Заһиҙуллин Ринат Васиҡ улы
Заһиҙуллин Ринат Васиҡ улы (12 ғинуар 1960 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәре докторы (2002), профессор.
Ринат Васиҡ улы Заһиҙуллин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур өлкәһе, Абдулла районы, Тирес-Усман ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
техника |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Биографияһы
үҙгәртергәРинат Васиҡ улы Заһиҙуллин 1960 йылдың 12 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Абдулла районы Тирес-Усман ауылында тыуған.
1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1982—1984 йылдарҙа Екатеринбург ҡалаһының «Электроавтоматика» заводында инженер булып эшләй.
1987—1993 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Металдар физикаһы институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
1993—2002 йылдарҙа Өфө ҡалаһының «Геофизика» ғилми-производство фирмаһында төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
2002 йылда «техник фәндәр докторы» дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, Дөйөм физика кафедраһы профессоры..
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәРинат Васиҡ улы 140 фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы, шул иҫәптән ҡорос изделиеларҙың һәм металл конструкцияларҙың сифатын тикшереү өсөн магнит, электромагнит һәм акустик ысулдар һәм приборҙар (МИТ‑1/2 магнитлы ҡалынлыҡ үлсәгес, ВД‑12НФП, АД‑64М дефектоскоптары)[1].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Загидулин Р. В., Мужицкий В. Ф. Определение геометрических параметров дефекта сплошности в ферромагнитной пластине путем минимизации сглаживающего функционала. 1. Исследование параметров сглаживающего функционала и признаков классификации дефекта сплошности. — Дефектоскопия, 2001, № 10, с. 3—12.
- Загидулин Р. В., Мужицкий В. Ф. К оценке коэрцитивной силы материала по величине поля остаточной намагниченности.- Заводская лаборатория. Диагностика материалов, 2005, № 2(71), с. 25-28.
- Загидулин Р. В., Мужицкий В. Ф., Шлеин Д. В., Загидулин Т. Р. Вейвлет-анализ магнитного поля дефекта сплошности в ферромагнитном изделии. 2. Зависимость коэффициентов вейвлетного преобразования от геометрических параметров дефекта сплошности. — Контроль. Диагностика, 2007 г., № 4 (106), с.34-44.
- Загидулин Р. В., Ефимов А. Г. Цифровой анализ сигналов в электромагнитной дефектоскопии. Физические основы и практические приложения. — Saarbrücken, Germany: LAP Lambert Academic Publishing GmbH & Co. KG., 2011. − 119 с.
- Загидулин Р. В., Гарифинов А. Н. Инфо-телекоммуникационная система мониторинга стальных трубопроводов. Повышение эффективности и расширение функциональных возможностей. — Saarbrücken, Germany: LAP Lambert Academic Publishing GmbH & Co. KG., 2011. − 120 с.
- Загидулин Р. В., Загидулин Т. Р. Устройство внутритрубного размагничивания стальных трубопроводов. Физические принципы и технические концепции. — Saarbrücken, Germany: LAP Lambert Academic Publishing GmbH & Co. KG., 2011. − 119 с.
- Загидулин Р. В., Загидулин Т. Р., Абдрахманов Р. Г. Контроль усилия затяжки стальных болтов и шпилек с помощью индикатора механического напряжения металла ИН-01. — Контроль. Диагностика, 2012, № 4.
- Загидулин Р. В., Загидулин Т. Р., Прохоров В. М. Магнитный контроль и оценка остаточного ресурса элементов металлоконструкции буровых установок и агрегатов для ремонта скважин. — Контроль. Диагностика, 2012, № 5.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Заһиҙуллин Ринат Васиҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Заһиҙуллин Ринат Васиҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Загидулин Ринат Васикович 2018 йыл 18 апрель архивланған.: сотрудники кафедры общей физики. // Официальный сайт Башкирского государственного университета.