Йомағолова Венера Әхмәт ҡыҙы

Йомағолова Венера Әхмәт ҡыҙы (17 сентябрь 1955 йыл) — кинорежиссёр, тележурналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006); Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2002); Евразия Телевидение һәм радио академияһының ағзаһы[1].

Йомағолова Венера Әхмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 сентябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө кинорежиссёр, тележурналист
Эш урыны Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Венера Әхмәт ҡыҙы Йомағолова 1955 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Яңы Әлдәшле ауылы тыуған.

1982 йылда Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.

1995 йылда Мәскүә Телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институтында Б. С. Каплан курстарында уҡыуын дауам итә.

1982 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1987 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй.

Йомағолованың фильмдары Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәтенә, уның тәбиғәтенә арналған. «Башҡортостан» дәүләт телерадио компанияһында ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программаларҙа режиссёр ассистенты булып эшләй башлай. Артабан режиссёр, комментатор, телевидениела иртәнге программаларҙың художество етәксеһе, спорт-күңел асыу программалар етәксеһе булып эшләй. Күп кенә музыкаль программалар, композиторҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрһәре тураһында фильмдарҙың авторы була[1].

Халыҡ-ара телевизион фестивалдәрҙә ҡатнашыу

үҙгәртергә

2000—2006 йылдарҙа «Талпын, күңел!» телевизион тапшырыуҙар авторы. Был тапшырыу өсөн Алта-ата ҡалаһында үткән «Берҙәмлектең иң яҡшы программалары» Халы Халыҡ-ара телевизион конкурсы лауреаты исемен ала.

Фильм 2007 йылда «Еҙем әбейҙәре» фильмы Халыҡ-ара Сычуань телевизион йыр-моң фестивале (Ҡытай) һәм «Prix Visionica» телевизион ижад фестивалендә (Вроцлав ҡалаһы., Польша) лауреат исемен ала.

2004 йылда 41-се Халыҡ-ара «Злата Прага» телевизион фестивалендә Венера Йомағолованың "Ҡараңғылыҡтағы нур"документаль-музыкаль фильмы Вацлав Гавел фондының махсус призына лайыҡ була.

Шул уҡ йылда уның эштәре «Алтын ҡумта» Халыҡ‑ара телевизион фестивале дипломанты (Пловдив ҡалаһы, Болгария) һәм Мәскәүҙә Етенсе Евразия Телефорумында билдәләп үтелә[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә