Мөхәббәт — кешегә генә хас булған тойғо, бер кешенең икенсе кешегә ҡарата тәрән бәйләнеше, симпатияһы, һөйөүе[1][2][3][4].

Йөрәк — Мөхәббәт символы

Мөхәббәттең төрҙәре

үҙгәртергә
  1. Кемгә йәки нимәгәлер булған яратыу тойғоһо; һөйөү. Әсәгә булған мөхәббәт.
  2. Ике енес кешеләре араһындағы яратыу хисе; ғишыҡ. Саф мөхәббәт. Тәүге мөхәббәт.
  3. Берәй нәмә менән мауығыу йәки ҡыҙыҡһыныу тойғоһо. Китапҡа булған мөхәббәт.[5]

Мөхәббәт — донъя мәҙәниәтендә һәм сәнғәтендә дөйөм һәм фундаменталь тема булып ҡала. Мөхәббәтте тикшереү боронғо фәлсәфәүи системаларҙа һәм әҙәбиәттә лә сағылыш тапҡан.

"Мөхәббәт" ғәрәп теленән килгән һүҙ тигән ҡараш киң таралһа ла, уның сығышы боронғо Һиндостанда дини-фәлсәфәүи ихтыяждарға хеҙмәт итеүсе әҙәби тел — санскрит теленә бәйле. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың төрлө райондарында алып барылған археологик эҙләнеүҙәр нигеҙендә Көньяҡ Уралда бик боронғо дәүерҙәрҙә hинд-герман телдәр ғаиләhенә ҡараған иран-арий ҡәбиләләре йәшәүе иҫбат ителде. Был ҡәбиләләрҙең йәшәү рәүеше, йолалары hәм ғәрөф-ғәҙәттәренең үтәлеше, башҡорт теле менән уртаҡлыҡтары булыуы тураhында фәнни мәғлүмәттәр көн битенә сыҡты. Бына шул санскрит телендә maxabhuta — бөтә нәмә, бөтә тереклектең барлыҡҡа килеүен тәьмин итеүсе дүрт тәүэлементтың (ер, ут, һыу, һауа) бергәлегенә ишара яһаусы төшөнсәне аңлата. Һиндостандан таралған дини-фәлсәфәүи тәғлимәт — йога өйрәтеүенсә, аңы йөрәк тәңгәлендәге анахата кимәленә күтәрелгән осраҡта ғына,әҙәм балаһы был тойғоға эйә була ала. Шуға күрә кешелек донъяhына хас барса мөнәсәбәттәрҙә лә даими рәүештә теүәл hәм яуаплы булырға өйрәтә йога тәғлимәте: ата-әсә һәм бала, ир-ҡатын, туған-зат, дуҫ-иш кимәлендә генә түгел, ә шулай уҡ милләтеңә, туған телеңә, Тыуған илеңә тоғролоҡ hаҡлай белеү — былар барыhы ла мөхәббәт тойғоһоноң йәшәйешебеҙҙәге сағылышы.

Кешеләр араhын бутау, дошманлашыу, үс hаҡлау, көнләшеү, кенә ҡыуыу кеүек түбән хис-тойғоларҙан арынып ҡына, йөрәген таҙартыу мөмкин әҙәм балаhына.

Исламда мөхәббәт төшөнсәһе

үҙгәртергә

Мөхәббәт Аллаһы тәғәлә тарафынан Әҙәм ғ.с. һәм уның хәләл ефете Һауа мөнәсәбәттәрендә үк һалынған. Аллаһ кешелектең Тәүатаһы Әҙәмде барлыҡҡа килтергәндән һуң, уның бәдәненән үк Инәбеҙ Һауаны яралтҡан. Уларға һөйөү тойғоһо биреп, йәндәренә, тәндәренә ләззәт бүләк иткән.

Уларҙан инде был тойғолар барлыҡ кешелеккә бирелгән.

Пәйғәмбәрҙәрҙән мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡороу, никах йолаһы ингән. Ҡорьәндә был хаҡта шулай тиелгән

  Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар
 

.

"Мөхәббәт" һүҙе дини яҙмаларҙа йыш осрай, әммә уларҙың күпселеге Аллаһы тәғәләгә, Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (с.ғ.с), башҡа пәйғәмбәрҙәргә, хаҡ имадарға һ.б һәм мөьмин-мосолмандың үҙ-ара һөйөүен күҙҙә тота.

"Йософ үә Зөләйха" ғишҡы Ҡөрьәндә лә телгә алына. Йософ ғәләйһиссәләм ғиффәтлелек, нәфсеһен тыя белеү өлгөһө булһа, Зөләйха миҫалы иһә мөхәббәттең ни тиклем яндырғыс була алыуын бәйән итә.

Сәләмәт йөрәккә эйә булыу — кешенең Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында уңышҡа ирешеүселәрҙән булыуынан. Ауырыуҙарҙан һәм боҙоҡлоҡтарҙан азат булған йөрәк кенә сәләмәт һанала. Бындай йөрәктә Аллаһҡа мөхәббәттән, Унан ҡурҡыуҙан һәм Унан йырағайтыусы нәмәләрҙән ҡурҡыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ.

  …байлыҡ та, балалар ҙа файҙа килтермәгән ул көндә (Ҡиәмәт көнөндә) Аллаһ янына сәләмәт йөрәк менән килеүсе генә ҡотоласаҡ
 

Хәҙис шәриф

үҙгәртергә

Ике кеше араһындағы, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт Аллаһ хаҡына булғанда ғына мөхәббәт иң юғары ләззәт бирә, ғаиләләрҙең бәхетенә нигеҙ була тип һанай Ислам дине.

  Бер кеше икенсеһен Аллаһ хаҡына ихлас, иманлы һөйөү менән яратһа ғына диненең ләззәтен татыр. Әнәс, әл Бухари, Мөслим һәм әт-Тирмизи хәҙис шәрифтәренән  

[6]

Мөхәббәт - ауыҙ-тел ижадында

үҙгәртергә

Мөхәббәт тойғоһо кешелеккә хас тойғоларҙың иң көслөһө һәм иң бөйөгө. Уның хаҡына кешелек донъяһы тарихында батырлыҡтар ҡылынған, иң ҡаты һынауҙар үтеп сығылған, иң матур риүәйәттәр яҙылған, йырҙар йырланған. Башҡорт халҡы борондан "Йософ үә Зөләйха", "Таһир үә Зөһрә" кеүек дастандарҙы белгән, яттан һөйләгән, телдән-телгә тапшырған.

"Сәлимәкәй (йыр)", "Зәлифәкәй (йыр)", "Зөлхизә (йыр)" кеүек халыҡ йырҙары мөхәббәткә, һөйгән йәрҙәренә бағышлап сығарылған.

Был юғары тойғоға күп кенә башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре бағышланған:

  • Мөхәббәткә үлем юҡ.
  • Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
  • Мөхәббәт таш ярҙырта.
  • Мөхәббәт уты тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти.
  • Мөхәббәт уты майhыҙ ҙа яныр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Любовь 2012 йыл 2 ноябрь архивланған. // Толковый словарь Ожегова (копия)
  2. Аверинцев С. С., Спиркин А. Г. Любовь // БСЭ
  3. Love // Oxford English Dictionary. — Oxford University Press, 2008
  4. Love // Merriam-Webster Dictionary (инг.)баш.
  5. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  6. Таинство истинной любви [1]

 дня) — история). — М.: Республика. — 1994. — 368 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә