18 июль
көнө
(18 июля битенән йүнәлтелде)
18 июль — григориан стиле буйынса йылдың 199-сы (кәбисә йылында 200-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 166 көн ҡала.
18 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара Нельсон Мандела көнө.
- Ер: Һоҡландырғыс (өлгөлө) ғаилә көнө.
- «Тетрис» уйынының тыуған көнө.
- Рәсәй Федерацияһы:
- Эске эштәр органдарының хужалыҡ хеҙмәте көнө.
- Янғындан һаҡланыуҙы күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1872: Бөйөк Британияла донъяла тәүге тапҡыр йәшерен тауыш биреү үткәрелә.
- 1885: Рәсәй империяһы уйлап табыусыһы Николай Бенардос электр дуғаһы менән иретеп йәбештереү йәки «электрогефест» ысулын тәҡдим итә.
тулы исемлек
- 1898: Атом һаны 84 булған радиоактив химик элемент полоний асыла.
- 1945: Хәҙерге Рәсәйҙең Вологда өлкәһе Череповец районы һәм Ярославль өлкәһенең Брейтов районы биләмәләрендә Дарвин дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шутко Александр Степанович (1890—25.02.1972), ғалим-агроном, селекционер, юғары мәктәп эшмәкәре. 1936—1959 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының селекция һәм орлоҡсолоҡ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1937 йылға тиклем агрономия факультеты деканы, 1937—1938 йылдарҙа институт директорының уҡыу уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1950), профессор (1950). Ленин ордены кавалеры (1954). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков өлкәһе Люботин ҡалаһынан.
- Итбаев Салауат Мостафа улы (1945—10.12.2020), сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡуйыусы режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Бикбау ауылынан.
тулы исемлек
- Нәзифуллин Вил Лотфи улы (1950), ғалим-терапевт. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан — терапия һәм кесе шәфҡәт туташы хеҙмәте кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Йомағужин Валерий Әфтәх улы (1950), ғалим-математик. 1972—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1985 йылдан (өҙөклөк менән СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Ярославль өлкәһе Переславль-Залесски ҡалаһындағы А. К. Айламазян исемендәге Программа системалары институтының системалы анализ тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре, 1992 йылдан өлкән, 2011 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Переславль ҡалаһы университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2010).
- Буковский Сергей Анатольевич (1960), СССР һәм Украинаның кино режиссёры. Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996) һәм халыҡ артисы (2008), Тарас Шевченко исемендәге милли премия лауреаты (2004). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Никитина Ирина Леонидовна (1970), ғалим-фармаколог. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2006 йылдан Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы Лицензиялау консультатив-методик үҙәге филиалы хеҙмәткәре, 2007—2012 йылдарҙа директоры. Медицина фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Мари Иле Республикаһының баш ҡалаһы Йошкар-Оланан.
- Йосопов Данир Рифҡәт улы (1980), спортсы. 1998—1999 һәм 2002—2010 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2008). Бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы (1999, 2002—07, 2009—10). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Лазарев Николай Иванович (1926—28.01.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Танк бригадаһының автоматсылар батальоны автоматсыһы, өлкән сержант (1945). Советтар Союзы Геройы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Ҡарама утарынан. Башҡортостан биләмәләрендә тыуған аҙаҡҡы Советтар Союзы Геройы.
- Анохин Виктор Фёдорович (1951), спорт ветераны, тренер. 1974—1979 йылдарҙа еңел атлетика буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы, 1976 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. РСФСР һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1975) чемпионы, ябыҡ биналарҙа 800 метрға йүгереүҙә СССР рекордсыһы (1977).
тулы исемлек
- Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы (1956), ғалим-тарихсы. 1979—1980, 1983—1989 һәм 1998—2005 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1989—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2005 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Банников Александр Геннадьевич (1961—24.09.1995), уҡытыусы, шағир, Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1990 йылдан Ҡариҙел районы Магинск урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1989 йылда Корея Халыҡ Демократик Республикаһында уҙған Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивале делегаты. Сығышы менән ошо ауылдан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шмелёв Илья Григорьевич (1927—25.03.1997), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1987 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы слесары һәм машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Трости ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөхәмәтхафизова Миңсафа Мөхәмәтхафиз ҡыҙы (1908—26.10.2010), йөҙйәшәр. 1924—1961 йылдарҙа Дүртөйлө районы Калинин исемендәге колхоз һауынсыһы, ветеринария хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Мәскәү ауылынан.
- Пантелеев Геннадий Александрович (1913—?), төҙөүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1977 йылдарҙа «Башнефтепроект» институтының төркөм етәксеһе, бүлек начальнигы, баш инженер урынбаҫары. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Васильевка ауылынан.
тулы исемлек
- Мәмлиев Әнүәр Миңлегәрәй улы (1923—2004), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Филимонов Александр Андреевич (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан «Туймазабурнефть» тресы быраулау контораһының вышка монтажлау цехы слесары, начальнигы; 1963—1982 йылдарҙа Шкапов газ эшкәртеү заводының цех начальнигы. Рационализатор. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
- Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы (1928—1.07.2013), геолог-ғалим. 1969 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, 1976—1991 йылдарҙа — институт директоры. Бер үк ваҡытта 1974—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Экология академияһы һәм Урал Геология академияһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почётлы ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986) кавалеры.
- Черных Сергей Прокопьевич (1928—19.11.2011), инженер-ғалим. 1955—1962 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979), Рәсәйҙең атҡаҙанған химигы (2004), СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1985), РСФСР-ҙың химия һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1987), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән Урал өлкәһенең Чернова ауылынан.
- Буйлов Андрей Петрович (1948), педагог, мәғариф, комсомол,партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1973 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы Сихонкин урта мәктәбенең директор урынбаҫары, директоры; 1985 йылдан Калинин исемендәге колхоздың партбюро секретары, 1987 йылдан КПСС район комитетының дөйөм бүлек мөдире; 1991 йылдан район мәктәптәре директоры; 1995 йылдан район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, 2000 йылдан район советы рәйесе урынбаҫары, 2004 йылдан — район советы секретары. СССР-ҙың мәғариф, Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Андреевка ауылынан.
- Латипов Рәйес Әфтәх улы (1948), инженер, 1986—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ғәлиева Минзәлә Рәшит ҡыҙы (1958), тпровизор. 1986 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы 28-се үҙәк район дарыуханаһы хеҙмәткәре, 1988 йылдан 210-сы, 1989 йылдан 28-се дарыухана мөдире; 1998 йылдан Өфө ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәре, 2011—2015 йылдарҙа «Талҡаҫ» шифаханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондың Урғаҙа ауылынан.
- Әкрәмов Фаил Мирзанур улы (1963), нефтсе. 1985 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехы мастеры, 2-се цех мастеры, әйҙәүсе геолог, цех начальнигы; Үҙәк инженер-технология хеҙмәте начальнигы; 3-сө цехтың әйҙәүсе инженеры; 1-се цех мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Ябалаҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шириев Шәех Ширияздан улы (1924—3.03.2013), педагог, 1954—1977 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Ҡабан урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, 1977—1984 йылдарҙа — директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Халыҡ мәғарифы отличнигы (1955), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Сергеев Пётр Васильевич (1929—14.11.1981), хеҙмәт алдынғыһы. 1958—1981 йылдарҙа Бишбүләк районының Максим Горький исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Баҙлыҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1820: Гевонд Алишан, Әрмәнстан шағиры, филолог һәм тарихсы.
- 1855: Аксель Паульсен, Норвегия фигурисы, конькиҙа йүгереүсе.
тулы исемлек
- 1875: Рихард Хёнигсвальд, Германия һәм АҠШ философы.
- 1900: Натали Саррот (төп исеме Наталия Ивановна Черняк), Франция яҙыусыһы, сығышы менән Рәсәй империяһынан.
- 1910: Иван Курилов, СССР-ҙың балет артисы, балетмейстер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1968).
- 1918: Нельсон Мандела, Көньяҡ Африка Республикаһының 8-се президенты.
- 1925: Анатолий Ананьев, СССР яҙыусыһы, 1973—2001 йылдарҙа «Октябрь» журналының баш мөхәррире, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984).
- 1960: Андрей Ильин, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1993).
- 1975: Дарон Малакян, АҠШ-тың «System of a Down» рок-төркөмө гитарисы.
- 1980: Рёко Хиросуэ, Япония йырсыһы, актриса.
- 1995: Суй Вэньцзин, Ҡытай фигуристкаһы, бер нисә тапҡыр донъя чемпионы.
- 1610: Микеланджело Караваджо, Италия рәссамы.