Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы

Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы (19 сентябрь 1930 йыл) — Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, СССР-ҙың VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII һәм XXIV съездары делегаты[1]. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Дәүләкән ҡалаһының һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы.

Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән районы, Ҡыҙрас ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Буранғол
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXIII съезд КПСС[d] һәм XXIV съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

БиографияһыҮҙгәртергә

Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы 1930 йылдың 19 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Буранғол ауылында тыуған[1]. Милләте башҡорт. Тулы булмаған урта белем алған[2]. Хеҙмәт юлын «Буранғол» колхозында башлаған. 1953—1958 йылдарҙа «Асылыкүл» колхозында эшләй. Эшкә тырышлығы, яуаплы ҡарағаны өсөн Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитетына депутат итеп һайлана. 1961 йылда Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып китә. Был вазифаһында ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереүгә, социаль-мәҙәни төҙөлөшкә ҙур иғтибар бирә[1]. Ул Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән осорҙа ауыл мәктәбе һигеҙ йыллыҡҡа, ә 1965 йылда 400 урынлыҡ яңы типлы мәктәп бинаһы төҙөлөп, ул урта мәктәпкә әйләндерелә[3].

1963 йылда КПСС сафына инә[2]. 1966 йылда КПСС-тың XXIII съезы делегаты итеп һайлана[1]. 1970 йылда VIII саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советының Милләттәр Советы депутаты итеп һайлана. Уға Башҡорт АССР-ының 505-се Өфө һайлау округы ышаныс күрһәтә[2]. КПСС-тың XXIV съезында СССР-ҙың Юғары Советы делегаты булараҡ ҡатнаша. Милләттәр Советының Мандат комиссияһы ағзаһы була. СССР Юғары Советының IV сессияһында телмәр тота. Депутат статусы тураһындағы закон проектын әҙерләүҙә ҡатнаша[1].

Ғәйшә Мостафа ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, мәктәптәргә осрашыуҙарға йөрөй, йәштәргә милли йолаларҙы өйрәтеүгә лә өлөш индерә. Мәҫәлән, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙерләп сығарған «Дәүләкән ынйылары» тигән китапта информанттар исемлегендә уның да исеме бар[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены[1]
  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы[1]
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы[1]
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[1][6]
  • Хөкүмәттең Почёт грамоталары[1]
  • «Дәүләкән ҡалаһының һәм Дәүләкән районының почетлы гражданы» исеме[1]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Акимбетова Гайша Мустафиновна // Совет Муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан
  2. 2,0 2,1 2,2 Депутаты Верховного Совета СССР, Том 8. Известия Советов депутатов трудящихся СССР, 1970
  3. http://oprb.ru/template/guest/school/index.php?id=102
  4. Дәүләкән ынйылары /Төҙ. А. М. Хәкимйәнова, Р.Ғ. Мөхә-мәтғәлин.- Өфө: «Эшлекле династия», 2008. — 328 б.
  5. http://mirrorref.ru/ref_rnayfsbewbewmer.html
  6. http://bash.asilikyl.ru/news/454-pochetly-isemg-layy-buldylar.html

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Дәүләкән ынйылары / Төҙ. А. М. Хәкимйәнова, Р.Ғ. Мөхәмәтғәлин.- Өфө: «Эшлекле династия», 2008. — 328 б.
  • Давлетбаев Р. Открытый урок в присутствии ветеранов — газета «Асылыкуль», 6 мая 2015 г.
  • Р. Усманов. Вами гордится район — «Асылыкуль», 5 марта 2014 г.
  • https://davlekanovo.bashkortostan.ru/about/honorary/539410/