Соколов Михаил Анисимович

Соколов Михаил Анисимович (12 ғинуар 1925 йыл — 14 ғинуар 2003 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы.

Соколов Михаил Анисимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Останков, Куручевская волость[d], Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 ғинуар 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биография

үҙгәртергә

Соколов Михаил Анисимович Яңы Останков ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1951 йылдан ВКП(б)/ КПСС ағзаһы.

Башҡорт АССР-ы Шаран районының Васильевка ауылы мәктәбендә 6-сы класты тамамлай. Баҡалы районының «Ҡыҙыл яугир» колхозында эшләй.

1943 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдың февраленән хәрәкәт итеүсе армияла.

Кесе лейтенанттар курсын тамамлай. Лейтенант Соколов Михаил 1945 йылдың 27 ғинуарында Домбзенда батырлыҡ күрһәтә (хәҙерге Domaszków, Волув гмина, Волувский повенок, Нижнесилезский воеводалығы, Польша). Лейтенант Соколов Михаил Анисимовичҡа 1945 йылдың 10 апрелендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Һуғыштан һуң өлкән лейтенант М. А. Соколов — запаста. Башҡортостандың Баҡалы районына ҡайта. Яңы Гусев башланғыс мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып, «Ҡыҙыл яугир» колхозында эшләй.

1957 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Баҡалы һәм Өфө райондарында агроном булып эшләй. 1980 йылға тиклем — Өфө ҡалаһында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының дәүләт инспекцияһы өлкән агроном-инспекторы.

2003 йылдың 14 ғинуарында вафат була. Өфөнөң Төньяҡ зыяратында ерләнгән. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы[1].

Батырлығы

үҙгәртергә

«416-сы уҡсылар батальоны 2-се уҡсылар полкының (112-се уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, 1-се Украина фронты) взвод командиры, лейтенант, комсомол ағзаһы Михаил Соколов, сигенеүсе дошмандарҙы эҙәрлекләп, 1945 йылдың 27 ғинуарында үҙенең взводы менән Польшаның Сьцинава ҡалаһынан көньяҡтараҡ урынлашҡан Домбзен эргәһендә Одер йылғаһы аша сыға. Дошмандың күп һанлы атакаһын кире ҡағып, өҫтәмә көс килгәнсе рубежды һаҡлап ҡала».

1945 йылдың 10 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, лейтенант Соколов Михаил Анисимовичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6668) тапшырыла.

Наградалары

үҙгәртергә

Баҡалы ауылында урам Герой исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Соколов Михаил Анисимович. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 44, л. 545, 546).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 35, л. 14).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 744808/744808, д. 117/1167, л. 35/360, 361).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204;
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә