16 апрель
көнө
(16 апреля битенән йүнәлтелде)
16 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 106-сы (кәбисә йылында 107-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 259 көн ҡала.
16 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Чарли Чаплин көнө.
- Тауыш көнө.
- Музыкаль магазин көнө.
- Нөктәле өтөр көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Республика халыҡтарының милли кейеме көнө.
- Башҡорт Википедияһының тыуған көнө.
- Ҡалмыҡ Республикаһы: Дала көнө.
- 1905: Рәсәй империяһындағы тәүге профсоюз — Матбуғат эшселәре союзы ойошторола.
- 1929: КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты архивы ойошторола (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли архивы составында)
тулы исемлек
- 1932: Ленинградтың «Коминтерн» радиозаводында беренсе совет телевизорҙары сығарыла башлай.
- 1934: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән «Советтар Союзы Геройы» тигән маҡтаулы исем булдырыла.
- 1945: Совет Армияһының Берлинға һөжүм операцияһы башлана (1945).
- 1955: Ленинградта рус телендә баҫылған «Нева» әҙәби журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 2005: Башҡорт Википедияһының тыуған көнө. Туған телебеҙҙәге виртуаль энциклопедияла «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә яҙыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Корнеева Александра Яковлевна (1915—2.10.1989), театр актёры, педагог. 1947—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Ҡормаева Әлфиә Әхтәм ҡыҙы (1945), ғалим-аллерголог, дерматолог. 1968—1988 йылдарҙа Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1988—1998 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының медицина-биологик белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1997—2009 йылдарҙа Америка-Башҡорт интерколледжы президенты, 2010 йылдан Канадала эшләй. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ганцев Камил Шамил улы (1975), ғалим-онколог. 2000 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Добронравов Борис Георгиевич (1896—27.10.1949), Рәсәй империяһы һәм СССР актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы. 1919—1920 йылдарҙа МХТ-тың-тың йәш актерҙар төркөмө менән бергә Өфөлә эшләй, РККА частарында сығыш яһау өсөн труппалар ойоштора. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937) Ленин (1948) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1937) ордендары кавалеры.
- Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы (1926—2.10.2003), ғалим-тел белгесе. 1957—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге секторы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Лысенко Анатолий Григорьевич (1926—2014), инженер-металлург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыусыһы, 1953 йылдан — мастеры, 1958 йылдан — үҙәк лабораторияның инженер-тикшеренеүсеһе, 1981 йылдан — төркөм етәксеһе. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Калуга өлкәһе Малоярославец районының Недельное ауылынан.
- Кәүҫәров Роберт Дамир улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1976—2002 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 17-се клиник дауаханының баш табибы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).
- Кочуров Михаил Юрьевич (1946), музыкант, 1970 йылдан өҙөклөк менән хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, музыка факультеты деканы; махсус фортепиано кафедраһы профессоры. 1994—2012 йылдарҙа Сүриәлә эшләй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Сәйетғәлиев Иҙрис Мөҙәрис улы (1961), журналист. 1984 йылдан (өҙөклөк менән) «Ҡыҙыл таң» республика гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иштирәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәмихов Хәмит Исмәғил улы (1927—11.03.2008), журналист, яҙыусы һәм шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡырмыҫҡалы район гәзитенең элекке ауыл хужалығы бүлеге мөдире һәм яуаплы секретары, «Кызыл таң» республика гәзитенең элекке хеҙмәткәре. Ун әҙәби һәм публицистик китап, йыр текстары авторы. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылынан.
- Ҡоҙайәров Ринат Шәмсетдин улы (1942), хор дирижёры, педагог. 1961 йылдан Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы, бүлек мөдире, 1972 йылдан Учалы музыка училищеһы директоры һәм уҡытыусыһы; 1982 йылдан хәҙерге Удмурт Республикаһының Чайковский музыка училищеһы директоры, 1987 йылдан шунда уҡ 2-се балалар музыка мәктәбе директоры, 2011 йылдан — директор урынбаҫары. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). 3-сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
тулы исемлек
- Йәғәфәрова Гөлсирә Сәхи ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны, малсылыҡ алдынғыһы, күп балалы әсә. 1964—1998 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозының Әлмөхәмәт бүлексәһе һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), 2-се дәрәжә «Әсәлек миҙалы» менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһынан.
- Нәбиуллин Урал Хәсән улы (1952), ауыл хужалығы ветераны. 1969 йылдан Баймаҡ районы «Сибай» совхозы механизаторы, 2006—2012 йылдарҙа хужалыҡтың Үҙәк бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Сибай ауылынан.
- Кризский Владимир Николаевич (1962), ғалим-математик. 1984 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1990—2000 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының информатика һәм хисаплау техникаһы кафедраһы, 2005—2009 йылдарҙа — математик модель әҙерләү кафедраһы мөдире, 2011 йылдан филиал директорының фәнни эштәр һәм инновациялар буйынса урынбаҫары. 2009 йылдың авгусы — 2011 йылдың февралендә БДУ-ның программалау һәм иҡтисади информатика кафедраһы мөдире. Физика математика фәндәре докторы (2005), профессор (2007). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Хөснөтдинов Миңлеғәли Миңлевәли улы (1962), музыкант, йырсы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Илһам» халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Костылёв Константин Егорович (1928—2017), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957—1988 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1980) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1974). Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Васильевский ауылынан.
- Андреев Алексей Васильевич (1943), педагог, урман хужалығы, профсоюз һәм мунициаль органдар хеҙмәткәре. 1979 йылдан Яманйылға леспромхозының профком рәйесе һәм директор урынбаҫары. 1986—2004 йылдарҙа Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауыл советы рәйесе һәм ауыл хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Райондың почётлы гражданы (2021).
тулы исемлек
- Борисова Валентина Васильевна (1953), ғалим-әҙәбиәт белгесе, педагог. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1984 йылдан — Павлодар педагогия институты, 1993 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм 2000 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Бөтә Рәсәй гуманитар фәндәр өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр буйынса проекттар конкурсы лауреаты (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Бишбүләк ауылынан.
- Раянова Гөлсәсәк Айҙар ҡыҙы (1973), нәшерсе. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең уҡыу-педагогик әҙәбиәт редакцияһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Прохоров Михаил Владимирович (1924—28.06.2012), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1987 йылдарҙа Коми АССР‑ындағы сейсморазведка партияларының геофизик-операторы, шул иҫәптән Ухта геология идаралығы геофизигы, өлкән инженеры, өлкән геофизигы, геофизик партия башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылынан.
- Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы (1939), ветеринар табип-ғалим. 1970—2011 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡортостан фәнни-производство ветеринария лабораторияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978—1984 йылдарҙа һәм 1993 йылдан — бүлек мөдире. Ветеринария фәндәре докторы (1991), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Оло Баҙраҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Алексеева Ирина Васильевна (1954), музыка белгесе-ғалим, педагог. 1979 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2002 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 2007 йылдан — «Проблемы музыкальной науки» журналының яуаплы секретары. Сәнғәт ғилеме докторы (2006), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2004).
- Мөхәмәҙиев Венер Сәйфулла улы (1954), музыкант, үҙешмәкәр композитор. 1983—2017 йылдарҙа Төмән өлкәһе Нефтеюганск ҡалаһының «Строитель» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре. Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Сүлле ауылынан.
- Әхмәтвәлиев Ринат Рәүеф улы (1959), химик‑органик-ғалим. 2005 йылдан — Өфөләге «Синтезнефтехим» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (2001). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергәтулы исемлек
- 1660: Ганс Слоан, Британия табибы, натуралист.
- 1755: Элизабет Виже-Лебрён, Франция рәссамы.
- 1785: граф Дмитрий Николаевич Блудов, Рәсәй империяһы дәүләт эшмәкәре. 1832—1839 йылдарҙа эске эштәр министры, 1861—1863 йылдарҙа Дәүләт советы башлығы.
- 1850: Сидни Гилкрист Томас, Британия металлургы, Томас процессын уйлап сығарыусы.
- 1889: Чарли Чаплин, АҠШ киноактёры, режиссёр һәм сценарист.
- 1890: кенәз Николай Сергеевич Трубецкой, Рәсәй империяһы лингвисы, философ.
- 1910: Леонид Лейманис, СССР кинорежиссёры, Латвия ССР-ының халыҡ артисы (1965).
- 1930: Фёдор Богдановский, СССР спортсыһы, ауыр атлет, 1956 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1945: Николай Мерзликин,СССР һәм Рәсәйҙең кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1983).