Морарь Наталья Григорьевна

(Наталья Морарь битенән йүнәлтелде)

Морарь Наталья Григорьевна (рум. Natalia Morari; 12 ғинуар 1984 йыл) — Молдавия журналисы. «Новое время» журналының сәйәси күҙәтеүсеһе булараҡ билдәлелек ала. 2007 йылда баҫылып сыҡҡан «Черная касса Кремля» ғауғалы мәҡәләһе арҡаһында Морарға дүрт йыл буйына Рәсәйгә инеү тыйыла. 2011 йылдан 2012 йылға тиклем TV Publika молдован телеканалында «Фабрика» ток-шоу тапшырыуын алып барыусы. 2013 йылдан алып —хәҙерге ваҡытта TV7 телеканалында «Сәйәсәт» телевизион тапшырыуын, ә 2015 йылдан алып «Интерпол» тапшырыуын алып бара.

Морарь Наталья Григорьевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Молдова
Тыуған көнө 12 ғинуар 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны Хынчешты[d], Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәләл ефете Илья Алексеевич Барабанов[d]
Туған тел Румын теле
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Социологический факультет МГУ[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Участвовал в выборах Выборы президента Молдавии (2024)[d]
Социаль синыф вид на жительство[d]
Тасуирлау биттәре dbpedia.org/resource/Nat…[1]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 16 595
 Морарь Наталья Григорьевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Наталья Григорьевна Морарь Молдавия ССР-ының Котовск ҡалаһында (хәҙер Хынчешты) 1984 йылдың 12 ғинуарында тыуған[2]. «Гаудеамус» рус телле лицейында уҡый, уны тамамлағандан һуң, 2002 йылда Мәскәүгә килә һәм Мәскәү дәүләт университетының социология факультетына уҡырға инә һәм уны 2007 йылда отличие менән тамамлай.

Карьераһы

үҙгәртергә

2005 йылда Морарь «Демократик альтернатива» (ДА!) партиянан ситтә торған йәштәр хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 2005 йылдың сентябренән алып 2006 йылдың авгусына тиклем «Асыҡ Рәсәй» фондында «Асыҡ сәйәсәт мәктәбе» проектының координаторы сифатында эшләй. 2006 йылдың авгусынан алып — «Другая Россия» коалицияһының пресс-секретарь.

2007 йылдың февраль айында «Новое время» журналы менән стажер сифатында хеҙмәттәшлек итә башлай; шул уҡ ваҡытта сәйәси ойошмаға ағзалыҡтан сыға, сөнки «бер үк ваҡытта журналист һәм ниндәйҙер бер сәйәси партияның пресс-секретары булыуҙы яраҡһыҙ эш тип таба». 2007 йылдың июленән сәйәсәт бүлегенең штаттағы хәбәрсеһе була. Морарҙың баҫмалары Рәсәйҙәге коррупция мәсьәләләренә арналған була. Ул, атап әйткәндә, банкир Андрей Козловтың үлтерелеүе һәм аҡса йыуыу эштәре тураһында яҙа һәм, ул, был эшкә Австрияның Zentralbank Raiffeisen һәм Рәсәй банкы «Дисконт» ҡатнашҡан тип һанай; шулай уҡ ул саҡтағы ФСБ директоры урынбаҫары һәм ФСБ-ның иҡтисади хәүефһеҙлек департаменты начальнигы, генерал-лейтенант Александр Бортниковтың исемен телгә ала. 2007 йылдың ноябрь айында Дәүләт Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең законһыҙ финанс эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләр серияһын баҫтыра.

Депортация һәм Рәсәйгә кереүҙе тыйыу

үҙгәртергә

«Новое время» журналында 2007 йылдың 10 декабрендә Морарҙың «Чёрная касса Кремля» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға — унда 2007 йылдағы парламент һайлауҙары ваҡытындағы фондтың Рәсәйҙәге бөтә сәйәси партияларҙың да «Берҙәм Рәсәй» партияһына буйһондоролоуы тураһында яҙа. Журналист: «Барлыҡ Рәсәй партияларына үҙаллы спонсор эҙләп табырға мөмкинселек тыйылыу арҡаһында, „Берҙәм Рәсәй“ партияһы еңеп сыҡты», — тип яҙа[3]. Журналист баһаһы буйынса, бағыусылар ярҙамын үҙаллы эҙләүҙән тыш һайлауҙар "Берҙәм Рәсәй"гә ышаныслы еңеү, ә ҡалған партияларға үҙ оппозицилылығын сикләү килтерә[4].

16 декабрҙә Морарь Израилгә аҙналыҡ командировканан һуң Рәсәйгә әйләнеп ҡайта. Домодедово аэропортында паспорт контроле үтеү ваҡытында уға ФСБ ҡарары буйынса Рәсәйгә инеү тыйыла[5]. Уға Кишиневҡа осорға тура килә. Морарь Рәсәй гражданкаһы булмаған була; Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас та, ул Рәсәй гражданлығы алыу өсөн документтар тапшыра, һәм 2008 йылдың апрелендә гражданлыҡ алырға тейеш була.

2008 йылдың 17 ғинуарында Молдавиялағы Рәсәй илселегенән Морарь Натальяға «Рәсәй оборона һәләтен йәки дәүләт именлеген тәьмин итеү өсөн» «РФ-тан сығыу һәм РФ-ҡа инеү тәртибе тураһында»ғы Федераль закондың 27-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы Рәсәйгә инеү тыйыла тип хәбәр ителә. 23 февралдә, Рәсәй гражданы менән ниҡахҡа инеү был хәлде үҙгәртергә мөмкинлек бирмәйәсәк, тип Рәсәй Сит ил эштәре министрлығынан киҫәтеүҙәргә ҡарамайынса[6], Морарь үҙеңең коллегаһы — «Новое время» журналисы, Рәсәй гражданы Илья Барабанов менән никахын теркәй. 27 февралдә был пар Кишиневтан Мәскәүгә килә, ләкин Натальяға кире Кишинёвҡа ҡайтырға тәҡдим ителә. Ире менән ул сик зоналары контролендә ҡала, шунда төн үткәрә. Журнал вәкилдәрен һәм адвокатты улар янына үткәрәләр. 28 февралдә Морарь менән уның ире транзит зонаһында үҙ теләктәре менән ҡалыуын дауам итә. Бында уларға йөрөү мөмкинлектәрен һәм бәйләнештә тороуҙы сикләмәйҙәр[7][8]. 1 мартта улар Кишиневҡа ҡайталар. 5 июндә Мәскәү ҡала судына Морарь Рәсәйгә инеү мөмкинлегенән баш тартыуҙары тураһында ялыу бирә[9].

21 августа Морарь Натальяны Рәсәй гражданлығы алыуҙан мәхрүм итәләр. Сәбәбе — Рәсәй Федерацияһының конституцион ҡоролошон көс ҡулланып ҡолатыу һәм дәүләт хәүефһеҙлегенә янау[10]"Эхо Москвы" радиостанцияһы хәбәрҙәре буйынса, август аҙағында Морарь кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судына дәғүә бирә[11].

19 май 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды билдәләмә сығара № 545-О-О : гражданка Морарь Наталья Григорьевнаның ялыуын ҡарарға ҡабул итеүҙән баш тартырға, сөнки ул «Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды тураһында»ғы федераль конституция закон талаптарына яуап бирмәй, шуға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Конституция Судына ялыу рөхсәт ителә. Шулай уҡ, Конституция Суды фекеренсә: Федеральный законодатель был вправе предусмотреть оспариваемое ограничение в отношении въезда иностранных граждан и лиц без гражданства на суверенную территорию Российской Федерации, а сам по себе пункт 1 части первой статьи 27 Федерального закона «О порядке выезда из Российской Федерации и въезда в Российскую Федерацию» конституционные права гражданки Республики Молдовы Н. Г. Морарь не нарушает. Конституция Судының ике судьяһы был ҡарарға ҡаршы сығыш яһай, ә судья Анатолий Кононов был ҡарар тураһында «Айырым фекер» яҙа һәм унда «оспариваемые в настоящем деле положения Закона, как и сложившаяся практика его применения, противоречат конституционным гарантиям прав и свобод и не оставляют заявительнице никаких шансов на эффективную защиту от произвола и на справедливое судебное разбирательство» тип раҫлай[12].

2012 йылдың 26 мартында Наталья Морарға Рәсәйгә ҡайтырға насип була: «Новое время» журналының баш редакторы Евгения Альбацтың февралдә Сочи киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре осрашыуы ваҡытында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән шәхсән һөйләшеүе был мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Молдавияла

үҙгәртергә

2008—2009 йылдарҙа ул «Think Moldova» фондын етәкләй. Үҙенең таныуы буйынса[13], 2009 йылдың 6 апрелендә Молдавия парламент һайлауҙарынан һуң, ул протест акцияларында ҡатнаша. (Был акция 7 апрелдә Кишиневтағы күмәк сыуалыштарға әйләнә)[14][15].

  1. Record #193004496 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. natmorar: Все меняется. Дата обращения: 25 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
  3. «Чёрная касса» Кремля
  4. «Черная касса» выборов Журнал «Коммерсантъ Деньги» № 49 от 12.12.2011, стр. 29
  5. Корреспондента New Times задержали в Домодедове. В Россию её не пускают
  6. Самолет улетел без журналиста
  7. Голодающая Наталья Морарь снова отказалась лететь в Кишинев и написала письмо Путину с Медведевым
  8. Natalia Morar barred from entering Russia (фр.)(фр.), fr:Réseau de l'information, 28 февраля 2008 г.
  9. Жалоба корреспондента журнала «New Times» Натальи Морарь на отказ во въезде на территорию России будет рассмотрена Мосгорсудом 5 июня 2009 йыл 15 апрель архивланған.
  10. Наталья Морарь ответила по основному закону
  11. Наталья Морарь получила официальный отказ в получении гражданства
  12. О деле Натальи Морарь: «Европейский суд сделал то, что должен был сделать КС России»
  13. Я не коммунист!
  14. МВД Молдавии: журналистка Наталья Морарь задержана как организатор акций протеста в Кишиневе // Newsru.com, 08 апреля 2009
  15. Задержанная в Кишиневе Морарь оказалась однофамилицей журналистки // Lenta.ru, 09 апреля 2009

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "nt020412" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "nt210507" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "newsru230507" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә