Залавин Константин Петрович

совет органдары, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Залавин Константин Петрович — (19 сентябрь 1915 йыл11 сентябрь 2001 йыл), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Залавин Константин Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 сентябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Белорет, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 сентябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ленин ордены
Ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы

Биографияһы үҙгәртергә

Константин Петрович Залавин 1915 йылдың 19 сентябрендә Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Белорецкое ауылында (хәҙер — Белорет ҡалаһы) тыуған. Бөйөк Ватан һуғышынан алдағы йылдарҙа ул ғаиләһе менән Белорет ҡалаһында йәшәй, үҙе лә, ҡатыны ла Белорет металлургия заводында эшләй.

1941-1942 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Свердловск ҡалаһында тиҙләтелгән политруктар курсын тамамлағандан һуң, батарея комиссары вазифаһында ул фронтҡа китә.

Селигер күле буйындағы Асташково тораҡ пункты янында ҡаты яралана — уң ҡулынан яҙа. Горький ҡалаһында госпиталдә оҙайлы дауаланғандан һуң, демобилизациялана һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Тылда уға яуаплы эш участкаларын ышанып тапшыралар. 1942 йылдан башта заводтың партия комитеты секретары, артабан — КПСС-тың Белорет ҡала советы пропаганда бүлеге мөдире, Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Көндөҙ эшендә тырышһа, кистәрен лампа яҡтыһында белемен камиллаштыра. Һул ҡулы менән яҙырға өйрәнә.

1948 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Дим һәм Ленин район комитеттары секретары. КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе секретары.

1956 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы партия мәктәбен тамамлай.

1958 йылдан — Башҡорт АССР-ының еңел сәнәғәт министры.

1959—1993 йылдарҙа М.В. Фрунзе исемендәге Өфө резина-техник изделиелар (хәҙер — эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар УЗЭМИК) заводы директоры.

Шул йылдар дауамында ҙур булмаған завод илебеҙҙең иң ҙур предприятиеларының береһенә әүерелә, Октябрь Революцияы орденына лайыҡ була.

К.П.Залавин етәкселегендә предприятиеның төп производство һәм социаль объекттары төҙөлә, һауала осоусы һәм ҡотҡарыусы техниканың үҙенә бер төрлө изделиеларын заманса ҡатмарлы етештереү нигеҙе, эре габаритлы пневматик ҡоролмалар, офсет баҫма пластиналар һ. б. булдырыла.

Предприятиела ерҙә лә, һыуҙа ла, һауала ла ҡулланылған граждандар тормошонда, шулай уҡ оборонала ла кәрәкле үҙенә бер башҡа уникаль, СССР-ҙа ғына түгел, донъяның тиҫтәләгән илдәренедә билдәлелек алған продукция етештерелә.

Завод директоры предприятие менән ғорурлана, һәр эшсеһен үҙ итә, улар тураһында хәстәрлек күрә. Көслө рухлы, талапсан һәм принципиаль, ҡәтғи, әммә яҡшы күңелле, сикһеҙ эшһөйәр, тәртип яратыусы һәм ғәҙел, тотанаҡлы етәксе булды.

Юғарынан кемдер эш хаҡына коэффициент тәғәйенләй. Директор булараҡ, атайыма коэффициент “7”, эшселәргә — “5” ҡуйылған була. Был документты раҫлағанда, үҙенең эшселәрҙән артыҡ алырға тейеш түгеллегенә баҫым яһап, 7 цифрын 5-кә төҙәтә. Хәҙерге заман өсөн был бик сәйер тойолһа ла, был факт, тип хәтерләне Залавиндың ҡыҙы

.

2001 йылдың 11 сентябрендә вафат була, Көньяҡ зыяратта ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949)
  • ике Ленин ордены (1966, 1971)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1976)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1980)
  • Халыҡтар Дуҫлығы (1981)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1985)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә