Булатова Дилбәр Данис ҡыҙы

Булатова Дилбәр Данис ҡыҙы (12 ғинуар 1972 йыл) — Башҡортостандың татар телендә ижад итеүсе яҙыусыһы, публицист. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Булатова Дилбәр Данис ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 12 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист

Биографияһы

үҙгәртергә

Дилбәр Данис ҡыҙы Булатова 1972 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Ҡашҡар ауылында тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс мәктәптән һуң Ҡалмашбаш урта мәктәбендә уҡый һәм уны алтын миҙалға бөтөрә. Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар-урыҫ бүлеген ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

Мәктәптә уҡыған һәм студент йылдарында уның мәҡәләләре «Игенсе» район гәзитендә, шулай уҡ «Башҡортостан пионеры», «Ҡыҙыл таң», «Өмөт» гәзиттәре биттәрендә баҫылып сыға. Район гәзитенең «Йәш хәбәрселәр» түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. 1995 йылда, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, уны «Толпар» йәштәр журналына саҡыралар. Бөгөнгө көндә ул ошо журналда бүлек мөдире булып эшләй.

1994—1996 йылдарҙа «Толпар» журналы ойошторған хикәйә конкурсында еңеп сыға. 2001 йылда Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән «Иҙелем аҡсарлағы» йәштәр конкурсында призға лайыҡ була. 2005 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһында уның «Туй» тип исемләнгән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Китаптың авторы үҙе яҙыуынса: «Был китапта минең тормош юлымда бөтә күргән-ишеткәндәрҙән хикәйәләр йыйылған. Беҙҙең тормош көндә байрам, көндә туй түгел, әммә беҙгә — кешеләргә уның һәр миҙгеле ҡәҙерле һәм әһәмиәтле».

Тормош иптәше — Сөләймәнов Рим Кәрим улы Иҫке Балаҡ ауылында тыуып үҫкән. Нефть университетын тамамлаған, төҙөлөштә эшләй. Ике бала — ҡыҙҙары Гөлназ һәм улдары Азаматты тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Туй: Хикәйәләр. Өфө, Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2005. — 144 бит.
  • Таяныс. Әҙәби-публицистик яҙмалар. Өфө, 2009. — 152 бит.
  • Көлдән яралған гөл. Өфө, Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2012.

Әҙәби йыйынтыҡтарҙа

үҙгәртергә
  • Иҙелем аҡсарлағы: Ҡаҙан, Йәштәр өсөн республика мәғлүмәт үҙәге, 2003.
  • Аҡсарлаҡ: Альманах. Өфө, Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2007.

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Һаҡсы. Хикәйә. «Толпар», № 1, 2007.
  • Туй. Хикәя. «Ҡазан утлары», № 10, 2007.
  • Ҡунаҡ мунсаһы. Хикәйә. «Толпар», № 2, 2009.
  • Бейеү. Хикәйә. «Йәшлек», 15-17-нсе декабрь, № 145, 2009.
  • Бейеү. Хикәйә. "Мәҙәни йома, № 11-12, 2010.
  • Риза. Хикәйә. «Майҙан», № 5, 2010.
  • Лифт. Хикәйә. «Сөйөмбикә», № 11, 2010.
  • Колодец. Рассказ. «Бельские просторы», № 7, 2002.
  • Внучка. Рассказ. «Бельские просторы», № 12, 2007.
  • Йәнтөйәк. Повесть. «Иҙел», № 9-10, 2010; «Толпар», № 1, 2011.
  • Страна души. Повесть (В. В. Чарковский тәржемәһе). «Бельские просторы», 2012, № 6. һ.б.

Мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • Кәрим Ҡара (Һаҙый Кәримов) прозаһына бер ҡараш. «Толпар», № 3, 1999.
  • Әҙәбиәт — йөрәк эше. Марат Кәбиров менән әңгәмә. «Толпар», № 1, 2002.
  • Айҙар Зәкиев хикәйәләренә баш һүҙ. «Толпар», № 3, 2004.
  • Тормош — үҙе хәрәкәт. Камил Дәүләтшин менән әңгәмә. «Толпар», № 4, 2004.
  • Иҗадында халык ғәме. Хисамитдин Исмәғилов менән осрашыуҙан һүрәтләмә. «Толпар», № 3, 2007.
  • Яҙғандарым һеҙҙең турала (К. Ҡараның «Беҙ әсәй йөрәгенән сыҡтыҡ» (Өфө, Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2009) китабына рецензия). «Ҡыҙыл таң», 30.12.2009.
  • Беҙ һеҙҙең менән көслө. «Толпар», № 1, 2011.
  • Йырлы һәм нурлы яҙмыш (Дилә Булгакова менән әңгәмә). «Толпар», № 3, 2011.

Уның тураһында

үҙгәртергә
  • Камил Дәүләтшин. Табыштар һәм юғалтыуҙар. «Толпар», № 6, 1996.
  • В. Мәҗитова. Әҙәби иҗад — кешенең изгелеккә, камиллыҡҡа ынтылышын һүрәтләү. Әңгәмә. «Ҡыҙыл таң», 16.11.2005.
  • Сәғиҙулла Хафизов. Йәштәр прозаһында ниҙәр бар? «Ҡыҙыл таң», № 218, 15.11.2007.
  • Лилиә Сәғиҙуллина. Аҡсарлаҡ осошта. «Толпар», № 5, 2008.
  • Руслан Сөләймәнов. Рухи конфликттар донъяһында. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2, 2009.
  • Альбина Хәлиуллина. Силәккә йондоҙ йыйып. «Толпар», № 1, 2011.
  • Суфиян Поварисов. Нәфис йәндең һүҙ сәнғәте. «Ҡыҙыл таң», № 134, 6.07.2011.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә