Нөктәле өтөр
Нөктәле өтөр — тыныш билдәһе.
Нөктәле өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтарыҮҙгәртергә
- теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр араһында
- ҡатнаш ҡушма һөйләмдәге эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр араһында.
- теркәүесһеҙ тиң киҫәкле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
Арыҫландай ирҙәрҙе |
- тиң хәл әйтемле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
Киң юлда һуңғы биш йылда |
- теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
Берәүҙәр туй үткәрә, икенселәре тыуған көндәрен билдәләй; өсөнсөләр, һаҡалдарын һыйпап, һанаулы ҡалған йылдарҙың ҡәҙерле минуттарын кисерә. (Р. Низамов.);
Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә нөктәле өтөр ҡуйылһын өсөн, өтөр менән айырылған тиң киҫәктәр, йә айырымланған эйәрсән киҫәктәр йәки хәл әйтемдәре бирелеү талап ителә.
- күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
Күк йөҙөндә аҙ ғына ла болот әҫәре юҡ ваҡытта, бөтә дала үҙенең күкрәгенә ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр ҡаҙап байрам иткәндә; һауала, ағас башында, ҡурай өҫтәрендә, талдарҙың ботаҡтарында һандуғастар, ялан турғайҙары уҙышып-уҙышып һайрағанда, байып барған ҡояшҡа ҡарап һоҡланаһың, уны яратаһың. (Б. Ишемғолов.);
- ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
Ай, тыуған ер, тыуған ер Олатайҙар торған ер; |