Джимми Уэйлс

Википедияға нигеҙ һалыусы

Джимми Донал Уэйлс (ингл. Jimmy Donal Wales, шулай уҡ Джимбо (ингл. Jimbo) булараҡ билдәле;1966 йылдың 7 авгусында тыуған, Хантсвилл, Алабама, АҠШ) — АҠШ интернет-эшҡыуары, вики концепцияһы идеологы, Википедияға нигеҙ һалыусы, Викимедиа фонды рәйесе (2003—2006). 2011 йылдың йәйенән алып — Викимедиа фондының почетлы рәйесе; Wikia, Inc компанияһы директоры. Нильс Борҙың Алтын миҙалы лауреаты (2013). 2019 йылдың 13 сентябренән Бөйөк Британия подданныйы[23].

Джимми Уэйлс
ингл. Jimmy Donal Wales
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
 Бөйөк Британия[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Jimmy Donal Wales
Псевдоним Jimbo
Кана әлифбаһында исеме ジミー・ドナル・ウェールズ
Тыуған көнө 7 август 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[3][4][5][…] (58 йәш)
Тыуған урыны Хантсвилл[d], Алабама, Америка Ҡушма Штаттары[6]
Хәләл ефете Кейт Гарви[d][7]
Туған тел американский вариант английского языка[d]
Һөнәр төрө эшҡыуар, блогер, эшҡыуар, викимедиасы, специалист в области информатики, тикшеренеүсе, оратор, сауҙагәр
Эшмәкәрлек төрө сайт, Интернет, программное обеспечение совместной работы[d], энциклопедия һәм предпринимательство[d][8]
Эш урыны Фэндом[d]
Bomis[d]
Биләгән вазифаһы Chair of the Wikimedia Foundation Board of Trustees[d][9], Независимый директор[d][10][11] һәм Founder's seat[d]
Уҡыу йорто Обернский университет[d]
Алабамский университет[d]
Индианский университет в Блумингтоне[d]
Школа Рэндольф[d][12]
Строка принадлежности Wikimedia Foundation[1][13][14][…], Board of Trustees, Wikimedia Foundation[15] һәм Wikipedia.org[16][17][18][…]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2014 г.[d][1], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2013 г.[d][13], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][14], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][19], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2017 г.[d][15], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2018[d][16], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2019[d][17], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2022[d][18] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2020[d][20]
Ойошма ағзаһы Совет попечителей Фонда Викимедиа[d] һәм Wikimedia
Милке Bomis[d], Викитрибуна[d] һәм WT:Social[d]
Йоғонто яһаусы Айн Рэнд[d][21] һәм Фридрих Август фон Хайек[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Отпечаток публичного ключа 997B 591F 0D14 CB0F A0BF 3A70 3E65 3930 623D 4997[22]
Рәсми сайт jimmywales.com
Учётная запись в социальных медиа Фэндом[d], WT:Social[d] һәм Фэндом[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 217 198
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Jimmy Wales
 Джимми Уэйлс Викимилектә

2012 йылдың мартынан алып — Бөйөк Британия хөкүмәтендә асыҡ сәйәсәт һәм асыҡлыҡ мәсьәләләре буйынса кәңәшсе. 2014 йылдың ғинуарынан — The People' ' s Operator (TPO) хәйриә кеҫә телефоны операторының директорҙар советы рәйестәше.

Биографияһы

үҙгәртергә

Уэйлс интервьюларының береһендә, әсәһенең әйтеүе буйынса, ул 1966 йылдың 7 авгусында тыуған, тип белдерә[24][25], әммә уның тыуған көнө тип 8 август танылған[~ 1]. Уның атаһы, уның да исеме Джимми Уэйлс була, аҙыҡ-түлек магазинында менеджер булып эшләй. Әсәһе Дорис һәм уның өләсәһе Эрма House of Learning тип аталған ҙур булмаған шәхси мәктәп хужаһы була, был уҡыу йортонда уҡытыуҙа Монтессори системаһы ҡулланыла. Ул ваҡытта Джимми Уэйлс энциклопедиялар уҡырға ярата[25].

House of Learning-тан һуң Уэйлс Randolph School әҙерлек колледжына, һуңынан Оберн университетына уҡырға инә, унда бакалавр дәрәжәһен ала. Һуңыраҡ Алабама университетындауҡый[25]. Уны тамамлағандан һуң финанстар өлкәһендә философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү буйынса диссертация яҙырға ҡарар итә, бының өсөн ул Алабама университеты һәм Индиана Университеты курстарына уҡырға инә һәм ике университетта ла уҡыта башлай, ләкин диссертацияһын барыбер яҙмай.

1994 йылда Уэйлс Чикаго ҡалаһына күсеп килә, унда 2000 йылға тиклем Chicago Options Associates компанияһында эшләй, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып һәм ярайһы уҡ күп кенә аҡса ала башлай[25].

 
Джимми Уэйлс 2005 йылда Брюсселдә FOSDEM конференцияһында сығыш яһай
 
Джимми Уэйлс Парижда, Франция (2005)

Уэйлс 1996 йылда Тим Шелл менән бергә «ир-егеттәр өсөн» bomis.com эҙәрмән системаһын аяҡҡа баҫтырыу менән шөғөлләнгән Bomis компанияһына нигеҙ һала[25]. Һуңғараҡ Уэйлсҡа порнографик контентлы premium.bomis.com түләүле ресурсы һиҙелерлек табыш килтерә[25]. 2012 йылдағы бер интервьюһында Уэйлс, bomis.com сайты күптән юҡ, һәм Yahoo!-ға оҡшаш эҙәрмән сайтында эшләүе тураһында белдерә, унда ҡулланыусылар һылтанмалар менән уртаҡлаша һәм берләшмәләр ойоштора ала; уны Уэйлс «Википедияның ҡарт олатаһы» тип атай[28].

2000 йылдың мартында Уэйлс «Нупедия» ирекле энциклопедияһын булдыра һәм ғалим-философ Ларри Сэнгерҙы баш мөхәррир вазифаһына яллай. Энциклопедия ирекле нигеҙҙә профессионал авторҙар нигеҙендә төҙөлә, энциклопедиялағы мәҡәләләр эксперттар тарафынан баһалана. Нупедия идеяһы шунда: интернет-энциклопедияларҙың буш торған уйымын биләү[25].

Википедия

үҙгәртергә

Нупедияның контент күләме бик әкрен артҡанға күрә, 2001 йылдың 15 ғинуарында Уэйлс менән Сэнгер Википедияны булдыра. Башта был сайт Нупедия өсөн материалдарҙы алдан әҙерләү менән шөғөлләнергә тейеш була, әммә Википедияның ҡыҙыу рәүештә үҫеп китеүе уны төп проектҡа әйләндерә. Башланғыс этапта Википедияны эшкәртеү менән Сэнгер шөғөлләнә, Уэйлс күбеһенсә финанс мәсьәләләрен хәл итә. Формаль күҙлектән ҡарағанда Сэнгерҙы эшкә Уэйлс яллай, шуға күрә Уэйлс үҙен Википедияның берҙән-бер ойоштороусыһы тип иҫәпләй, ә Сэнгер үҙен «ойошторусыларҙың береһе» тип атай. Тиҙҙән Ларри Сэнгер проекттан китә һәм Уэйлс адресына тәнҡит менән ябырыла[29], Уэйлсты элитаны һәм элитаға ҡағылышы булған һәр нәмәне күрә алмаусы, тип атай (ингл. «decidedly anti-elitist»). Сэнгерҙың отставкаға китеүе тураһындағы ғаризаһы әле лә инглиз Википедияһының уның ҡатнашыусы битендә эленеп тора.

 
Джимми Уэйлс 2013 йылдың 8 авгусында Гонконгта Викиманияла, «Викилағы хәл» программа телмәре менән (ингл. State of the Wiki) сығыш яһай

Джимми Уэйлс 2003 йыл урталарында штаб-фатиры Тампела (Флорида штаты) урынлашҡан коммерцияға ҡарамаған Викимедиа фонды ойошмаһын булдыра. Фонд Википедияны һәм уның туғандаш проекттарын хупларға тейеш. Шул ваҡыттан алып Фондтың президенты һәм директорҙар советы ағзаһы булған Уэйлс уларҙы аяҡҡа баҫтырыу эшенә ең һыҙғанып тоторна.

2005 йыл башынан алып әлеге ваҡытҡа тиклем (2013) Викимедиа фонды тулыһынса гранттар һәм иғәнәләр иҫәбенә генә йәшәй.

Уэйлсты бер нисә тапҡыр Википедия ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләйҙәр[25]. Атап әйткәндә, Novell компанияһы хеҙмәткәре Джефф Мерки Джимми Уэйлсты 2006 йылда Уэйлс уға Википедия мәҡәләһен аҡсаға төҙәтергә тәҡдим итеүҙә ғәйепләй[30].

Ҡайһы берҙә Уэйлсты ирония менән Википедияның «Киң күңелле диктаторы» тип атайҙар, ә ул был титулдан баш тарта һәм википедия берләшмәһенә бик һирәк кенә күрһәтмәләр бирә. Wired журналының Википедияға арналған сираттағы һанын әҙерләгәндә, «Феррари» автомобиле булыуға ҡарамаҫтан, Уэйлстың "Хёнде"ла йөрөүе асыҡлана. Публицист Александр Генистың фекеренсә, «Джимми Уэйлс — электрон быуаттың типик генийы. Оялсан уҡыу алдынғыһы, компьютер уйындарында сәмләнеп уйнаусы, Айн Рэндтың ирек һөйгән философияһын яратыусы, анархик социаль ҡоролош яҡлы Уэйлс Википедия менән ял иткән ваҡыттарында шөғөлләнә башлай, һәм был уйнап башлаған эшенең ғәйәт ҙур проектҡа әйләнәсәген күҙ алдына ла килтермәгән була. <…> Иң ҡыҙығы, Джимми Уэйлстан Википедияның иң һуңғы маҡсаты ниҙә, тигән һорауға ул түбәндәге яуапты ҡайтара: „Бер ниҙә лә түгел, ул тик уйын ғына“»[31].

2011 йыл һәм унан һуңғы йылдар

үҙгәртергә

Владимир Путинға «Квадрига» немец сәйәси премияһы бирелеү тураһындағы ҡарар ҡабул ителгәнгә күрә, 2011 йылда Премия жюрийы составынан сыға. Тап шул сәбәп арҡаһында был награда Рәсәй премьерына бирелмәй[32]. Рәсәй президенты Медведев, был ваҡиғаны премияның ойоштороу комитеты ағзаларының «ҡурҡаҡлығы һәм эҙмә-эҙлекһеҙлеге» сағылышы тип иҫәпләне һәм «халыҡ-ара берләшмә өсөн был премия бөтөрөлдө, тигән һүҙ» тип белдерҙе[33].

2012 йылдың мартында Уэйлс Бөйөк Британия хөкүмәте. ҡарамағындағы асыҡ сәйәсәт һәм асыҡлыҡ мәсьәләләре буйынса түләүһеҙ кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. Ул дәүләт сәйәсәтен билдәләү барышына йәмғиәттең ҡатнашыуын киңәйтеү мәсьәләләре менән шөғөлләнергә тейеш була.

 
Джимми Уэйлс 2013 йылдың апрелендә Wikimedia конференцияһында

2013 йылда Интернеттың Дан залы ағзаһы итеп һайлана[34].

2013 йылдың декабрь айында Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (ЮНЕСКО) Уэйлсҡа Нильс Борҙың Алтын миҙалын тапшыра. ЮНЕСКО был миҙал менән фән үҫешенә тос өлөш индергән ғалим-физиктарҙы, эшмәкәрлектәре беҙҙең донъяға һиҙелерлек йоғонто яһаған тикшеренеүселәрҙе бүләкләй. Уэйлс Википедияға нигеҙ һалыусы булараҡ бүләкләнә, ЮНЕСКО ғаризаһында Википедия тураһында түбәндәге юлдар бар: «ул — беҙ йәшәгән үҙ-ара хеҙмәттәшлек дәүере символы, һәм был ябай ҡорал ғына булып ҡалмай, ә кеше интеллекты һәм Александрийск китапханаһы кеүек үк, бик боронғо хыялдың тормошҡа ашыуы»[35].

2014 йылдың ғинуарында Уэйлс The People’s Operator (TPO) виртуаль кәрәҙле бәйләнеш операторының акциялар пакетын һатып ала. Бөйөк Британияла эшләгән был компания абонанттары күрһәтелгән хеҙмәттәре өсөн түләгән сумманың 10 процентын хәйриә маҡсатына йүнәлтә. Уэйлс та был компанияның директорҙар советы рәйестәше булып китә.

Башҡа проекттары

үҙгәртергә

Википедияның уңыштары менән рухланып, Уэйлс Анджела Бизли менән берлектә 2004 йылда wiki технологияһын ҡулланған төрлө сайттарға хостинг биреү буйынса Викий (Wikia) коммерция проектын тормошҡа ашыра[25].

2017 йылдың апрелендә Уэйлс яңы Викитрибун (ингл. Wikitribune) проектын башлап ебәрә[36]. Яңы проекттың иғлан ителгән маҡсаты — ялған яңылыҡтар (ингл. fake news) менән көрәш[37].

2019 йылдың ноябрендә Уэйлс Викитрибуна базаһында WT: Social социаль селтәрен эшләтә башлауы тураһында хәбәр итә[38].

2012 йылда Daily Mail баҫмаһы Джимми Уэйлсты үҙенең сайтында уның Тони Блэр менән дуҫлығы һәм Ҡаҙағстан хөкүмәте менән хеҙмәттәшлеге тураһындағы мәсьәләләрҙе күтәргән комментаторҙарҙы цензураға дусар итеүендә ғәйепләне[39][40][41]. Һуңыраҡ «Республика» гәзитенә биргән интервьюһында Уэйлс ҡаҙаҡ хөкүмәтенең мәғлүмәт сәйәсәте, WikiBilim ҡаҙаҡ фондының эше һәм ижтыяр азатлығы, шулай уҡ мәғлүмәт менән алмашыуҙың мөһимлеге тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты[42].

Наградалары

үҙгәртергә
  • EFF Pioneer Award (2006)
  • Эдуарда Рейн премияһы (2010)
  • Интернеттың Дан залы (2013)
  • Нильс Бор миҙалы (2013)
  • Белемдәр премияһы (2014)
  • Дэн Дэвид премияһы (2015)
  • President's Medal (British Academy)[en] (2017)

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
 
Джимми Уэйлс икенсе ҡатыны Кристина менән Ревелин фортында iCommons осрашыуында, Дубровник, Хорватия (2007)

Беренсе ҡатыны Пэм менән Джимми Уэйлс студент практикаһы ваҡытында таныша. 1994 йылда уның менән Чикаго ҡалаһына күсә[25].

Икенсе тапҡыр Уэйлс 1997 йылдың мартында Mitsubishi фирмаһында трейдер булып эшләгән Кристина Роанға өйләнә[25]. Уның менән айырылыша. Был никахтан ҡыҙы бар.

2011 йылдан алып Бөйөк Британияла үҙ ваҡытында премьер-министр Тони Блэрҙың секретарь-референты вазифаһында эшләгән Кейт Гарви (фамилияһының урыҫса яҙылышы варианты Гэрви ла осрай) менән йәшәй. 2012 йылдың 6 октябрендә Уэйлс һәм Гарви өйләнешә. Уларҙың уртаҡ ҡыҙы бвр[43].

Уэйлс үҙен «бөтөнләй дингә ышанмаған кеше» тип атай (I’m a complete non-believer)[44].

Баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • Роберт Брукс, Корсон һәм Джон Дж. Донал Уэйлс, «The Pricing of Index Options When the Underlying Assets All Follow a Lognormal Diffusion» (1994, журнал «Advances in Futures and Options Research»)[45].
  • Джимми Уэйлс, Андреа Уэкери, «Throwing Sheep in the Boardroom: How Online Social Networking Will TransformYour Life , Work and World», (2008)[46].
  • Джимми Уэйлс, Андреа Уэкери, «Commentary: Create a tech-friendly government U. S.», 2009.
  • Джимми Уэйлс, Андреа Уэкери, «Million 33 Room in the People: How to Create, Influence, and with a Successful Networking Social Business Run», 2009[47].
  • Джимми Уэйлс, Андреа Уэкери, «Web Marketing to the Social: Your Business Клиенттар Communities Build How Digital», 2009[48].
  • Джимми Уэйлс, Андреа Уэкери, «User Лидерствоһын Most-Generated Content Narrowly Too», 2009[49].
  • Джимми Уэйлс, Андреа Уэкери, «Civil a Cybertongue Keep», 2009[50].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Джимми Уэйлс Википедия тураһында ғариза нигеҙендә
  • Урыҫ теле бүлегендә ҡатнашыусылар исемлеге, улар тураһында мәҡәләләр бар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 https://data.qz.com/2014/davosattendees/data/davos14list.json
  2. Уэйлс Д. X (билдәһеҙ) // X(untranslated), 2019.
  3. свидетельство о заключении брака
  4. Who's Who in America (ингл.)Marquis Who's Who. — ISSN 0083-9396
  5. Архив изобразительного искусства — 2003.
  6. Facts and friction: Wikipedia's quest for credibility - web - Technology (ингл.)Sydney: Fairfax Media, 2007. — ISSN 0312-6315
  7. https://www.telegraph.co.uk/news/9591824/Wiki-wedding-Wikipedia-founder-Jimmy-Wales-marries-Tony-Blairs-former-aide.html#
  8. Wales, Jimmy // Чешская национальная авторитетная база данных
  9. https://meta.wikimedia.org/wiki/History_of_the_Wikimedia_Foundation_Board_of_Trustees#History
  10. Jimmy Wales (ингл.) — 1999. — ISSN 1756-3224; 1354-4322
  11. Baroness Rebuck and Jimmy Wales join Guardian Media Group board (ингл.) — 2016. — ISSN 1756-3224; 1354-4322
  12. https://web.archive.org/web/20100418000631/http://www.randolphschool.net/alumni/welcome/profiles.asp?newsid=432566
  13. 13,0 13,1 https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json
  14. 14,0 14,1 https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
  15. 15,0 15,1 https://data.qz.com/2017/davos-2017/data/davos-2017-clean.csv
  16. 16,0 16,1 https://data.qz.com/2018/davos-2018/data/davos-2018-clean.json
  17. 17,0 17,1 https://data.qz.com/2019/davos-attendees/data/davos-2019-clean.json
  18. 18,0 18,1 https://www.politico.com/f/?id=0000017d-4764-df97-a9ff-ff7fb8a80000
  19. https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
  20. (unspecified title)
  21. The free-knowledge fundamentalist (ингл.)London: The Economist Group, 2008. — ISSN 0013-0613; 1476-8860
  22. (unspecified title) — 2005.
  23. Now I am British! (инг.)
  24. Крикун, Полина. Москву навестил идеолог и создатель Wikipedia, Вести.Ru (17 июнь 2011). 23 июнь 2011 тикшерелгән.
  25. 25,00 25,01 25,02 25,03 25,04 25,05 25,06 25,07 25,08 25,09 25,10 Никитин, 2011
  26. Mike Rogoway. Wikipedia & its founder disagree on his birth date // Oregonlive.com — July 27, 2007
  27. Jimmy Wales // Энциклопедия Британника
  28. Интервью с Д. Уэйлсом, 2012
  29. Why Wikipedia Must Jettison Its Anti-Elitism
  30. Основателя Wikipedia обвинили в редактировании статей за деньги. Lenta.ru (12 март 2008). Дата обращения: 14 август 2010.
  31. Генис А. Коммунизм — это Интернет 2008 йыл 6 сентябрь архивланған. // «Новая газета», Цветной выпуск от 18.01.2008 № 01-02.
  32. Путина лишили престижной немецкой премии «Квадрига». — Лента.ру, 16 июля 2011 года.
  33. Медведев: премия «Квадрига» закончилась для мирового сообщества. — Правда.ру, 19 июля 2011 года.
  34. Ричарда Столлмана и Аарона Шварца включили в Зал славы интернета. Lenta.ru (27 июнь 2013). Дата обращения: 28 июнь 2013. Архивировано 2 июль 2013 года.
  35. Создателя «Википедии» наградили за вклад в развитие науки. Взгляд.ру (6 декабрь 2013). Дата обращения: 9 декабрь 2013. Архивировано 9 декабрь 2013 года.
  36. Wikipedia founder to fight fake news with new Wikitribune site, The Guardian (24 апрель 2017). 24 апрель 2017 тикшерелгән.
  37. «Wikipedia’s Jimmy Wales creates news service Wikitribune»
  38. Subscribe to read. Дата обращения: 16 ноябрь 2019.
  39. «Не упоминайте о моей дружбе с Тони Блэром!»
  40. Одного из основателей «Википедии» обвинили в поддержке режима Нурсултана Назарбаева(недоступная ссылка)
  41. «Не упоминайте о моей дружбе с Тони Блэром!» — Ұлы Дала қоғамдық қозғалысы — Блоги — ZonaKZ.net. Дата обращения: 29 декабрь 2012. 2013 йыл 24 октябрь архивланған.
  42. Джимми Уэйлс от патронажа Масимовым открестился — Открытая трибуна — Газета «Республика — деловое обозрение». Дата обращения: 27 сентябрь 2014. 2022 йыл 10 июнь архивланған.
  43. Основатель «Википедии» женился на экс-секретарше Тони Блэра. Российская газета (8 октябрь 2012). Дата обращения: 9 октябрь 2012.
  44. What do you believe? The Big Think, Inc. (10 август 2007). Дата обращения: 14 июнь 2016.
  45. Brooks, Robert; Jon Corson, Jimmy Donal Wales The Pricing of Index Options When the Underlying Assets All Follow a Lognormal Diffusion (инг.) // Advances in Futures and Options Research : journal. — 1994. — Т. 7.
  46. Wales, Jimmy; Andrea Weckerle. Throwing Sheep in the Boardroom: How Online Social Networking Will Transform Your Life, Work and World / Fraser, Matthew; Dutta, Soumitra. — 1st. — Wiley, 2008. — ISBN 0470740140.
  47. Wales, Jimmy; Andrea Weckerle. 33 Million People in the Room: How to Create, Influence, and Run a Successful Business with Social Networking / Powell, Juliette. — 1st. — Financial Times Press (инг.)баш., 2009. — ISBN 0137154356.
  48. Wales, Jimmy; Andrea Weckerle. Marketing to the Social Web: How Digital Customer Communities Build Your Business / Weber, Larry. — 2nd. — Wiley, 2009. — ISBN 0470410973.
  49. Wales, Jimmy; Andrea Weckerle Most Define User-Generated Content Too Narrowly (инг.) // Advertising Age : magazine. — 2009. — Т. 80.
  50. Wales, Jimmy, Andrea Weckerle. Keep a Civil Cybertongue, The Wall Street Journal, Dow Jones & Company (28 декабрь 2009).

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "UNESCO2013" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "ИТАР-ТАСС20120313" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "lenta20140121" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


Өҙөмтә хатаһы: "~" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="~"/> тамғаһы табылманы