Сухов Иван Степанович
Сухов Иван Степанович (19 сентябрь 1907 йыл — 13 октябрь 1976 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник. 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә, 1939 йылда Көнбайыш Белоруссияла хәрби хәрәкәттәрҙә, 1939–1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1939).
Сухов Иван Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 6 (19) сентябрь 1907 |
Тыуған урыны | Белорет, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 октябрь 1976 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVIII съезы[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Японо-китайская война[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Степанович Сухов 1907 йылдың 19 сентябрендә Белорет Заводы ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы) тыуған. Рус. 1919 йылда мәктәптең 4 класын тамамлай. 1919—1921 йылдарҙа Белорет тимер юлында ремонтлаусы, 1921—1925 йылдарҙа — Белорет металлургия заводында ябай эшсе, 1925—1928 йылдарҙа — сым-сөй заводында сөй яһаусы оҫта булып эшләй.
1928 йылдың сентябренән алып — армияла. 1931 йылда Ҡазан пехота мәктәбен тамамлай, 1932 йылдың июненә тиклем Волга буйы хәрби округында пехотала хеҙмәт итә. 1932 йылдың июнендә Ырымбур лётчик-күҙәтеүселәр хәрби авиация мәктәбенә уҡырға ебәрелә һәм шул уҡ йылдың декабрендә уны тамамлай. Хәрби һауа көстәрендә строевой частарҙа штурман була (Белорус хәрби округы). 1935 йылда Ейск диңгеҙ лётчиктары хәрби авиация мәктәбенең штурмандар курсын тамамлай. 12-се тиҙлекле бомбардировка авиация полкы эскадрильяһының отряд штурманы була (Белорус хәрби округы).
1938 йылдың 30 мартынан 1 сентябренә тиклем өлкән лейтенант званиеһында Ҡытайҙа япон илбаҫарҙары менән һуғышта ҡатнаша. Ҡытай Милли-революцион армия составында авиаэскадрилья штурманы була. СБ бомбардировщигында 28 хәрби осош яһай (хәрби налет — 69 сәғәт).
СССР Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы хәрби бурысын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. 1940 йылда рәсми раҫланғандан «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
1938—1939 йылдарҙа — 18-се тиҙлекле бомбардировка авиация полкы штурманы (Мәскәү хәрби округы). 1939 йылдың сентябрендә Көнбайыш Белоруссияны ҡушыуҙа ҡатнаша. 1939 йылдың ноябренән алып — Ҡыҙыл Армия хәрби-һауа көстәре идаралығы штурман-инспекторы.
1939—1940 йылдарҙағы Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы.
1940 йылдың авгусынан алып — авиация дивизияһы штурманы (Балтика буйы хәрби округы). Ошо вазифала һуғышты ҡаршы ала.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы: 1941 йылдың июнь-авгусында — 8-се ҡатнаш авиация дивизияһы штурманы (Төньяҡ-Көнбайыш фронты), 1941 йылдың авгусынан — 81-се авиадивизия командиры ҡарамағында, 1942 йылдың ғинуар-апрелендә — 433-сө разведка авиацияһы полкы авиаэскадрильяһының штурманы, 1942 йылдың аперль-ноябрендә — хәрби-һауа көстәре 26-сы армия штурманы (Карел фронты), 1942 йылдың ноябрь-1943 йылдың март айҙарында — 259-сы истребителдәр авиация дивизияһының өлкән штурманы (Карел фронты), 1943 йылдың марты — 1945 май айҙарында — 5-се истребителдәр авиация корпусының баш штурманы (1-се Украина фронты). Прибалтикала һәм Заполярьела, Курск дуғаһында, Днепр өсөн алышта, Уң яҡ яр һәм Көнбайыш, Берлин һәм Прага операцияларында ҡатнаша.
Һуғыштан һуң хәрби һауа көстәренең строевой частарында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылдың майынан алып полковник И. С. Сухов — запаста.
1946—1950 йылдарҙа — 51-се һанлы авиазаводтың штурман-һынаусыһы (Мәскәү өлкәһе, Реутов ҡалаһы). 1950-1958 йылдарҙа — Самолет ҡорамалдары ғилми-тикшеренеү институтының штурман-һынаусыһы (Мәскәү өлкәһе, Жуковский ҡалаһы). Ли-2, Ил-12, Ил-14 һәм Ил-28 самолеттарында төрлө самолет ҡорамалдарын һынауҙа ҡатнаша.
Мәскәүҙә йәшәй. 1976 йылдың 11 октябрендә вафат була. Мәскәүҙә, Ваганьков зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (22.02.1939);
- Ленин ордены (22.02.1939);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.06.1945);
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены(5.07.1944);
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (19.05.1940, 3.11.1944);
- миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергәИ. С. Сухов исеме Белорет ҡалаһының урамдарының береһенә бирелгән, уның бюсы Дан Аллеяһында ҡуйылған, шулай уҡ Өфө ҡалаһында Ленин районының Забельский микрорайонында яңы урамға уның исеме бирелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Кузнецов И. И., Джога И. М. Первые Герои Советского Союза (1936—1939). Иркутск, 1983.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сухов Иван Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2022)
- Сухов Иван Степанович . «Герои страны» сайты.