Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем Башҡортостан

Башҡортостанды ҡуйынына һыйындырған Көньяҡ Урал үҙ итәгендә йәйелеп ятҡан тигеҙлектәре менән бергә географик урыны арҡаһында элек-электән Евразия материгының ике өлөшөн тоташтырыусы бер быуын хеҙмәтен үтәгән. Бында таш һәм ҡула (бронза) быуаттарҙан бирле Азия һәм Европала көн иткән бик күп боронғо ҡәбиләләр даими аралашҡан, уларҙың тәүтормош мәҙәниәттәре бер-береһенә үтеп ингән һәм үҙ-ара байыҡҡан. Был процесс Көньяҡ Себерҙән һәм Үҙәк Азиянан халыҡтарҙың Бөйөк күсеше дәүерендә (IV—V быуаттар) айырыуса әүҙемләшкән, башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларын да үҙ эсенә алған төрки ҡәбиләләрҙең был тирәләрҙә өҫтөнлөк алыуына килтергән.

Башҡортттар йәшәгән ерҙәр тураһында мәғлүмәт

үҙгәртергә

Башҡорттар һәм улар йәшәгән ерҙәр тураһында һаҡланып ҡалған тәүге яҙма мәғлүмәттәр IX—X быуаттарға ҡарай. Ошо сығанаҡтарҙан һәм унан һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, башҡорттар патриархаль ырыу ҡоролошо шарттарында йәшәгән ҡәбиләләр төркөмөн тәшкил иткән. Улар көнбайышта Волга һәм Кама йылғалары менән көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем аралағы ерҙәрҙе биләгән. Башҡорттар ултырған майҙан төньяҡта Чусовая йылғаһынаса, ә көньяҡта Яйыҡ (Урал) йылғаһының киң быуынына тиклем йәйелеп киткән. Бында ҡарурмандар менән ҡапланған тауҙар күккә олғашып торған, күбеһенсә уңдырышлы ҡара тупраҡ менән ҡапланған урманлы дала, дала һәм сәхрә туғайҙар йәйрәп ятҡан, төрлө кейек-хайуандар, ҡоштар, ҡырағай бал ҡорттары, балыҡ мыжғып торған.

Башҡорттарҙың шөғөлдәре

үҙгәртергә
 
Башҡортостанда солоҡсолоҡ

Башҡорттарҙың шөғөлдәре ярым күсмә малсылыҡтан, солоҡсолоҡтан (ҡырағай бал ҡорттары балын йы- йыуҙан), һунар һәм балыҡ тотоуҙан ғибарәт булған. X быуаттағы ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн-Даста, башҡорттар «тирмәләрҙә йәшәй, үләнле ерҙәр һәм уңайлы көтөүлектәр эҙләп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй» тип яҙған. Игенселек башланғыс хәлдә генә булған — ҙур булмаған майҙандарға тары һәм арпа сәселгән, көнкүреш әйберҙәре, ылау кәрәк-яраҡтары өсөн ағас эшкәртеү, шулай уҡ аяҡ һәм өҫ кейемдәре, өпсөн (сбруй) өсөн тире иләү, йөн һәм күн эшкәртеү кеүек эштәр киң таралған. Башҡорттар металл эшкәртеү, уҡ-һаҙаҡ, эш ҡоралдары, биҙәнеү әйберҙәре эшләү менән дә шөғөлләнгән.

Улар йәнлек тиреһе, бал, балауыҙ, бигерәк тә аттар менән һатыу иткән. Башҡортостан Волга Болғары, Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш менән сауҙа бәйләнештәре тотҡан. Ҡиммәтле йәнлек тиреләрен һәм балды улар туҡыма, ҡорал һәм төрлө биҙәүестәргә алмаштырған.

Монгол яулап алыусылары составында

үҙгәртергә

XIII—XV быуаттарҙа Башҡортостан монгол яулап алыусыларының иҙеүенә дусар ителгән. Алтын Урҙа ҡолағандан һуң, Башҡортостан Нуғай, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары тарафынан бүлеп алынған. Илбаҫарҙарҙың һәм үҙ байҙарының талау-йәберләүҙәренән башҡорттарҙың хеҙмәтсән ҡатламдары тамам бөлгөнлөккә төшкән. Ошондай ауыр шарттарҙан ҡотолоу юлын улар был осорҙа инде социаль-иҡтисади үҫеш яғынан донъялағы алдынғы илдәр рәтенә сыҡҡан Рәсәй дәүләтенә үҙ иректәре менән ҡушылыуҙа күргәндәр.

  • Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы.9 класс өсөн дәреслек. Өфө «Китап»2001 й. 200 бит. ISBN 5-295-02757-0 (урыҫ) ISBN 5-295-02870-4 (башҡ)