Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)
Ҡыҙыл Гвардия райо́ны (рус. Красногвардейский район) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге район.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
16 берекмә | ||
Административ үҙәк | |||
Барлыҡҡа килеүе | |||
район башлығы |
Чернышев Николай Валентинович | ||
Депутаттар советы рәйесе |
Буранғолов Салауат Әхмәткирей улы | ||
Халҡы (2010) |
23 185[1] кеше | ||
Милли состав |
урыҫтар — 54% | ||
Майҙаны |
2800 км² | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+7 35345 | ||
Автомобиль номерҙары коды |
56 | ||
Рәсми сайты | |||
Географияһы
үҙгәртергәҠыҙыл Гвардия районы Ырымбур өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһенең Матвеевка, Пономаревка, Александровка, Новосергиевка, Сорочинск һәм Грачёвка райондары менән сиктәш. Территорияһы майҙаны — 2891 км². Район төньяҡтан көньяҡҡа — 68,3 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 66,1 километрға һуҙылған.
Тарихы
үҙгәртергә1924 йылда район территорияһы Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Бәләбәй кантоны (элекке Туҡ-Соран кантоны) составынан сығарыла. Ҡыҙыл Гвардия районы Ырымбур өлкәһендә иң йәш райондарҙан иҫәпләнә. 1966 йылдың 30 декабрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, Сорочинский район составынан сығарылып, ойошторола. Райондың күпселек өлөшө 1917 йылдың ноябренән алып 1924 йылдың октябренә тиклем Кесе Башҡортостандың Туҡ-Соран кантоны составына ингән була.
Был ерҙәрҙә башта башҡорттар хужа була, әммә коммерсант, Беренсе Гильдия сауҙагәре Иван Михайлович Плешанов (Ростовтан) һәм Икенсе Гильдия сауҙагәре Фёдор Фёдорович Красиков (Быҙаулыҡтан) бик бәләкәй хаҡҡа башҡорттарҙан ҡайһы бер биләмәләрҙе һатып алалар. Һатып алған ерҙең дөйөм хаҡы 644417 һумға төшә. Һуңғараҡ Слободчиковтан һәм башҡа ер хужаларынан ерҙәр һатып алына[3].
1890 йылда Таврия губернаһы Бердянка өйәҙенән Гальбштадт һәм Гнаденфельд ауыл общиналарының ер комиссияһы И. И. Плешановтан һәм Ф. Ф. Красиковтан 16 ҡасаба төҙөү өсөн (Яңы Һамар) 20388 дисәтинә ер һатып алалар, бер дисәтинә ер өсөн 30 һәм 32 һум түләнә. Иң һуңғы хаҡы: бер дисәтинә өсөн 34 һум була[4]
2005 йылдың 9 мартында Ырымбур өлкәһенең 1901/343-III-ОЗ-сө законына ярашлы[5] район составында 16 муниципаль берәмек ойошторола һәм уларҙың сиктәре билдәләнә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[6] | 2003[7] | 2004[7] | 2009[8] | 2010[9] | 2012[10] | 2013[11] |
25 451 | ↘25 400 | ↘24 900 | ↘23 088 | ↘21 097 | ↘20 618 | ↘20 339 |
2014[12] | 2015[13] | 2016[14] | ||||
↘19 974 | ↘19 729 | ↘19 527 |
- Милли составы
Ырымбур өлкәһендә Ҡыҙыл Гвардия районы (Ҡыуандыҡ һәм Александровка райондары менән) башҡорттарҙың тығыҙ йәшәгән урыны булып тора. Башҡорттар күпләп йәшәгән тораҡ пункттар (2002, %-тарҙа): Бәхтийәр (95), Иҫке Юлдаш (90), Кесе Юлдаш (93), Ҡолман (88), Плешаново (34), Пролетарка (57), Пушкинский (66), Түбәнге Ильяс (99), Урта Ильяс (91), Үрге Ильяс (92), Юлтый (96), Юринский (84), Яйыҡ (94), Яңы Юлдаш (94) һ.б.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы — актриса, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
- Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы — Башҡортостандың халыҡ сәсәне.
- Буранғолов Мәжит Фазлый улы — халыҡ йырсыһы, музыкант.
- Муллабаев Сөләймән Миңлеғужа улы (1924—2003) — башҡорт балалар шағиры.
- Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы (30.11.1921—11.05.2015), әҙәбиәт белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы, 2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007). Үтәй ауылынан.
- Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы — башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года 2011 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ По данным ВПН-2010 2013 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ Немного из истории образования села…
- ↑ Иммель Ульяна. Немного из истории образования села…
- ↑ Закон Оренбургской области от 9 марта 2005 г. № 1901/343-III-ОЗ «О муниципальных образованиях в составе муниципального образования Красногвардейский район Оренбургской области»
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 7,0 7,1 Города и районы Оренбургской области. Оренбург. Типография Оренбургстата. 2004. - 283 с. Дата обращения: 3 май 2015. Архивировано 3 май 2015 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Оренбургской области на 1 января 2016 года . Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 4 апрель 2016 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- Район на сайте органов государственной власти 2014 йыл 25 июль архивланған.
- Район на сайте Оренбургской области
- Полезный ресурс с Плешаново Красногвардейского района Оренбургской области 2019 йыл 14 сентябрь архивланған.