙерге Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының вокал класы буйынса уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Сафуанова Гүзәл Шағбан ҡыҙы (1960), ғалим-терапевт. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2013 йылдан гериатрия курсы менән терапия һәм дөйөм табип практикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998 йылдан институт директорының фәнни эш буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор. (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гладышев Георгий Павлович (1936), ғалим-физик—химик. 1968—1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтының директор урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһынан.
- Маннанова Флора Фәтих ҡыҙы (1946), ғалим-стоматолог, юғары категориялы табип. 1981 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылдан — ортопедик стоматология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бабурин Михаил Фёдорович (1907—9.09.1984, скульптор. СССР Художество академияһы академигы (1973). СССР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1965). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).
- Сухов Иван Степанович (1907—13.10.1976), хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник. 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә, 1939 йылда Көнбайыш Белоруссияла хәрби хәрәкәттәрҙә, 1939–1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1939). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Лозин Евгений Валентинович (1937), ғалим-тау инженеры-геолог. 1978 йылдан «Башнефть» берекмәһенең технологик бүлек начальнигы, 2002—2003 йылдарҙа баш геологы, бер үк ваҡытта 1990—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты, 1995—2005 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1998), геология-минералогия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), Рәсәй Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2007). Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Рудь Анатолий Григорьевич (1937), инженер-механик, рационализатор. 1967—2002 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
- Рәхмәтуллин Урал Хәмит улы (1937—1997), ғалим-тарихсы, педагог, партия органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан КПСС-тың Күгәрсен район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1975 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Айһай-Мөрсәләй ауылынан.
- Сергеева Лариса Александровна (1947), ғалим-тел белгесе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2005), профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гордеев Михаил Викторович (1957), ғалим-фитотерапевт. Башҡортостан Фитотерапевтар ассоциацияһының вице-президенты, Рәсәй Фитотерапевтар йәмғиәтенең президиум ағзаһы, фитоүҙәктәр селтәрен булдырыусы, «Здравница травника Гордеева М. В.» фитоүҙәген нигеҙләүсе. Биология фәндәре кандидаты (2003). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәйҙең халыҡ дауалаусыһы.
- Дегтярева Ирина Викторовна (1957), ғалим-иҡтисадсы. 2014—2016 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының Иҡтисад һәм идара итеү институты директоры. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан.
- Петрова Татьяна Юрьевна (1957), йырсы (сопрано), педагог. 1979—1993 йылдарҙа «Москонцерт» берекмәһе солисы, бер үк ваҡытта 1985—1997 йылдарҙа хәҙерге Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы, 2002 йылдан — М. М. Ипполитов-Иванов исемендәге Мәскәү музыка-педагогия институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1997) артисы, Ленин комсомолы премияһы (1982) һәм Бөтә Рәсәй халыҡ музыкаһы конкурсы (Мәскәү, 1979) лауреаты. Сығышы менән Свердловск өлкәһе Артём районы Буланаш ҡасабаһынан.
- Ғималетдин Яруллин (1957), журналист. 2003—2017 йылдарҙа «Сельские узоры» республика аграр журналының директоры (баш мөхәррире). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
- Нәсертдинов Илгиз Диҡҡәт улы (1962), иҡтисадсы, муниципаль хеҙмәткәр. 1998 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы; 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Өфө ҡалаһы биләмәләрендәге территориаль финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәйҙең финанс хеҙмәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ҡыҙыл Яр ауылынан.
- Мещерякова Светлана Алексеевна (1967), ғалим-фармацевт. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2012 йылдан дөйөм химия кафедраһы мөдире. Фармацевтика фәндәре докторы (2016). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Яппарова Рәзилә Әҡсән ҡыҙы (1967), мәғариф алдынғыһы. 1990 йылдан Нефтекама ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең немец теле уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары; 1995 йылдан Дүртөйлөләге хәҙерге 2-се лицей уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2000 йылдарҙа директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Итәй ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәбибуллин Мөхәррәм Нәсибулла улы (1913—1992), мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы район ауылдарының элекке клуб мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Ибрай ауылынан.
- Модина Клавдия Фёдоровна (1938), малсы. 1957 йылдан Хәйбулла районы «Новый путь» колхозы һауынсыһы, 1970—1993 йылдарҙа — иҫәпсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966), коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Турдаков ауылынан.
- Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улы (1948), терапевт-ғалим. 1973 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, 1984 йылдан — бүлек мөдире; 1984 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы, 1996 йылдан — «Башфармация» предприятиеһының генераль директоры; 2007 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР ының (1984) атҡаҙанған табибы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Пешкова Наталья Петровна (1954), ғалим-тел белгесе. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2002), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1724: Никита Демидов, Рәсәй Империяһы сәнәғәтсеһе, меценат, Уралдағы эре заводтар хужаһы.
- 1725: Жозеф Дюплесси, Франция рәссамы, портрет оҫтаһы.
тулы исемлек
- 1730: Огюстен Пажу, Франция скульпторы, классицизм вәкиле.
- 1749: Жан-Батист-Жозеф Деламбр, Франция астрономы.
- 1887: Вера Паше́нная, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 1911: Уильям Джералд Голдинг, Англия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1983).
- 1920: Александр Локшин, СССР композиторы.
- 1920: Карен Хачатурян, СССР һәм Рәсәй композиторы, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1935: Константин Эдуардович Циолковский, Рәсәй Империяһы һәм СССР ғалимы.