Мифтахов Риф Фәйзрахман улы

башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе.
(Риф Мифтахов битенән йүнәлтелде)

Мифтахов Риф Фәйзрахман улы (17 сентябрь 1939 йыл — 22 апрель 2020 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе. 1976 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар, 1970 йылдан — Журналистар союздары, 1997 йылдан —Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).

Мифтахов Риф Фәйзрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Кинйәбулат, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө шағир, журналист, тәржемәсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2020
Ойошма ағзаһы СССР Журналистар союзы[d], СССР Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Кинематографистар союзы[d]
Жанр шиғыр[d], повествовательная поэзия[d] һәм шиғыр[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаровтың ижадын тикшереүсе һәм халыҡҡа еткереүсе.

Биографияһы

үҙгәртергә

Риф Фәйзрахман улы Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Ауылында башланғыс һәм күршеләге Байғужа ете йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, 1958 йылда Ишембайҙа 3-сө башҡорт урта мәктәп-интернатын (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1968—1974 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтендә, һуңынан «Совет Башҡортостаны» (бөгөн «Башҡортостан» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында эшләй, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында мөхәррир урынбаҫары, «Һәнәк» журналы редакцияһында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Әҙип 2020 йылдың 22 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2][3].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Риф Мифтахов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән йәш шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя, артабанғы йылдарҙа донъя күргән китаптары уның яңы йүнәлештәге талантын бик тә асыҡ күрһәтә. Ул 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уның тиҫтәләгән шиғырҙарын композиторҙар үҙ иткән һәм күп кенә популяр башҡарыусыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған һәм радио, телевизорҙан даими яңғыраған йырҙар ижад иткән. Әҙип прозала ла уңышлы ижад итә: «Күҙ йәштәре», «Юл күрһәтеүсе йондоҙ» исемле повестарының, тиҫтәләгән хикәйәләренең уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителеүе, улар тураһында тәнҡитселәрҙең тик ыңғай фекер әйтеүе бының асыҡ миҫалы.

Риф Мифтахов шулай уҡ республикала юмор һәм сатира өлкәһендә лә әүҙем эшләүсе шағир булып танылды, тәржемә менән дә даими шөғөлләнә. Ул илебеҙҙең совет осорондағы күренекле һүҙ оҫталары Александр Блок, Евгений Евтушенко, Михаил Исаковский, Давид Кугултинов, Михаил Львов, Владимир Фирсов кеүек рус һәм СССР-ҙың башҡа халыҡтарының билдәле шағирҙарының күп әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте. Яҙыусы башҡорт шағиры, 2004 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булған әҙип Рәшит Назаровтың тормошон һәм үҙенсәлекле, башҡорт шағриәтендә айырым урын алған бай ижадын өйрәнеүгә күп көс һалды: яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡаты ауырыуға дусар булған ижадсының әҫәрҙәрен барлап, үҙенең баш һүҙе менән ике томлыҡ йыйынтыҡта халыҡҡа еткерҙе. Шуға ла Риф Мифтаховтың үҙенең Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе уның шәхси ижадына ғына түгел, ҡәләмдәше әҫәрҙәрен дә юғалтыуҙан һаҡлап ҡалғаны өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә оло һәм ваҡытлы баһа булды тип һанарға кәрәк. Нескә күңелле лирик шағир Риф Мифтаховтың үҙҙәренән-үҙҙәре йырлап торған бихисап шиғырҙарына танылған композиторҙар Нур Дауытов, Мөфтәдин Ғиләжев һәм башҡалар популяр йырҙар яҙған. Әҙип бөгөн дә әүҙем ижад менән мәшғүл.

Риф Мифтаховтың «Ғәзиз ерем — Ишембай» шиғырына яҙылған йыр (көй авторы — ?) 2011 йылда Ишембай районының гимны итеп рәсми ҡабул ителә.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Өскөл хаттар: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 80 бит.
  • Тормош ағасы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 88 бит.
  • Уртаҡлашыр серҙәр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 64 бит.
  • Ябай мөғжизә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 111 бит.
  • Простое чудо: Стихи. — М.: Современник, 1983. — 72 стр.
  • Батыр егет ил күрке. Шиғырҙар, поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 112 бит.
  • Күҙ йәштәре: Повесть, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1992. — 240 бит.
  • Мөхәббәт уты: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002. — бит.
  • Ғишыҡ тотоу-ут йотыу: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2006. — бит.
  • Арғымаҡ сапһын оҙаҡ: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2011. — бит.
  • Саҡма осҡондары: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2014. — бит.

Гәзит-журналдарҙа донъя күргән әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғаттағы сығыштары

үҙгәртергә

Әҙип тураһында замандаштары

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө; Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар