Талҡаҫ шифаханаһы
Талка́ҫ — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы территорияһындағы дауалау-профилактика шифаханаһы.
Талҡаҫ шифаханаһы |
Шифахана Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан. Талҡаҫ күле (шифахананың исеме лә шунан алынған) Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендә йәйрәп ята. Көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 саҡрымда Түбә ауылы, 1 саҡрымда — Иҫән ауылы, төньяҡҡа табан 31 саҡрымда — Баймаҡ ҡалаһы, төньяҡ-көнбайышҡа 71 саҡрымда — Сибай ҡалаһы һәм ошо исемдәге тимер-юл станцияһы.
1931 йылда Түбә руднигының ял итеү базаһы булараҡ асыла, 1933 йылдан — ял йорто, 1956 йылдан — «Баймаҡ» ял йорто, 2005 йылдан хәҙерге исемендә йөрөтөлә[1]. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы «Талкаҫ» шифаханаһында яҙыусыларҙың Ижад йортон аса[2].
Төп дауалау факторҙары: климат, ванналар өсөн минераль һыу (гидрокарбанатлы һәм минералләштерелгән — 0,29 г/л кальций-магнийлы). Бальнеотерапия, гирудотерапия, батҡаҡ менән дауалау, энә рефлексотерапияһы, ҡымыҙ менән дауалау, физиотерапия; каскадлы душы булған бассейн, мунса һ. б. дауалау ысулдары ҡулланыла. Профиле: һөйәк-мускул, һейҙек-енес, нервы системалары сирҙәрен, матдәләр алмашыныуы, терәк-хәрәкәт аппараты, тын алыу органдары сирҙәрен дауалау.
Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғинуарҙа уртаса һауа температураһы — 17°С), йәй йылы (июлдә уртаса температура — +17°С).
Йыл әйләнәһенә эшләгән щифаханала йәйен бер юлы — 300, ҡышын 126 кеше ял итә һәм дауалана ала.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәМунасипов К. Т. Дом отдыха «Баймакский» на озере Талкас. Сибай, 1999.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Талҡаҫ шифаханаһы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Указ Президента Республики Башкортостан от 29 августа 2005 года N УП-361 «О государственном унитарном предприятии санаторий „Талкас“ в Баймакском районе Республики Башкортостан»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://docs.cntd.ru/document/935110796
- ↑ mgazeta.com/category/sotsium/pisateli-i-poety-vsegda-na-peredovoy-/