Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы

рәссам

Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы (17 сентябрь 1946 йыл) — рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Ойошма ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Исмәғил Ҡорбан улы Ғәзизуллин 1946 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

1972 йылда П. П. Беньков исемендәге Ташкент художество училищеһын тамамлай.

Примитивизм һәм кубизм һыҙаттарын ҡушып, авангардист рәссам булараҡ эшләй.

«Инйәр» (1989), «Һары бейә» (1990), «Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы» (1996) ижади төркөмдәре ағзаһы.

Рәссамдың картиналары Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, «Оҙайлы һаҡламдар фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, «Урал» галереяһында, Милли мәҙәниәт музейында, «Ҡазан» милли-мәҙәни үҙәгендә (Ҡазан) һаҡлана.

Ижади эштәре

үҙгәртергә

«Уҡыусы ҡыҙ», «Тау юлы» (1989). «Ҡунаҡта», 1986; «Ауыл хәстәре» (1989); «Киске намаҙ» (1998); «Яҙғы гөлләмә», «Һәнәк тотҡан ир», «Ураҡ тотҡан бабай», «Розалар һәм балта», «Йәйге төн», «Күрешеү», «Яңғыҙ ҡарсыҡ», «Түбән ай», «Иртәнге намаҙ», «Катруф ҡаҙыу», «Тауҙарҙа таң ата», «Оля портреты», «Чечен синдромы», «Ситтәге эт», «Баҡсам сюжеты».

«Ҡош тотҡан ҡарт» (1998) литографияһы, «Бесәндә», «Ҡартлыҡ» (1990) акварелдәре.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы 1982 йылдан республика, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Өфөлә шәхси күргәҙмәләр ойоштора (1988, 1996).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә