Фазлыев Ғәли Хажи улы

Фазлыев Ғәли Хажи улы (17 сентябрь 1912 йыл — 18 ноябрь 1995 йыл) — уҡытыусы, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби корреспондент, гвардия өлкән лейтенанты. Туймазы ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһының Хәрби дан музейын ойоштороусы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Смоленск (1973) һәм Туймазы ҡалаларының (1994) почётлы гражданы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәли Хажи улы Фазлыев 1912 йылдың 17 сентябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Бәтке ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, алты туғаны араһында иң олоһо була. Аталары Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, немецтәрҙә әсирлектә булып, өйөнә 1919 йылда ғына ҡайта.

1920 йылда Ғәли беренсе синыфҡа уҡырға бара. Дүртенсе синыфты тамамлағас, тәүге пионерҙарҙың береһе булараҡ, уны уҡыу өйөнә мөдир итеп ҡуялар. Ул күрше ауылдарҙа "ҡыҙыл мөйөш"тәр ойоштора.

1929 йылда комсомол сафына алына, тиҙҙән уны йәштәр ойошмаһының урындағы ячейка секретары итеп һайлайҙар.

1930—1932 йылдарҙа Башҡорт педагогия техникумында уҡый, артабан ике йыл Үрге Сәрҙек башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1935 йылдан Шаран районының Аблай ауыл Советында секретарь, комсомол район комитетында яуаплы секретарь, район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. 1939 йылда ВКП(б) сафына ҡабул ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 10 сентябрендә Ғәли Фазлыев Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен Калинин фронтында Башҡортостанда ойошторолған һәм республиканан саҡырылған яугирҙәрҙән торған 361-се дивизияның уҡсылар полкында ВЛКСМ бюроһының яуаплы секретары вазифаһында башлай. Калинин өлкәһе Гудков ҡалаһы янындағы алыштарҙағы уңыштары өсөн 1942 йылдың мартында дивизияға гвардия, ә 1943 йылдың октябрендә Невель ҡалаһын азат иткәне өсөн «Невель» исемдәре бирелә. Яугирҙәре «башҡорт бөркөттәре» тип йөрөтөлгән 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһы, данлы һуғыш юлы үтеп, Берлинға барып етә.

1942 йылдың 31 мартында Ғәли Фазлыев ҡаты яралана һәм сентябргә тиклем госпиталдә дауалана. Һауығып сыҡҡандан һуң ул 39-сы Армияның яңы ойошторолған уҡсылар дивизияһына разведка ротаһы командиры урынбаҫары итеп ебәрелә. Был часть составында 1943 йылдың 25 сентябрендә Смоленск ҡалаһын азат итеүҙә һәм башҡа алыштарҙа ҡатнаша. 10 ноябрҙә Белоруссияның Витебск ҡалаһы өсөн барған яуҙарҙың береһендә икенсе тапҡыр ҡаты яралана. 1944 йылдың мартында дауаланып сыҡҡас, Литва ССР-ының Вильнюс һәм Каунас ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, яуҙарҙың береһендә өсөнсө тапҡыр ҡаты яра ала. Һауыҡҡандан һуң НКВД ғәскәрҙәренең 86-сы пограничниктар полкына ебәрелә, уның составында фашистарға ҡаршы көрәшен дауам итә һәм Еңеүҙе Кенгсберг исеме алған ошо полкта ҡаршы ала. 1946 йылдың 14 сентябрендә гвардия өлкән лейтенанты булып запасҡа ҡайтарыла. Фронтта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.

Артабан 30 йылға яҡын Туймазы ҡалаһының төрлө ойошмаларында хеҙмәт һала, шул иҫәптән 1947 йылдың декабренән 1948 йылдың декабренә тиклем ВКП (б) район комитетының хәрби бүлек мөдире, 1950—1957 йылдарҙа — район комитеты инструкторы була. 1948—1950 йылдарҙа Туймазы халыҡ судында эшләй. 1959 йылдан "Башкниготорг"тың Туймазылағы магазины мөдире була, 1964—1968 йылдарҙа — "Сельхозтехника"ның район берекмәһендә эшләй.

Ветеран 1995 йылдың 18 ноябрендә вафат була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы алдынан 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһы тураһында материалдар йыйыу, ветерандарҙы эҙләп табыу һәм дивизияның Хәрби дан музейын ойоштороу, был эштәргә уҡыусыларҙы йәлеп итеү тәҡдиме менән Ғәли Хажи улы ВЛКСМ-дың ҡала комитетына һәм 1-се интернат-мәктәпкә мөрәжәғәт итә. Уның был башланғысы ныҡлы яҡлау таба. Интернат-мәктәптең комсомол йыйылышында «Красная гвоздика» клубы эҙәрмәндәре ҡатнашлығында һәм тыуған яҡты әүҙем өйрәнеүсе география уҡытыусыһы Әзиф Әүхәҙи улы Шәрифуллин етәкселегендә эҙләнеү төркөмө ойошторола. Тағы ла бер йылдан интернат-мәктәптә 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһының Хәрби дан музейы асыла. Артабан ул республикалағы иң яҡшы мәктәп музейҙарының береһе булып таныла, хәҙерге ваҡытта Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының Бөтә Рәсәй ойошмаһының Почёт китабына индерелгән. Ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһының Хәрби дан музейын ойоштороуға индергән шәхси өлөшө өсөн Тумазы ҡала Советының 1994 йылдың 20 апрелендәге ҡарары менән Ғәли Хажи улы Фазлыевҡа «Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Смоленск ҡалаһының почётлы гражданы (1973)
  • Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1994)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Туймазинцы в годы Великой Отечественной войны [Текст] // Туймазинская земля: дела и люди / Авт. текста Л. Н. Кадырова; отв. за вып. Д. М. Арсланова, Г. Ш. Давлетова; фотографии Р. К. Бадыкова, И. А. Хайруллина, А. К. Арсланова, из фондов Туймазинского историко-краеведческого музея. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2005. — С. 36-65.
  • Фазлыев Г. Х. Воспоминания ветерана Великой Отечественной войны, инвалида II группы Фазлыева Г. Х. [Текст] / Г. Х. Фазлыев // Папка-накопитель «Фазлыев Гали Хазиевич»; [читальный зал центральной библиотеки МАУК «МЦБ» МР Туймазинский район РБ]. — [4] с. — (Почётные граждане Туймазинского района и г. Туймазы).
  • Файзуллин В. Оставил на память музей [Текст] / В. Файзуллин // Туймазинский вестник. — 2005. — 2 дек.