7 август
көнө
(7 августа битенән йүнәлтелде)
7 август — григориан стиле буйынса йылдың 219-сы (кәбисә йылында 220-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 146 көн ҡала.
7 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Буйҙаҡтар көнө.
- Кисереү (ғәфү итеү) көнө.
- 1965: Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтена Өфө ҡалаһында Дуҫлыҡ монументы асыла.
- 1967: Серафимовкала аҡылдары зәғиф балалар өсөн интернат-йорт эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Васильев Леонид Леонидович (1891—8.02.1966), ғалим-психофизиолог. 1917—1921 йылдарҙа Өфөләге беренсе совет мәктәбе (хәҙерге 3-сө гимназия) уҡытыусыһы, 1919 йылдан — директоры; бер үк ваҡытта Халыҡ мәғарифы институты, ҡатын-ҡыҙҙар фельдшер-акушерлыҡ мәктәбе (хәҙер медицина колледжы) уҡытыусыһы, Физика институты ҡарамағындағы Тәжрибә фәндәре институтының беренсе тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1950). Биология фәндәре докторы (1936), профессор (1940). Ленин ордены кавалеры (1951). Сығышы менән Псков ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Максимов Василий Петрович (1927—17.12.1995), хеҙмәт алдынғыһы. 1947—1977 йылдарҙа Баймаҡ машина эшләү заводы эшсеһе. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1977), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1974). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Монаков Юрий Борисович (1942—3.01.2011), ғалим-химик. 1968 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты хеҙмәткәре, 1973 йылдан — лаборатория мөдире, 1984 йылдан — бүлектең ғилми етәксәһе, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылға тиклем физик химия һәм химик экология кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1998), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2004), Коми Республикаһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2006), С. В. Лебедев исемендәге (1992) премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Хәйретдинов Салауат Ғәли улы (1947), табип. 1996—2007 йылдарҙа Дүртөйлө районы Мәскәү участка дауаханаһы терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
- Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы (1952), табип. 1990—2009 йылдарҙа Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле участка дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы Иҫке Юлдаш ауылынан.
- Болғаҡова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы (1952), ғалим-физик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1985 йылдан — Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты, 2001 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2000), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Хәйретдинов Наил Әхмәт улы (1957), төҙөлөш тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1980 йылдан Әлшәй районы төҙөлөш ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре; 1990 йылдан — район Советы башҡарма комитеты рәйесе һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Үзбәк ССР-ының Сәмәрҡәнд өлкәһе Ғәллә-Арал районының Ҡаңлы ауылынан.
- Дәүләтшина Әлмира Вәрис ҡыҙы (1967), педагог. 1986 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы; 2001 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы Балалар ижад үҙәге методисы, 2007 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008). Сығышы менән ошо райондың Аҡтау ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әһлиуллин Марсель Мөтиғулла улы (1933—2002), хәрби хеҙмәткәр-ғалим, генерал-майор (1982). Ленинград тыл һәм транспорт хәрби академияһының элекке уҡытыусыһы. Хәрби фәндәр кандидаты (1974), доцент (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Бикбулатов Мәхмүт Мөхәммәт улы (1948), инженер-механик, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1972 йылдан «Башнефтехимремстрой» тресының слесарь-монтажсыһы, мастеры, прорабы, участка начальнигы, баш инженеры, партком секретары, генераль директоры; 1999—2014 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. 2-сн дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнеүсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы (1948), тарихсы-ғалим, фән һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975—1994 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998—2003 йылдарҙа Республика Хөкүмәте ЗАГС идаралығының начальник урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).
- Ризуанова Люцина Ирек ҡыҙы (1963), филолог, матбуғат, мәғариф һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1985 йылдан Шишмә район гәзите хәбәрсеһе; 1990 йылдан Шишмәләге 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы; 1992 йылдан Өфө районы Ҡыҙыл Яр мәктәбе уҡытыусыһы, 1996 йылдан — директоры; 2006 йылдан Өфө район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы (1929—27.12.2014), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1972 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы механизаторы, артабан 1989 йылғаса — бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Рафиҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1860: Лео Алан, Англия астрологы.
- 1870: Густав Крупп, Германия сәнәғәтсеһе һәм финанс магнаты, «Крупп» концерны башлығы.
тулы исемлек
- 1925: Борис Рунге, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1945: Александр Журбин, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
- 1947: София Ротару, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1954: Валерий Газзаев, Рәсәй футболсыһы һәм футбол тренеры.
- 1955: Владимир Сорокин, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, төрлө әҙәби премиялар лауреаты.
- 1960: Дэвид Духовны, АҠШ актёры, «Алтын глобус» премияһының ике тапҡыр лауреаты.
- 1966: Джимми Уэйлс, Википедияға нигеҙ һалыусы.
- 1975: Шарлиз Терон, Голливуд актрисаһы, «Оскар», «Алтын глобус» һәм башҡа премиялар лауреаты.
- 1912: Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы, Өфө губернаһынан 3-сө Дәүләт думаһы (1907—1912) депутаты.
- 1918: Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, ротмистр.
тулы исемлек