Дауытов Әнүәр Хәлил улы

Дауытов Әнүәр Хәлил улы (17 сентябрь 1928 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, Корей һуғышы ветераны. 1957 йылдан КПСС ағзаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Әнүәр Хәлил улы Дауытов 1928 йылдың 17 сентябрендә Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантоны Иҙәш (Аҡҡошоя) ауылында (хәҙер бөткән) тыуған. Атаһы башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Дауытов Хәлил Дауыт улы (1891 йылғы), ике тапҡыр репрессияға тарттырыла.

Дүрт класс уҡый.

1950-1953 йылдарҙа Корея һуғышында Ҡытай Халыҡ Республикаһы ғәскәрҙәре составында һуғыша. ҠХР Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты рәйесе Мао Цзэдун 1952 йылдың ғинуарында Әнүәр Дауытовты миҙал менән бүләкләй.

1957 йылда партияға инә. 1964 йылда хәрби хеҙмәттән китә.

Ҡатыны — Мәүжидә (1935 йылғы).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡытай Халыҡ Республикаһы миҙалы (1952)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә