Сэндвич
Сэндвич, сандвич (ингл. sandwich — уртаға урынлаштырыу[1]) — ике икмәк киҫәгенән һәм улар араһында ниндәй ҙә булһа эслек булған бутерброд төрө (ябыҡ бутерброд). Инглиз телендә бер киҫәк икмәктан торған бутербром асыҡ сэндвич (ингл. open sandwich) тип атала.
Сэндвич | |
| |
Авторы | |
---|---|
Милли исеме |
sandwich |
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
икмәк, эслек, ит, соус, салат һ.б. |
Викимилектә медиафайлдар Сэндвич |
Сэндвичтың француз варианты крок-месье, итальянса панини тип атала.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге ҡиәфәтендә сэндвичтың барлыҡҡа килеүен яҡынса XVII быуат Европаһына индерергә мөмкин. Икмәккә төрөү (йәки уға һалыу) башҡа ингредиенттарҙы алдан уҡ төрлө мәҙәниәттәрҙә барлыҡҡа килгән.
Оксфорд һүҙлеге 1762 йылда «сэндвич» һүҙен аҙыҡ-түлеккә ҡарата иң тәүге ҡулланылыуын билдәләй. Эдуард Гиббон көндәлегендә клуб ағзаларының — «батшалыҡтың иң яҡшы кешеләре» — «һалҡын ит киҫәктәрен, йәки сэндвич» ашауын һүрәтләй. Дөйөм ҡабул ителгән версияға ярашлы, атамаһы Джон Монтегю, 4-се граф Сэндвичский (1718-1792) титулынан, легеда буйынса, тәүлек әйләнәһенә уйын өҫтәле артында ултырған һәм ашауҙан туҡтамаҫ өсөн ике һыныҡ ҡыҙҙырылған икмәк араһында һалҡын һыйыр ите биреүҙе һораған кәртсенән алынған.[2][3][4]
Таралыу
үҙгәртергәСэндвич, бигерәк тә инглиз ҙур ҡалаларында, туҡланыу мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө була. Лондонда сэндвичтар менән сауҙа итеүсе бик күп компаниялар бар. Донъяла иң эре сэндвич етештереүселәр булып McDonald’s, Subway, Burger King ресторандар селтәре тора.
Ғәҙәти булмаған сэндвичтар
үҙгәртергә- Америка армияһы өсөн өс йыл буйына боҙолмай торған сэндвич уйлап табыла.[5]
- Лондон супермаркеттарының береһендә ғәҙәттән тыш ҡиммәтле сэндвич һатып алырға мөмкин. Уның хаҡы 85 фунт стерлинг. Продукт Wagyu мәрмәр һыйыр ите, фуа-гра киҫәктәре, трюфель майынан майонез, brie de mo сыры, рукола салаты, борос һәм черри помидорҙарынан тора (ысынында был гамбургер, сөнки ит киҫәктәре түгел, ә кәтлит (котлет) ҡулланыла).[6][7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. В. Похлёбкин, 2015
- ↑ The Grammarphobia Blog: How noble is the sandwich?
- ↑ sandwich Definition, History and Origin — Dictionary Central . Дата обращения: 5 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 6 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ TLC Cooking «The History of the Sandwich»
- ↑ Би-би-си | Экономика | Супербутерброд для американских солдат
- ↑ ГРАМОТА.РУ – справочно-информационный интернет-портал «Русский язык» | Словари | Проверка слова . gramota.ru. Дата обращения: 12 июль 2020.
- ↑ Самый дорогой бутерброд для лондонских гурманов . Дата обращения: 8 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 16 март 2008 года. 2008 йыл 16 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Похлёбкин В. В. Сэндвичи // Кулинарный словарь. — М.: Издательство «Э», 2015. — С. 346. — 456 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-699-75127-3.