Лазарев Николай Иванович
Лазарев Николай Иванович (18 июль 1926 йыл — 28 ғинуар 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Танк бригадаһының автоматсылар батальоны автоматсыһы, өлкән сержант (1945). Советтар Союзы Геройы (1990).
Лазарев Николай Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 18 июль 1926 |
Тыуған урыны | Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 1998 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Шишкин Лес[d], Подольский район[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Подольск |
Һөнәр төрө | инженер |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт ерендә тыуған аҙаҡҡы Советтар Союзы Геройы[1].
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Иванович Лазарев 1926 йылдың 18 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Ҡарама утарында[2] рус крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. 1931 йылда ғаилә раскулачить ителә һәм Себергә һөргөнгә Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһы эргәһендәге Толзос биләмәһенә һөрөлә.
1943 йылдың сентябренән Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1944 йылдың июленән алып.
1944 йылдың 18 сентябрендә 24-се танк бригадаһының моторлаштырылған батальонының автоматсыһы (2-се Балтик буйы фронты, 3-сө удар армия, 5-се танк корпусы,) Латыш ССР-ндағы Скудрес торама пункты өсөн алышта[3] дошмандың ауыр танкылар ярҙамында үткәрелгән контратакаһын кире ҡағып, танкыға ҡаршы граната менән алда килгән «Тигр»ҙы сафтан сығара һәм батальондың уңышын тәьмин итә. 1944 йылдың ноябрендә Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, әммә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән наградлана (16 ноябрь 1944).
1945 йылда өлкән сержант званиеһында демобилизациялана һәм Новокузнецк ҡалаһындағы «Коммунар» кинотеатрында (1947—1948) эшләй. Металлургия техникумын тамамлағандан һуң, Новокузнецк Металл эшкәртеү, Көнбайыш-Себер Металл эшкәртеү заводтарында эшләй.
1953 йылдан — КПСС ағзаһы.
Һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Подольск райoны Шишкин Лес ҡасабаһында йәшәй. 1985 йылдан — СССР Министрҙар Агросәнәғәт комплексы Советы ҡарамағындағы комиссияла өлкән инженер (Мәскәү өлкәһе).
1990 йылдың 5 майында СССР Президенты указы менән 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Лазарев Николай Ивановичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены (460046-сы һанлы) һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (11606-сы һанлы) тапшырыла.
Шишкин Лес ҡасабаһында вафат була. Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1990);
- Ленин ордены (1990);
- ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945);
- 3-сө дәрәжә Дан ордены (16 ноябрь 1944);
- миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылында Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Советтар Союзы Геройы Лазарев Николай Ивановичҡа стендтарҙың береһе арналған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ vatandash.ru/index.php?article=459
- ↑ Ныне — Зилаирского района Башкортостана
- ↑ Ныне территория Менгельской волости Огрского края Латвии.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Смирнов Е. А. Лазарев Николай Иванович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Лазарев Николай Иванович . «Герои страны» сайты.