Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы

ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2003). Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы.

Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы (18 июль 1956 йыл) — ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре докторы, профессор (2003)[1]. Юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 июль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Рәмил Зөфәр улы Мөҙәрисов 1956 йылдың 18 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын «тарихсы» квалификацияһы буйынса тамамлай. 1979—1980, 1983—1989 һәм 1998—2005 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1989—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта[1].

1987 йылда тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Развитие горнозаводской промышленности Южного Урала в первой половине XIX века» темаһына диссертация яҡлай. 2003 йылда тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века: 1801-1861 гг.» темаһына диссертация яҡлай[2].

2005 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, «Философия, тарих һәм хоҡуҡ» кафедраһы профессоры.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре тау сәнәғәте, алтын табыу сәнәғәте, тоҙ сығарыу кәсептәре, эшкәртеү сәнәғәте, Көньяҡ Уралдың эшселәр синыфы тарихына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы[1].

Төп хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Горнозаводская промышленность Южного Урала в первой половине XIX в. Уфа, 1998;
  • Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801—1861). Уфа, 2003.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Винокуренные заводы
  • Кожевенные заводы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Профиль Мударисова Рамиля Зуфаровича на официальном сайте «Финансовый университет: Годы и люди» 2022 йыл 3 июль архивланған.