Цюрупа Александр Дмитриевич

Александр Дмитриевич Цюрупа (ук. Олександр Дмитрович Цюрупа, 19 сентябрь (1 октябрь) 1870 йыл, Алешка — 8 май 1928 йыл, Мухалатка ауылы, хәҙер Олива ҡасабаһы составында, Ҡырым) — большевик, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре.

Александр Дмитриевич Цюрупа
Александр Дмитриевич Цюрупа
РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары
1918 — 1921
Хөкүмәт башлығы: Владимир Ильич Ленин
Алдан килеүсе: Александр Григорьевич Шлихтер
Дауамсы: Николай Павлович Брюханов
РСФСР-ҙың Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы халыҡ комиссары
6 май 1922 — 28 апрель 1923
Хөкүмәт башлығы: Владимир Ильич Ленин
Алдан килеүсе: Иосиф Виссарионович Сталин
Дауамсы: Валериан Владимирович Куйбышев
СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Дәүләт план комиссияһы рәйесе
11 декабрь 1923 йыл — 18 ноябрь 1925 йыл
Хөкүмәт башлығы: Владимир Ильич Ленин, Алексей Иванович Рыков
Алдан килеүсе: Глеб Максимилианович Кржижановский
Дауамсы: Глеб Максимилианович Кржижановский
СССР-ҙың тышҡы һәм эске сауҙа халыҡ комиссары
18 ноябрь 1925 йыл — 16 ғинуар 1926 йыл
Хөкүмәт башлығы: Алексей Иванович Рыков
Алдан килеүсе: Вазифа булдырылған
Дауамсы: Лев Борисович Каменев
 
Тыуған: 19 сентябрь (1 октябрь) 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Рәсәй империяһы, Таврия губернаһы, Алёшки ҡалаһы
Үлгән: 8 май 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (57 йәш)
Ҡырым АССР-ы, Мухалатка ауылы (хәҙер Олива ҡасабаһы составында)
Ерләнгән: Кремль диуарындағы некрополь[d]
Партия: 1898 йылдан РСДРП (б) ағзаһы

СССР-ҙың 1-4-се саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) ағзаһы , ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы (1923—1928). Илдә аҙыҡ-түлек диктатураһын индереү инициаторы (ВЦИК-тың 1918 йылдың 13 майындағы Декретына ярашлы), продотрядтар ойоштороусыларының береһе.

Биографияһы

үҙгәртергә

Этник украин.

1893 — Херсон ауыл хужалығы училищеһы (5 айлыҡ арестан һуң ҡыуыла).

Тормош осорҙары

үҙгәртергә
18931917 йыл — статистик, агроном булып эшләй. 1893, 1895 һәм 1902 йылдарҙа ҡулға алына.
19021905 — Олонецк губернаһына һөргөнгә ебәрелә.
19051917 — Өфө губернаһында кенәз В. А. Кугушев имениялары идарасыһы була
1917 — РСДРП-ның Өфө берләшкән комитеты Президиумы ағзаһы, Өфө Советы депутаты, Өфө губерна аҙыҡ-түлек идаралығы рәйесе, Өфө ҡала думаһы рәйесе (июнь — октябрь).
19171921 — РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары һәм комиссар урынбаҫары
19221923 — Халыҡ комиссарҙары Советы һәм РСФСР-ҙың, СССР-ҙың СТО рәйесе урынбаҫары һәм шул үк ваҡытта РКИ наркомы
19231925 — СССР Госпланы рәйесе
19251926 — СССР-ҙың эске һәм тышҡы сауҙа наркомы
Мухалатка ҡасабаһында (Ҡырым АССР-ы) дауаланған саҡта йөрәк фалижынан вафат була.

Кремациялана, көлө Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы Кремль стенаһында урнаға һалына.

Партия һәм йәмәғәт тормошо

үҙгәртергә
  • 1898 йылда РСДРП-ға инә
  • Социал-демократ
  • Большевик
  • ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы
  • 1917 йылда РСДРП (б)-ның Өфө комитеты ағзаһы, ҡала думаһының һәм губерна аҙыҡ-түлек комитеты рәйесе була.
  • 1917 йыл Петроградҡа икмәк менән эшелондар ебәреүҙә ойоштора.
  • 1918 йылдың 8 майында Халыҡ комиссарҙары Советы ултырышында илдә аҙыҡ-түлек диктатураһын индереү буйынса төҡдим менән сығыш яһай (1918 йылдың 13 майындағы ВЦИК декреты менән индерелә). Продотрядтар ойоштороусыларының береһе.

1924 йылда «В. И. Ленин тураһында» исемле мәҡәлә яҙа, «Ленин һәм аҙыҡ-түлек эше» хеҙмәте авторы (В. И. Ленин тураһында хәтирәләр, 5 том, М., 1990)

  • Апаһы — революционер, кенәз Вячеслав Александрович Кугушевтың ҡатыны була.
  • Улы — Цюрупа Всеволод Александрович (1912—1982), журналист, уның ҡатыны — балалар яҙыусыһы Эсфирь Яковлевна Цюрупа.

Уның исемен йөрөтә

үҙгәртергә

Кинематографта

үҙгәртергә
 
А. Д. Цюрупа почта маркаһында, СССР, 1970 йыл

«Ленин 1918 йылда» кинофильмында (реж. М. Ромм, 1939 йыл) РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары А. Д . Цюрупа Совнарком рәйесе Владимир Ильич Ленин кабинетында доклад эшләгән саҡта аслыҡтан иҫен юғалта.

  • Давыдов Михаил Иосифович А. Д. Цюрупа. — М.: Госполитиздат, 1961.
  • Красильщиков Владимир Ильич Интендант революции: Повесть об Александре Цюрупе. — М.: Политиздат, 1968. — (Пламенные революционеры). — 335 с., ил.
  • Днепровский Арий Александрович Эшелоны жизни. — М.: Политиздат, 1981.
  • Цюрупа В. А. Колокола памяти. — М.: Политиздат, 1986. — 256 с.
  • Писаренко Э. Е. Александр Дмитриевич Цюрупа. // Вопросы истори. — 1989. — № 5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә