Ротару София Михайловна

(София Ротару битенән йүнәлтелде)

Софи́я Миха́йловна Рота́ру (рум. Sofia Rotaru, укр. Софія Михайлівна Ротару; 7 август 1947 йыл) — СССР, Украина һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1988). Украина Геройы (2002). Йырсының репертуарында рус, украин, румын (молдаван), болгар, серб, поляк, немец, француз, итальян, испан һәм инглиз телдәрендә башҡарған 500-ҙән артыҡ йыры бар.

София Ротару
Софія Михайлівна Ротару
Sofia Rotaru
Софія Михайлівна Євдокименко-Ротару
blank300.png|1px]]
[[File:|495px]]
[[file:blank300.png
Төп мәғлүмәт
Исеме

София Михайловна Ротарь

Тулы исеме

София Михайловна Евдокименко-Ротару

Тыуған

7 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (77 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Украина ССР-ы, Черновцы өлкәһе, Новоселицкий районы, Маршинцы ауылы

Ил

Украина Украина

Һөнәрҙәре

эстрада йырсы , актёр

Әүҙем йылдары

1968 — әлегә тиклем

Йырлау тауышы

контральто

Инструменттар

домра, перкуссия, баян

Жанрҙар

поп, диско, поп-фолк

Хеҙмәттәшлек

«Червона рута»

Лейблы

Unioup (1991, 1996)
Sintez Records (1991)
Warner Music Group (1987)
Sony BMG Music Entertainment (1976)
«Кругозор» (1975)
«Мелодия» (с 1972)

Наградалар
Орден Республики  — 1997 ІІ дәрәжә «За заслуги» ордены
I дәрәжә княгиня Ольга ордены
Почёт ордены — 2002 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1980 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1985
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1988 Ленин комсомолы премияһы — 1978
Автограф
Автограф
сайт
 Аудио, фото, видео Викимилектә

София Ротару Совет матбуғат сараларында һәм йәмғиәтендә Бөтә Союз һәм халыҡ-ара кимәлдәге музыка өлкәһендә иң популяр йырсыларҙың береһе[2] тип таныла. СССР тарҡалғанға тиклем, сит ил баҫмаларында уны Нана Мускури менән сағыштырып, «СССР Дирижеры» (нем. Dirigentin der UdSSR) тип тә атайҙар. Хәҙерге ваҡытта «эстрада королеваһы» һәм «Украинаның алтын тауышы» тип ҙурлайҙар[3][4]. Киң билдәле совет эстрада йырсылары араһында тәүгеләрҙән булып, речитатив менән йырлай һәм йырҙарының музыкаль аранжировкаһында ритм-компьютер ҡуллана.

София Ротару СССР-ҙа иң күп түләүле хаҡҡа йырлаусы булып һанала. 2008 йылғы декларацияһы буйынса килеме 500 млн гривендән артып китә (62 млн долл. тирәһе) һәм илдә иң юғары күрһәткесте тәшкил итә [7]). Һуңғы осорҙа С. Ротару эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә [8][9]. Этник сығышы буйынса молдаван[10], Украина гражданы. Ялтала һәм Киевта йәшәй.

1947—1961: бала сағы һәм ижадының башланғыс осоро

үҙгәртергә

София Ротару 1947 йылдың 7 авгусында УССР-ҙың Черновицк өлкәһе Новоселицкий районы Маршинцы ауылында алты балалы молдаван ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Паспортында тыуыу датаһы яңылыш 1947 йылдың 9 авгусы тип күрһәтелеү сәбәпле, тыуған көнө ике тапҡыр билдәләнелә[11]. Атаһы — Михаил Фёдорович Ротару (Ротарь[12]), 1944 йылдың майында Ҡыҙыл Армияға саҡыртылып[13], пулемётчик сифатында Берлинғаса барып етә. 1946 йылда яралы хәлдә өйөнә ҡайта һәм ауылында, беренсе булып, партияға инә. Софияны бала сағында тиф менән ауырыу сәбәпле, һуҡырайған, әммә ишетеү һәләте бик көслө оло апаһы Зина халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәтә. Был турала София Ротару:

«Беҙ бөтәбеҙ ҙә унан йырларға өйрәндек — апайыбыҙҙың хәтере бик шәп, күңеле шул тиклем нескә ине!» — ти. Радиоалғыс алдында күп ваҡытын үткәргән Зина, йырҙар менән бергә рус телен дә үҙләштерә һәм ҡусты-һеңлеләрен дә өйрәтә. Ротарулар өйҙә тик молдаван телендә һөйләшә. "Әсәйем мине таң һарыһынан уята ине, ә минең шул тиклем йоҡом килә! Ул: «Ә миңә кем ярҙам итә?» — ти. Мин юл буйы йоҡлап барам. Сәғәт алтыға баҙарға барып етеп, урын алып, әйберҙәрҙе урынлаштырып өлгөрөр кәрәк. Һатыу итә башлауға ғына саҡ иҫемә киләм. Шулай ҙа миңә бик ҡыҙыҡ була торғайны. Әсәйем бик таҙа һәм бөхтә булғанға, һатып алыусылар уны ихтирам итә, килеүен көтөп кенә тора. Шуға күрә, беҙҙең эргәбеҙҙә һәр саҡ күп кеше сиратҡа йыйылып китә ине, " — тип иҫкә ала ул.

Күп йылдарҙан һуң бер интервьюһында йырсы, хәҙер инде төнгө 2-ләрҙә ятып, иртәнге сәғәт 10-да ғына тороуон йәшермәй. София Ротару инде баҙарҙа кәсеп итмәй: "Был үтә лә ауыр, тамуҡ ише хеҙмәт ине, "— ти ул. Һуңғараҡ, «Ҡайҙа һин, һөйөү?» автобиографик фильмында бер эпизодта София Ротаруның һыйыр һауғанын да күрһәтәләр.

Бик теремек һәм хәрәкәтсән София спорт менән мауыға, бигерәк тә еңел атлетикаға ылыға, хатта уҡыған мәктәбендә күпбәйге буйынса чемпион булып, өлкә кимәлендәге олимпиадаларға сыға. Черновцы ҡалаһында спартакиадала 100 һәм 800 метрға йүгереүҙә чемпионлыҡты яулай. Ваҡыт үткәс, «Ҡайҙа һин, һөйөү?» фильмында София, каскадёрҙар ярҙамынан тыш, диңгеҙ эсендәге тар һуҡмаҡтан мотоциклда елеп үтә. Шулай уҡ, «Мөхәббәт тураһында монолог» фильмында ла, асыҡ диңгеҙҙә виндсёрфинг менән сығыш яһай. Музыкаль һәләттәренә килгәндә, Ротарула улар бик иртә асыла: беренсе класта уҡығанда уҡ мәктәп һәм сиркәү хорында йырлай (һуңғыһы өсөн мәктәптә шелтә эләгеп тора, хатта пионерҙар сафынан ҡыуыу менән ҡурҡыталар). Үҫмерлек осоронда театр менән ҡыҙыҡһына, драма түңәрәгендә шөғөллөнә. Бер үк ваҡытта үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә халыҡ йырҙарын башҡара. Мәктәптәге берҙән-бер баянды төнгөлөккә алып тороп, өйҙә кәрәсин шәмен һүндергәстәр, һарайға сығып, яратҡан молдаван йырҙарының көйөн өйрәнә. София Ротару былай ти: «Тормошома йыр-моң ҡасан үтеп инеүен әйтеп тә булмай. Ул һәр саҡ минең менән булды шикелле, мин уның эсендә ҡайнаным: туйҙарҙа, кис ултырыуҙарҙа, йәштәрҙең төнгө уйындарында…»[14]

Йәштән үк йыр-моңға һәләтле һәм матур тауышлы атаһы буласаҡ йырсының тәүге остазы була. София мәктәптә думбыра һәм баянда уйнарға өйрәнә, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеп, күрше ауылдарҙа сығыштар яһай. Бигерәк тә өйҙәге ғаилә концерттарын ярата ул. Михаил Фёдоровичтың алты балаһының бергә бик татыу йырлауынан хор барлыҡҡа килә. Ҡыҙының яҡты киләсәгенә ышанған атаһы: "Соня артистка булыр", — тип йыш ҡабатлар була.

1962—1967: карьераһының башы һәм украинса поп-фолк

үҙгәртергә

София Ротаруға беренсе уңыш 1962 йылда йылмая. Район кимәлендәге үҙешмәкәр сәнғәт һөйөүселәр конкурсында еңеү уға өлкә смотрына юл аса. Яҡташтары, уның тауышын яратып, «Буковина һандуғасы» тигән исем бирәләр. Йәш йырсы үҙенең ҡабатланмаҫ альто тауышы менән испан телендә «Целуй меня крепче» опера йырын башҡарып (был йыр «Ночь в опере» сборнигына эләгә). Ошонан һуң ул речитатив менән йырлаусы беренсе поп-йырсы булып таныла. Артабан рок-, рэп- («Червона рута», 2006, София Ротару һәм ТНМК), джаз («Магазин цветы») әҫәрҙәрен дә үҙләштерә. 1963 йылда Черновцыла өлкә смотрында беренсе дәрәжәле диплом яулағас, уға Киевҡа Халыҡ таланттарының республика фестивалендә (1964) ҡатнашырға йүнәлтмә бирелә. Украина ССР-ның башҡалаһында ла Ротару еңеүсе була. Ошоноң менән бәйле «Украина» журналының (№ 27, 1965 йыл) тышлығында баҫылған фотоһын күреп, уға буласаҡ ире Анатолий Кириллович Евдокименко ғашиҡ була. Был конкурстан һуң, СССР-ҙың халыҡ артисы Дмитрий Гнатюк яҡташтарына: «Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, был һеҙҙең буласаҡ данлыҡлы кешегеҙ»- ти.

Республика бәйгеһендәге еңеү һәм мәктәпте тамамлағандан һуң, 1964 йылда София йырсы булырға ныҡлы ҡарарға килә һәм Черновцы музыка училищеһының дирижёр-хор бүлегенә уҡырға инә (ул ваҡытта вокал факультеты булмай).

1964 йылда София Кремлдең Съездар һарайында сығыш яһау бәхетенә ирешә. Был ваҡытта Уралда, Түбәнге Тагилда Черновцы ҡалаһынан саҡырылған Анатолий Евдокименко хеҙмәт итә. Бына шул ваҡытта ул хеҙмәт иткән частҡа тышлығында баяғы сибәр ҡыҙ төшөрөлгән «Украина» журналының номеры килә. Армияға тиклем музыка мәктәбендә труба класын тамамлап, ансамбль төҙөргә хыялланған егет, демобилизациянан һуң ҡайтып, Софияны эҙләп таба. Черновцы университетында уҡыған осорҙа студенттарҙың эстрада оркестрының торбасыһы быға тиклем скрипка һәм цимбала оҙатыуында йырлаған София өсөн эстрада оркестры булдыра. София Ротару бөгөн дә үҙенең концерт программаларында заманса аранжировкалағы халыҡ йырҙарына етерлек урын бирә. Александр Броневицкийҙың Эдита Пьеха башҡарыуындағы «Әсәй» йыры ул саҡта уның беренсе эстрада йыры була.

1968—1973: халыҡ-ара танылыу

үҙгәртергә

1968 йылда Черновцы музыка училищеһын тамамлаған Ротару ижади төркөм составында Болгарияла IX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша. Был сарала ул алтын миҙалға һәм халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында беренсе премияға лайыҡ була. Болгар гәзиттәре "21 йәшлек София Софияны яуланы"тигән баш һүҙ менән сыға. Уның башҡарыуындағы украин халыҡ йыры «На камені стою» («Стою на камне») һәм молдаванса «Люблю весну», А. Пашкевичтың «Степом», Г. Георгицэның «Валентина» йырҙары юғары баһалана. Аҙаҡҡы йыры ошо залда ултырыусы беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт, Советтар Союзы Геройы Валентина Терешковаға арнала. Жюри рәйесе Людмила Зыкина Ротару тураһында: «Был йырсының киләсәге ышаныслы…»- ти.

Музыка училищеһын тамамлаған София шунда теория һәм сольфеджионан уҡыта башлай. Шул уҡ 1968 йылда София Ротару, Новосибирскиҙа практика үтеүсе Черновцы университеты студенты һәм эстрада оркестрының торбасыһы Анатолий Евдокименкоға кейәүгә сыға. Йәш ғаилә өс ай 105-се хәрби заводтың дөйөм ятаҡханаһында йәшәп тора. Анатолий Евдокименко Ленин исемендәге заводта, София Ротару ашнаҡсы булып эшләй, ә кистәрен «Ял» клубында йырлай. Практиканан ҡайтҡас, йәштәр Анатолийҙың ата-әсәһе менән ике бүлмәле квартирала йәшәйҙәр. 1970 йылдың 24 авгусында уларҙың улдары Руслан Евдокименко тыуа.[15] 1971 йылда "Укртелефильм"дың режиссёры Роман Алексеев «Червона рута» исемле музыкаль фильм төшөрә. София Ротару фильмдың төп героиняһы була. Композитор Владимир Ивасюктың һәм башҡа авторҙарҙың йырҙарын В. Зинкевич, Н. Яремчук һәм башҡа йырсылар ҙа башҡара. Картина телевизор ҡараусылар араһында ҙур уңыш ҡаҙана. Экрандағы сығышынан һуң, София Ротаруны Черновцы филармонияһына эшкә саҡыралар һәм үҙенең "Червона рута"ансамблен төҙөргә тәҡдим итәләр.

Һөҙөмтәлә улар, композитор Владимир Ивасюк менән берлектә, фольклор материалы нигеҙендә инструментарий һәм аранжировкалар ҡулланып, 1960—1970 йылдарҙағы поп-музыка стиленә хас йырҙар циклы ижад итәләр. Украина ССР-да Ротару ҙур популярлыҡ яулай. Украин яҙыусыһы Михаил Ивасюк: «Улымдың йырҙарын бөтә донъяға таратҡан молдаван ҡыҙы Соняның алдында беҙ баш эйәбеҙ» — тип меңәрләгән тамашасы тулы аудитория алдында уға рәхмәтен белдерә[16].

"Червона рута"ның дебюты совет космонавтарының Йондоҙҙар ҡаласығында үтә. Фәҡәт ошонда София Ротару һәм «Червона рута» ансамбле тәү башлап һынау тоталар. Шулай итеп, халыҡ йырҙарын заманса ритмда яңғыратыу совет эстрада сәнғәтендә өр-яңы йүнәлеш барлыҡҡа килеүҙең башланғысы була. Космонавт В. Шаталов коллегалары исеменән уға йыр ижадында ҙур уңыштар теләй. Артабан «Россия»Үҙәк концерт залы, Кремлдәр Һарайы, Эстрада театры сәхнәләре яулана. София Ротару үҙенең профессионал ижади хеҙмәт юлын 1971 йылдан алып иҫәпләй[16].

Уның йырҙарының авторҙары В. Ивасюк, музыка училищеһы студенты Валерий Громцев, "Смеричка"ВИА-нең етәксеһе Левко Дутковский, ә кәңәшселәре Черновцы филармонияһының директор урынбаҫары Пинкус Абрамович Фалик һәм уның ҡатыны УССР-ҙың атҡаҙанған артисы Сиди Львовна Таль була. Фалик ул заманда халыҡ-ара кимәлдәге иң абруйлы администраторҙарҙың береһе булып һанала.

"Червона рута"ның беренсе профессионал программаһы, ул заманда йәмғиәттә ҡабул ителгән «мөхәббәт, комсомол һәм яҙ» тематикаһынан тыш, "Враги сожгли родную хату"тигән йыры өсөн, худсовет тарафынан раҫланмай. Мәҙәниәт Министерлығы комиссияһы ла был программаны үткәрмәй. Шулай ҙа Фаликтың Мәскәүгә шылтыратыуынан һуң, "Червона рута"ны, бөтә тыйыуҙарға ҡарамай, «Звёзды советской и зарубежной эстрады» программаһына индерәләр. Ансамбль немец, болгар, чех, югослав компанияларына эләгә. Ташкентта тамашасылар уны сит ил кешеһе тип уйлайҙар һәм Советтар Союзында уға оҡшау-оҡшамауы, рус телендә ҡайҙа оҫта йырларға өйрәнеүе тураһында ҡыҙыҡһыналар[17].

Уның ижады интернационал совет мәҙәниәтенең сағыу бер өлгөһө булараҡ (этник сығышы молдаван, молдаван, украин, рус телдәрендә йырлай), совет хөкүмәте тарафынан яҡлау таба. Шулай уҡ күп миллионлы публиканың яратҡан йырсыһына әйләнгән Ротаруның радио һәм телевиденииела киң аудиторияға эйә була, әүҙем һәм даими рәүештә концерттар менән сығыш яһай. 1972 йылда «Песни и танцы Страны Советов» программаһына ингән София Ротару «Червона рута» менән бергә Польшала турнела ҡатнаша. 1973 йылда Болгариялағы Ҡояшлы Ярҙа үткәрелгән "Алтын Орфей"конкурсында Евгений Доганың «Мой город» йыры, Т. Русев һәм Д. Демьяновтың "Птица"йырын болгар телендә йырлап, беренсе премияға өлгәшә. 1973 йылда уға УССР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә. Румынса «Кодры» һәм «Мой город» йырҙары «Весенние созвучия — 1973» фильмында төшөрөлә. 1973 йылда «Мой город» йыры менән беренсе тапҡыр «Йыл йыры» фестиваленең финалына сыға (был йыр шунда уҡ Кишинёв ҡалаһының визит карточкаһына әйләнә).

1974—1979: яңы авторҙар һәм молдаванса лиризм

үҙгәртергә

1970 йылдарҙан алып, София Ротару башҡарған йырҙар даими рәүештә "Йыл йыры"ның лауреаты тип таныла. Киң билдәле композиторҙар һәм шағирҙар менән ижади дуҫлыҡтың һөҙөмтәһе була улар. Арно Бабаджаняндың «Верни мне музыку» һәм «Твои следы», Алексей Мажуковтың— «А музыка звучит» һәм «Красная стрела», Павел Аедоницкийҙың — «Для тех, кто ждёт», Оскар Фельцмандың — «Только тебе», Давид Тухмановтың — «Аист на крыше», «В доме моём» һәм «Вальс», Юрий Саульскийҙың — «Обычная история» һәм «Осенняя мелодия», Александра Пахмутованың — «Темп», Раймонд Паулстың — «Танец на Барабане», Александр Зацепиндың — «Совсем как на Земле» һ.б йыр һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителә. Евгений Мартынов үҙенең «Лебединая верность», «Яблони в цвету» һәм «Баллада о матери» йырҙарын да тәү башлап София Ротаруға ышанып тапшыра. Ротару башҡарыуындағы «Родина моя», «Счастье тебе, Земля моя» йырҙары совет патриотизмының иң сағыу өлгөһө булып ҡала. 1974 йылда София Ротару Кишинёвта Г. Музическу исемендәге дәүләт сәнғәт институтының Е. М. Богдановский һәм Л. В. Аксёнова етәкселегендәге хор дирижёры класын тамамлай (хәҙерге музыка, театр һәм һынлы сәнғәт Академияһы). Шул уҡ йылда Сопотта Халыҡ-ара йыр фестивалендә Борис Рычковтың «Воспоминание» һәм Владимир Ивасюктың "Водограй"йырҙарын башҡарып, еңеү яулай. Халина Фронцковяктың репертуарынан полякса «Кто-то» йыры өсөн (русса текст А. Д. Дементьевтыҡы) йырсы икенсе премияға лайыҡ була. Үҙенең ижадында Ротару өсөн иң мөһиме — тамашасы менән үҙ-ара бәйләнешкә инеү. Быға ул, залға төшөп, тыңлаусылар менән бергә йырлау алымы аша өлгәшә. "Публиканың һине ҡабул итеүе — йырсы өсөн бөтә наградаларҙан ҡәҙерлерәк, " — ти София Ротару. 1974 йылғы "София Ротару"альбомы һәм «Песня всегда с нами» музыкаль телефильмы аша йырсының 1970 йылдарҙағы ижадында Львов композиторы Владимир Ивасюктың лирикаһы һәм Мәскәү композиторы Евгений Мартыновтың драматик йырҙарына өҫтөнлөк биреүе асыҡ күренә. Евгений Мартыновтың шағир Андрей Дементьев менән уртаҡ әҫәре— «Баллада о матери» — София Ротару башҡарыуында «Песня-1974» телевизион конкурсында лауреат була. Шулай уҡ попурри эсендә яңғыраған «Песня о моём городе» йыры икенсе тапҡыр фестивалдә лауреат була. «Песня-1975» фестивалендә София Ротаруның «Лебединая верность» һәм"Яблони в цвету"йырҙары финалға сыға. «Смуглянка» йыры югослав Мики Ефремович менән бергә башҡарыла. Бер йылдан һуң, фестивалдең финалына «Верни мне музыку» һәм Анатолий Мокренко менән бергә йырлаған «Тёмная ночь» йырҙары үтә [18]. 1975 йылда Украинской ССР-ы Коммунистар партияһының Черновцы өлкә комитеты менән килешмәүсәнлек сәбәпле, София Ротару «Червона рута» ансамбле менән Ялтаға күсә. Ғаиләләре менән һаман рәсми булмаған иҫкесә Яңы йылды билдәләгән өсөн, уның атаһы Михаил Фёдорович партиянан һәм эшенән сығарыла, ә ҡустыһы комсомолдан һәм университеттан ҡыуыла. Тап ошо мәлдә Ҡырымдағы гастролдәре ваҡытында йырсы Ҡырым филармонияһы директоры Алексей Чернышовтан солистка итеп эшкә, Ҡырым өлкә комитетының беренсе секретары Николай Кириченконан Ҡырымға күсеү тураһында саҡырыу ала [19]. Халыҡ араһында София Ротару Ялтаға астма сире башланыуы сәбәпле күскән, тигән хәбәр таралыуы буш ерлектән түгел: һыуыҡта көнөнә 3—4 концерт биреп йонсоған йырсы күҙгә күренеп ябыға[20][21]. 1976 йылда София Ротаруға Украина ССР -ның халыҡ артисы һәм ЛКСМУ-ның Н. Островский исемендәге премия лауреаты исемдәре бирелә. 1975/76 йылғы Яңы йылда А. Изотов һәм С. Гершанованың "Зима"йырын башҡарып, ошо йылдан бирле йырсы Яңы йыл һайын «Голубой огонек» тамашаһының даими ҡатнашыусыһына әйләнә. 1976 йылда Мюнхен фирмаһы «Ariola-Eurodisc GmbH» (Sony BMG Music Entertainment)СССР-ҙан берҙән-бер йырсыны — София Ротаруны, немец телендә йырҙар яҙҙырырға саҡыра. Ул 1978 йылда Deine Zärtlichkeit исеме менән сыға һәм немец телендә —Михаэл Кунце һәм Энтони Монн авторлығындағы Deine Zärtlichkeit («Твоя нежность») и Nachts, wenn die Nebel ziehen («Ночью, когда расстилаются туманы») йырҙары була. Был авторҙар бер үк ваҡытта Аманда Лир, Карел Готт менән дә ижади берлектә хеҙмәт иткән була. «Песня-1976» фестиваленең лауреаттары булып, Ротаруның «Верни мне музыку» (А. Бабаджанян — А. Вознесенский) һәм Киев опера һәм балет театрының солисы Анатолий Мокренко менән дуэтта башҡарған "Тёмная ночь"йыры һанала. 1970 йылдар аҙағында Европаны (Югославия, Румыния, ГДР, ФРГ, Көнбайыш Берлин) таң ҡалдырған гастролдәре [22] үтә. 1979 йылдың көҙөндә генә София Ротару Мюнхендә һәм башҡа ҡалаларҙа 20-нән артыҡ концерт бирә. Көнбайыш Германия фирмаһы йырсыға итальян һәм француз йырҙарынан диск сығарырға тәҡдим яһай. Был ике тел дә Софияға үҙ молдаван теле кеүек бик яҡын була, сөнки улар өсөһө лә роман телдәр төркөмөнә ҡарай. Әммә ошо мәлдә Госконцерттан «тик совет йырҙарын ғына йырларға» тигән директива килә. Көнбайыш фирмаһы менән ижади хеҙмәттәшлек тураһында рәсми мәғлүмәт 1980 йылдар уртаһында ғына,үҙгәртеп ҡороу заманы башланғас, пәйҙә була. Ҙур студия дискында яҙҙырыу өсөн, продюсерҙар Ротаруға немецсанан тыш, француз, итальян, инглиз телдәрендә мәҫәлән, Нино Ротаның "Крёстный отец"тан "Скажи, что любишь" йырын оригиналда йырларға тигән (Speak Softly Love)[23]тәҡдим яһай. 1977 йылда украин эстрадаһының символына әйләнәсәк пластинкаһы —сираттағы «Пісні Володимира Івасюка співає Софія Ротару» («София Ротару поёт песни Владимира Ивасюка») альбомы өсөн ВЛКСМ Үҙәк Комитетының премияһы менән бүләкләнә. «Песня-1977» конкурсында София Е. Мартынов һәм А. Дементьевтың «Чайки над водой», Д.Тухманова — Р. Рождественскийҙың"Родина моя" (йырҙың премьераһы 1 майҙағы "Голубой огонек"кисәһендә үткәрелгән була) йырҙары менән сығыш яһай. «Песня-1978» — О. Фельцман һәм Р. Рождественскийҙың «Только тебе», Ю. Саульский һәм И. Шаферандың «Обычная история», шулай уҡ чех йырсыһы Карел Готт менән дуэтта Е.Мартынова һәм А. Дементьевтың "Отчий дом"йырын йырлай [24]. 1979 йылда «Мелодия» фирмаһы София Ротаруның йырҙарынан бер-нисә альбом сығара: LP «Только тебе», LP «София Ротару». «Ariola» студияһы музыка һөйөүсөләрҙе күптән көтөлгөн "Sofia Rotaru — Му tenderness"диск-гиганты менән ҡыуандыра. 1979 йылғы композициялары араһында композитор Давид Тухмановтың балалар хоры менән бергә башҡарылған"Дадим шар земной детям" һәм Роберт Рождественский һүҙҙәренә "Родина моя"йырҙары бик сағыу айырылып тора. 2000 йылда, үҙенең юбилей кисәһендә, Тухманов был турала: «Текст ғәҙәти булһа ла, хис-тойғолар яһалма түгел ине,» — тип иҫкә ала. София Ротару үҙе лә бер интервьюһында: "Был йыр, ысын мәғәнәһендә, Тыуған илгә һөйөү тураһында, " — тип әйтеп үтә. 1979 йылда йырсы тағы Ион Алдя-Теодоровичтың — «Crede mă» һәм Юрий Саульскийҙың — «Осенняя мелодия», А. Экимяндың— «А с чем сравнить любовь?» исемле композицияларын яҙҙыра. Һуңғыһы Д. Тухмановтың Н. Хикмәт һүҙҙәренә «Дадим шар земной детям» йыры менән 1979 йылғы "Песни года"конкурсының лауреаттары булып таныла. 1979 йылдың 18 майында, популярлығының сәскә атҡан сағында, Владимир Ивасюк үкенесле һәләк була. Уның «Червона рута» йырын башҡарыу Ротаруның бөтә сығыш программаларының визит карточкаһына әйләнеп, йолаға инә. София Ротару Ивасюк тураһында: «Уның кеүек композитор Украинала ҡабат булмаҫ инде…» — ти.[25]. Ивасюктыңһәләкәтле үлеменән һуң, йырсының репертуарына Молдова композиторҙары (мәҫәлән, ағалы-ҡустылы Теодоровичтар) әҫәрҙәре килеп инә. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡылы София Ротару молдаван авторҙары, шул иҫәптән Евгений Дога, менән ижади хеҙмәттәшлекте өҙгәс, уныһы София Ротаруның тауышын нота буйынса компьютерҙа йыйыуҙары тураһында хәбәр тарата[26]. Төрлө телдәрҙә йырлаусы Ротаруның ниндәй милләткә (молдаванмы (румын), әллә украин мәҙәниәтенәме?) хеҙмәт итеүе тураһында ла бәхәстәр тыуа. Уны Рәсәйҙә лә «үҙенеке» тип иҫәпләнеләр, Әрмәнстанда хатта атҡаҙанғанлыҡ исеме бирергә лә йыйынғандары билдәле була. СССР тарҡалғас, 1991 йылда "Ротаруны нисек бүлергә " тигән шаярыу ҡатыш лаҡап йөрөгән имеш, тиһәләр ҙә, бөтә ғүмеренә Украинала (Маршинцы, Черновцы, Ялта, Киев) йәшәгән йырсы, молдаван сығышлы булыуынан танмайынса, үҙен Украина гражданы, тип атай.

1980—1985: йырсының күтәрелештәре һәм яңынан-яңы хеҙмәттәшлеге

үҙгәртергә

1980 йылда София Ротару Токиолағы халыҡ-ара конкурста югослав телендәге «Обещание» йыры өсөн беренсе премияға лайыҡ була һәм "Почёт билдәһе"ордены менән бүләкләнә. Йырсы үҙенең имиджы өҫтөндә эҙләнеүҙе дауам итә һәм, Александра Пахмутованың Николай Добронравов һүҙҙәренә яҙылған"Темп" йырын башҡарырға, сәхнәгә салбарлы костюмда сыға. Был совет ҡатын-ҡыҙ артистары араһында тәүге аҙым була. «Темп» һәм «Ожидание» йырҙары 1980 йылдың йәйендә Мәскәүҙә үтәсәк Олимпиаданың мәҙәни программаһына индерелә.[27] «Темп» шулай уҡ режиссёр Юрий Озеровтың «Баллада о спорте» исемле нәфис фильмына саундтрек булып инә. 1980 йылда йырсы, Н. Мозговойҙың «Мой край» һәм Ю. Саульский-Л. Завальнюктарҙың «Ожидание» йырҙарын башҡарып, тағы «Песня года» конкурсының финалына үтә[28]. 1980 йылда «Молдова-фильм» студияһында «Где ты, любовь?» (тәүге атамаһы «Год призвания») фильмы сыға. Унда, башҡа бик күп йырҙары менән бергә, Софияның диңгеҙ эсендә түшәлгән тар ҡырсын һуҡмаҡтан, мотоциклдың артҡы ултырғысында дублёрһыҙ елеп үткән килеш, башҡарған «Первый дождь» йырының кадрҙары ла була. Автобиографик сюжетҡа ярашлы, фильмда ауылдан сыҡҡан йырсы, ансамблгә саҡырылып, халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә Р. Паулс һәм И. Резниктың «Где ты, любовь?» йыры менән гран-при яулай. Прокатта был фильмды 22 миллион тирәһе тамашасы ҡарай. Ошо уҡ йылда композиторҙар Е. Мартынов, О. Фельцман, А. Бабаджанян, Д. Тухмановтарҙың «Где ты, любовь?» фильмына ингән йырҙарынан альбомы сығарыла. 1980 йылда А. Мажуковтың «Красная стрела» композицияһы йәш шағир Николай Зиновьевтың эстрада жанрындағы дебюты була. Әммә был йыр Бөтә Союз радиоһының музыкаль редакцияһы етәксеһе Геннадий Черкасов тарафынан, уны София Ротару башҡарыуын оҡшатмау сәбәпле, эфирға сығарылмай. Шулай ҙа йыр, премьераһы зәңгәр экран аша күрһәтелеп, радиоэфирһыҙ ҙа популяр булып китә. 1981 йылда Вильнюста, XIV Бөтә Союзном кинофестиваленең нәфис фильмдар бүлегендә, совет композиторҙарының йыр ижадын популярлаштырыуы өсөн, әҫәр жюриның призына өлгәшә. Фильм София Ротаруның нәфис кинематография өлкәһендә тәүге тәжрибәһе булып ҡала. Критиктар тарафынан роль кире баһа алһа ла, фильм тамашасылар һөйөүөн яулай, ә унда яңғыраған «Красная стрела» (Алексей Мажуков музыкаһы, Николай Зиновьев һүҙҙәре), «Где ты, любовь?» (Раймонд Паулс музыкаһы, Ильи Резника һүҙҙәре), «Танец на барабане» (Раймонд Паулс музыкаһы, Андрей Вознесенский һүҙҙәре) йырҙары легендар йырҙар булып тарала. Йырсының ижадының киләһе этабы — рок-музыка һәм 1981 йылда «Машина времени» ансамбле менән «Душа» фильмындағы А. Зацепин һәм А. Макаревичтың йырҙары аша, өр-яңы стиль эҙләүҙән ғибәрәт. Ялтала фильмдың төп ролен башҡарыу өсөн саҡырыу алһа ла, София Ротару унан баш тарта, сөнки ауырыуы көсәйеү ихтималынан, врачтар уға артабанғы сығыштарын туҡтатып торорға кәңәш итә. Александр Бородянский һәм Александр Стефановичтар автобиографик сюжетты йырсының тормошондағы драматик хәл-ваҡиға — йырсының тауышы юғалыу сәбәпле, уның күңел донъяһындағы ҡиммәттәр алмашыныуына бәйләп, үҙгәртергә ниәт ҡора. Яңы сценарийҙы уҡығас, София Ротару, бер ни тиклем ваҡытҡа концерттарынан баш тартып, фильмға төшөргә ризалаша. Шулай итеп, авторҙар был музыкаль мелодрамала артистың шәхси тормошон һәм кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләүҙән тыш, уның үҙ талантына мөнәсәбәте, ижадын яратҡан тамашасылары алдында яуаплылығы тураһындағы мәсьәләләрҙе лә күтәреп сыға. Фильмдың героиняһы йырсы Виктория Свободинаның партнёры актёр Ролан Быков ролендә ленинград актёры Михаил Боярский уйнай, ә уның яңы төркөмө ролендә «Машина времени» рок-группаһы ҡатнаша. Был фильмды прокатта 57 миллионға яҡын тамашасы ҡарай.[29] 1982 йылғы «Песня года»конкурсы финалына София Ротару П. Теодорович һәм Г. Виеруның «Melancolie», Р. Амирханян һәм Х. Закияндың «Вставайте!» йырҙары менән сыға. «Песня 1983» бәйгеһенә Ю. Саульский һәм Л. Завальнюктың «Счастья тебе, земля моя», А. Мажуков һәм Н. Зиновьевтың "А музыка звучит"йырҙары үтә[30]. 1983 йылда Канадалағы концерты һәм Торонтолағы Canadian Tour альбомдарынан һуң, 1983 йылда София Ротару һәм уның коллективына биш йылға илдән сығыу тыйыла. Рәсми сәбәптәре билдәле булмаһа ла, Госконцерт сит илдәрҙән саҡырыуҙарҙы йә яуапһыҙ ҡалдыра, йә «ундай кеше бында эшләмәй» тигән яуап ебәрә тора [31]. 1983 йылда София Ротару Ҡырымдағы колхоздар һәм совхоздарҙа 137 концерт ҡуя. Ҡырым өлкәһенең «Россия» колхозы һәм Молдава ССР-ының Мәҙәниәт министрлығы Ротаруның 1983—1984 йылдарҙағы концерт программаларын СССР-ҙың Дәүләт премияһына тәҡдим итәләр. 1983 йылда София Ротаруға Молдова ССР-ының халыҡ артисы исеме бирелә. Ошо уҡ йылда үҙе өсөн композитор Тудор Кирияк тарафынан махсус яҙылған көйҙө шағир Григоре Виеру менән бергә тыңлағанда, Ротару көйҙөң стилен романтикалы тип атауҙы хуп күрә. Ире, художество етәксеһе Анатолий Евдокименко ла ошондай фекерҙә булғас, шағир ҙа ризалаша. Тик ул, романтикалы, тип көйҙө түгел, ә йырсының үҙен атай. Romantică —румын телендә сифат-һүҙ, тимәк, «романтикалы». 1984 йылда "Romantică"йыры «Песня года» фестиваленә сығарылғандан һуң, йырсының күпселек соло программаларында урын ала. Композитор Д. Тухмановтың шағир В. Харитонов һүҙҙәренә яҙған икенсе «Не могу забыть» йырындағы Икенсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан яугир шәфҡәт туташы тураһында тыуҙырған образы өсөн, Ротару ГДР-ҙан «Пёстрый котёл» исемле ТВ программаһына саҡырыу ала һәм уны немец телендә башҡара. 1984 йылда LP "Нежная мелодия" исемле альбомында, Виеруның «Melancolie» («Нежная мелодия») әҫәре менән, йырсы иң тәүге имиджына кире ҡайта. 1985 йылда София Ротару «София Ротару» һәм "Нежная мелодия" альбомдары— СССР-ҙа бер йылда 1 млн экземплярлыҡ иң күп тираж менән һатылған пластинкалары өсөн Бөтә Союз «Мелодия» фирмаһының «Золотой диск» призын ала. Ошо йылда София Ротаруға Халыҡтар Дуҫлығы ордены тапшырыла. «Песня-85» конкурсы финалына Д. Тухманов менән А. Поперечныйҙың «Аист на крыше» һәм Д. Тухманов менән А. Саед-Шахтың «В доме моём» йырҙары менән сыға [32].

1986—1989: европоп и хард-рок тулҡынында

үҙгәртергә

1980 йылдар уртаһында ижадында бер ни тиклем һынылыш осоро күҙаллана. Йырсының ҡатнашлығындағы «Монолог о любви» (1986) музыкаль фильмы ижадының яңы зауыҡ йүнәлешенә ҡороу теләге менән һуғарыла. Бынан алдағы «Вас приглашает София Ротару» фильмынан айырмалы рәүештә, быныһында И. Покладаның «Течёт вода» композицияһы ғына фольклор характерында була һәм йондоҙға әүерелгән колхоз ҡыҙы имиджын сағылдыра (1985). «Монолог о любви» фильмында София Ротару виндсёрферс сифатында асыҡ дигеҙҙә дублерһыҙ «Amor» йырын башҡара. Саундтректар һәм музыкаль фильмдан йырҙарҙан торған 1986 йылғы «Монолог о любви» альбомы Ротаруның тәүҙән алып хеҙмәттәшлек иткән украин композиторы менән берлектә эшләгән һуңғы эше була. «Червона рута» ансамбленең йырсынан баш тартып, украин йыр сәнғәтенә ҡайтыуы Ротару һәм уның художество етәксеһе Анатолий Евдокименко өсөн көтөлмәгән хәл була. Бер интервьюһында София Ротару журналистың «Һеҙ берәй ваҡыт ҡурҡыныс хәлгә тарығанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?» — тигән һорауына: "Эйе, заманында Толик (А. Евдокименко) ойошторған «Червона рута» коллективының популярлығыбыҙҙың иң юғары нөктәһендә саҡта беҙҙе ташлауы — минең өсөн иң ҡурҡыныс ваҡиға булды. Улар, уңышҡа минһеҙ ҙә өлгәшерҙәренә өмөтләнеп, «Червона рута» исеме менән аҫтыртын рәүештә китеп, беҙгә хыянат ҡылдылар, " — тип үкенес белдерә. 1986 йылда композитор Владимиром Матецкий менән хеҙмәттәшлек итә башлағс, Ротаруның ижадында ҡырҡа үҙгәреш барлыҡҡа килә. Мәскәүле Владимир Матецкийҙың «Лаванда» һәм «Луна, луна» йырҙары— ул йылда СССР-ҙа иң популяр йырҙарҙан һанала. Ротару һәм Матецкийҙың уртаҡ «Золотое сердце» альбомы мәскәү студия музыканттар тарафынан яҙыла. София Ротару европоп стилендәге композицияларға («Было, но прошло», «Луна»), хатта хард-рок элементтарынаса күсә («Время моё», «Только этого мало»). Матецкий шағир Михаил Шабров менән авторҙаш булып, ысын мәғәнәһендә, Ротару менән хеҙмәттәшлектә монополия хоҡуғын яулайҙар һәм алдағы 15 лет дәүерендә, Ротаруның харизматик шәхесенә һәм уның баһалап бөткөһөҙ вокал үҙенсәлектәренә таянып, 1990—2000 йылдарҙағы концерт программаларына инәсәк иң талантлы әҫәрҙәрен тыуҙыралар. Яак Йоала менән дуэтта йырланған "Лаванда"нан башлап, был ижади берҙәмлектә «Луна, луна», «Было, но прошло», «Дикие лебеди», «Хуторянка», «Засентябрило», «Лунная радуга», «Звезды как звезды», «Ночной мотылёк», «Золотое сердце», «Жизнь моя, моя любовь» һ.б. йырҙар барлыҡҡа килә. 1985 йылда композитор Владимир Мигуля йырсы өсөн махсус «Жизнь» йырын яҙа. 1980 йылдар аҙағына үҙенең гастролдәрҙәге әүҙемлеге һәм музыкаль тулҡындарҙағы даимилығы һөҙөмтәһендә, С. Ротару объектив рәүештә, совет йыр сәнғәтенең лидеры тип таныла. 1988 йылдың 11 майында, заманса поп-йырсылар араһында беренсе булып, Софяи Ротару совет музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур уңыштары өсөн, СССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. Репертурында рус телендәге йырҙары күбәйеү менән бәйле, Украина уны ситкә ҡаға башлай. Милли мәҙәниәткә хыянат итеүҙә ғәйепләүҙәр, милләтселек тойғоларын шаштырыусы провакаторҙарҙың зыян күрһәтеү ихтималынан, Тыуған илендә 1989 йылда үтәсәк «Червона рута» фестивалендә ҡатнашыуҙан Ротару баш тарта. Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы сәбәпле, 1989 йылда Львов ҡалаһының «Дуҫлыҡ» стадионында София Ротаруға ҡарата низағтары булған тамашасылар төркөмө уны «София, тебя ждет кара!» тип яҙылған плакаттар һәм һыҙғырыуҙар менән ҡаршы ала. Был концерт ҡапма-ҡаршы яҡтарҙың ыҙғышы менән тамамлана [33]. Шуға ҡарамаҫтан, София Ротару украин телендә йырлауын да дауам итә һәм ул йырҙарын даими рәүештә концерт программаларының беренсе өлөшөндә башҡара: Н.Мозговойҙың («Край», «Минає день»), А. Близнюктың («Эхо верности»), И. Покладаның («Тече вода», «Бал разлучённых сердец»), һуңғараҡ — Р. Квинтаның («Чекай», «Одна калина», «Туман») әҫәрҙәре шундайҙарҙан була. Ошо осорҙа үҙенең тамашасыларына ул яңы программа әҙерләй: Ивасюктың һәм башҡа киң билдәле украин композиторҙарының һәм шағиҙарының украин телендәге был йырҙары 1991 йылда сығасаҡ «Романтика» альбомына инә. «Червона рута», «Черемшина», «Кленовий вогонь», «Край», «Сизокрилий птах», «Жовтий лист» кеүек, украина эстрадаһының классикаһына әйләнгән йырҙарынан һуң, милләәттәштәре тарафынан уға ғәйеп өйөүҙәр туҡтала . 1991 йылда Ротаруның Матецкий менән бергәлектә — ул осорҙа иң модала булған хард-рок һәм метал стилистикаһындағы йырҙарҙан төҙөлгән LP «Караван любви» ("Sintez Records" фирмаһы , Рига, Латвия) йыйынтығы әҙер була. Бер үк ваҡытта был альбом менән бергә, СССР тарҡалырҙан алда һуңғы эштәре, «Золотое сердце» исемле музыкаль телефильм һәм концерт программаһы ла сыға. Союздың тарҡалыуы София Ротаруның гастролдәре менән бәйле географияһына ла үҙгәреш кертә. СССР Мәҙәниәт Министрлығы артистарға «эҫе нөктәләргә» гастролдәргә сығыу бурысын йөкмәтә. Ротару «Друзья остаются друзьями» һәм «Караван любви» программаларын Вильнюс, Рига, Таллин, Тбилиси, Баку һәм Ереван ҡалалары өсөн әҙерләй. Уңайлыҡтары булмаған шарттарҙа сығыштар яһау сәбәпле, ул саҡта София Ротару үпкәһенә һалҡын алдыра. Был осор тураһында йырсы: «Тамашасылар араһына залға төшмәҫкә мине алдан иҫкәртә торғайнылар, хатта һаҡсыларым була ине…Ләкин — һин үҙең кешегә ни менән киләһең, улар ҙа һиңә шуның менән түләйҙәр, икәнен мин яҡшы белә инем»- тип иҫкә ала. 80-се йылдар аҙағындағы бер йыйылма концертта София Ротару «Тодес» балетының сығышына иғтибар итә һәм уларға хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдим яһай. Биш йыл дауамындағы хеҙмәттәшлек осоронда «Тодес»тың бейеүҙәре уның сығыштарын биҙәй һәм тамашасыларының күңеленә хуш килә. Балеттың художество етәксеһе Алла Духова әйтеүенсә, «Тодес» балеты, Ротару ярҙамы менән, үҙенең ижадында уңыштарға өлгәшә.

1991—1999: яңырыу осоро

үҙгәртергә

1991 йылда София Ротару Мәскәү тамашасылары өсөн үҙенең юбилей программаһын ҡуя. Ижадының 20 йыллығына бағышланған был сарала сәхнәлә йырсы лазер графикаһы, шәмдәр менән биҙәлгән фантастик декорациялар араһынан килеп сыға. Барыһы ла «Червона рута»легендаһын хәтерләтеп тора. «Цветы Софии Ротару» исемле юбилей концерты «Россия» Дәүләт Үҙәк Концерт Залында үтә. Үҙәк телевидение был программаның трансляцияһын күрһәтә, шулай уҡ концерттың телеверсияһы ла видеояҙмала сығарыла. Үҙенең концерт программаларын төҙөү йолаһына тоғро ҡалып, йырсы уның беренсе бүлегендә, ғәҙәттәгесә, йәшлек йырҙарын башҡара. Улар араһында Ивасюктың йырҙарының ремикс-версиялары һәм киң билдәле украин композиторҙары һәм шағирҙарының классикаға әйләнгән эстрада әҫәрҙәре украин телендә яңғырай: «Червона рута», «Черемшина», «Кленовий вогонь», «Край», «Сизокрилий птах», «Жовтий лист». Яңы йырҙарҙан «Танго», «Дикие лебеди» һ.б. башҡарыла. Концертта Ротару менән заманында «Червона рута» фильмында төшкән«Смеричка»ансамбле лә ҡатнаша. Икенсе бүлек «Эхо» йыры менән тамамлана. СССР тарҡалғандан бирле, табыш алыу өлкәһенә әйләнгән музыка донъяһында йырсы Рәсәйҙә шоу-бизнеста төп урынды биләүҙән туҡтамай, шулай уҡ Европалағы һәм АҠШ-тағы рус телле диаспорала ла даими аудиторияһын һаҡлап ҡала ала. 1992 йылда Ротару башҡарыуында— Владимир Матецкий музыкаһы һә Михаил Шабров һүҙҙәренә«Хуторянка» исемле супер-хит сығарыла. Артабан йырсы филармониянан китеп, Ялтала үҙенең шәхси студияһында эшләй. 1993 йылда иң яҡшы йырҙарынан торған «София Ротару» һәм «Лаванда», һуңғараҡ— «Золотые песни 1985/95» һәм «Хуторянка» исемле CD-йыйынтыҡтары сыға. 1995 йылда София Ротару ОРТ телекомпанияһының «Старые песни о главном»тигән музыкаль фильмында ҡатнаша (режиссёры Дмитрий Яковлевич Фикс, продюсеры Константин Эрнст). Унда йырсы И. Дунаевскийҙың М. Исаковский һүҙҙәренә «Каким ты был» йырын башҡара. 1996 йылдң авгусында София Ротару Украина Президентының Почёт билдәһенә лайыҡ була. Шул уҡ йылда «Песня-96» конкурсында София Ротару «1996 йылдың иң яҡшы эстрада йырсыһы» тип таныла һәм Клавдия Шульженко исемендәге махсус приз менән бүләкләнә. 1996 йылғы конкурстың финалына Николай Денисов һүҙҙәренә Лора Квинт яҙған«Ночь любви» һәм Михаил Файбушевич һүҙҙәренә Владимир Матецкийҙың «Нет мне места в твоём сердце» исемле йырҙары үтә. Ошонда уҡ «Лебединая верность» йыры ла башҡарыла. 1997 йылда София Ротару «Иванушки International»төркөмө менән бергә «Москва майская» (Д. һәм Дм. Покрасс музыкаһы, В. Лебедев-Кумач һүҙҙәре) йырын башҡарып, НТВ телекомпанияһының «10 песен о Москве»музыкаль фильмында ( Леонид Парфёнов һәм Джаник Файзиев проекты)ҡатнаша. 1997 йылда София Ротару Ҡырым Автономиялы Республикаһының почётлы гражданины тип таныла, тағы Украина Президенты Л. Кучманың почётлы призына эйә була һәм,молдаван эстрада йыр сәнғәте («Пісенний вернісаж») үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, Молдова Республика Ордены кавалеры исемен ала. 1997 йылдың 16 сентябрендә 77 йәшендә София Ротаруның әсәһе, Александра Ивановна Ротару, вафат була. Был ваҡиға алдынан София Ротару бер-нисә концерт графиктарындағы сығыштарын һәм гастролдәрен туҡтатып тора. «Песня-97» конкурсы финалында «Твои печальные глаза» (Владимир Матецкий музыкаһы, Лилиана Воронцова һүҙҙәре), «Было время» (Владимир Матецкий музыкаһы, Михаил Файбушевич һүҙҙәре) һәм «Свитерок» (Владимир Матецкий музыкаһы, Александр Шаганов һүҙҙәре) йырҙары башҡарыла. 1998 йылда «Extraphone» лейблында София Ротаруның, «Люби меня» исеме аҫтында беренсе рәсми (номерлы) CD -альбомы сығарыла. Ошо йылдың апрелендә Мәскәүҙең Кремль Һарайында Ротаруның «Люби меня» исемле яңы соло программаһының премьераһы үтә. Шулай уҡ 1998 йылда София Ротаруға Украиналағы Халыҡ-ара премиялар Фондының «Ер йөҙөндә изгелек таратыусы» номинацияһында «Николай Чудотворец Ордены» тапшырыла. София Ротару Черновцы ҡалаһының почётлы гражданины тип таныла. Тамашасыларына Николай Расторгуев менән дуэтта «Засентябрило»йырын тәҡдим итә. 1999 йылда «Star Records» лейблы йырсының «Звёздная серия» мираҫынан тағы CD-йыйынтығын сығара. 1999 йыл һөҙөмтәләре буйынса, София Ротару Украинаның «Традиционная эстрада»номинацияһында иң яҡшы йырсы тип танылып, «Золотая Жар-птица»һәм «Ватандың поп-музыкаһын үҫтереүсе» махсус приздары менән бүләкләнә. Ошо уҡ йылда йыр ижадындағы айырым шәхси ҡаҙаныштары, оҙаҡ йылдар дауамындағы фиҙакәр концерт хеҙмәткәрлеге, юғары кимәлдәге башҡарыусы оҫталығы өсөн III дәрәжәле княгиня Ольга ордены менән бүләкләнә. «Рус биографик институты» йырсыны «1999 йыл Кешеһе» тип ололай.

2000—2006: музыкаль лидерлыҡ осоро

үҙгәртергә

2000 йылда Киевта София Ротару «XX быуат Кешеһе», «XX быуаттың иң яҡшы украина эстрада йырсыһы», «Украинаның Алтын тауышы», «Прометей — престиж» премияһы Лауреаты, «Йыл Ҡатын-ҡыҙы» тип таныла. Ошо уҡ йылда «Рәсәй эстрадаһы үҫешендәге айырым ҡаҙаныштары өсөн»,София Ротару «Овация» премияһы Лауреаты була. 2000 йылдың авгусында йырсының рәсми сайты булдырыла. 2001 йылдың декабрендә, ижады хеҙмәтенең 30 йыллығы айҡанлы, София Ротару «Жизнь моя — моя любовь!» исемле яңы соло концерт программаһын сығара. Был концертында, Ротару-режиссёр һәм Ротару-йырсы үҙенең өр-яңы йырҙарын һәм элекке хиттарын заманса башҡарып, тамашасыларын 1970 йылдар экспрессияһынан 1980 йылдар лиризмына, артабан 1990 йылдар драйвына сәйәхәт иттерә. Күп йырҙары, нисә йылдар элек башҡарылыуына ҡарамаҫтан, «ретро» форматына инеп бөтмәй, йырсының һәр концерт программаһында яңыса яңғырай. Программаның премьераһы Мәскәүҙә 13—15 декабрҙә Кремль Дәүләт Һарайында үтә. Яңы «Жизнь моя — моя любовь …»соло программаһы менән София Ротару тағы Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, Украинала һәм Германияла сығыш яһай. Йырсының был программаһы — уның ҡуйыусы режиссёр сифатындағы тәүге эше була. Был һынауҙы ул ҡуйыусы рәссам Борис Краснов менән ижади берлектә йырып сыға. Соло концерттары алдынан, Мәскәүҙең «Крупный план» исемле кино-видеоберләшмәһе 1981 йылда «Мосфильм» киностудияһы тарафынан төп ролдә София Ротару ҡатнашлығындағы төшөрөлгән «Душа»фильмының видеоверсияһын күрһәтә. СССР дәүерендә прокатта 5-се урын яулаған фильм 2009 йылда Ротаруның иң уңышлы кино-эше тип табыла. 2002 йылда «Жизнь моя, моя любовь» исемле йыры менән, Ротару ОРТ каналы ойошторған «Новогодний Огонёк» тапшырыуын асып ебәрә. 20 ғинуарҙа йырсының «Жизнь моя — моя любовь» юбилей соло программаһының телеверсияһы премьераһы үтә. София Ротаруның 2 мартта «Метелица» кәйеф-сафа ҡороу комплексындағы клуб- концерты Мәскәүҙең мәҙәни тормошонда үҙенсәлекле ваҡиға була. 6 мартта Украина Президенты Л. Д. Кучма, «фиҙакәр хеҙмәте, юғары профессионализмы һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы», София Ротаруны I дәрәжәле княгиня Ольга ордены менән бүләкләй. Апрелдә йырсының, Бөтә Рәсәй буйынса гастролдәр турнеһының, Алыҫ Көнсығыштан алып, Рәсәйҙең көньяҡ региондары үҙ эсенә алған беренсе өлөшө, башлана. Турҙың икенсе яртыһы 2002 йылдың сентябрендә, Германия ҡалаларына гастролдәр алдынан, үтә. 2002 йылда «Я тебя по-прежнему люблю» исемле яңы альбомы сыға. Альбомдың рәсми танылыуы 23 апрелдә Мәскәүҙең «Extraphone»студияһында үтә. Был альбомға керәсәк йырҙарҙы ижад итеү өсөн, Руслан Евдокименко, талантлы йәш авторҙар Руслан Квинта менән Дмитрий Маликовты саҡыра һәм улар ярҙамында, продюсерлыҡҡа тәжрибә туплай. Шулай ҙа был йыйынтыҡҡа ингән композицияларҙың күбеһе, быныһынан алда, 1998 йылда, сыҡҡан«Люби меня» альбомындағы кеүек, композитор Владимир Матецкийҙыҡы була. Яңы тыуған ейәнсәренә бағышлаған«Девчонки с гитарой»исемле йәштәр драйвы, Римма Казакова авторлығындағы «Не спросишь» һәм R&B стилендәге «Жизнь моя, моя любовь»йырының ремикстары менән бергә, София Ротаруның 30 йыллыҡ ижадында тәүгә яҙыла. Тираждың бер өлөшө уның «Отпусти»исемле яңы йырының бонус-трегы һәм ҡултамғалы плакаты менән бергә, эксклюзив бүләк рәүешендә, махсус биҙәлеш менән сығарыла. 24 майҙа Киевтең Халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт бинаһы алдында, Украинаның Йондоҙҙар Аллеяһын асыу тантанаһында «София Ротару йондоҙо» ҡабындырыла. София Ротаруның тыуған көнөндә, 7 августа, «украин дәүләтенең милли сәнғәтен байытыусы шәхси ҡаҙаныштары, милли-мәҙәни традицияларҙы һаҡлау һәм украин халҡының мираҫын үҫтереүҙә фиҙакәр хеҙмәте өсөн», уға дәүләттең иң юғары «Украина Геройы» исеме бирелә. 2002 йылдың 9 авгусында «эстрада сәнғәтен һәм рәсәй- украина мәҙәни бәйләнештәрен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө» өсөн, Рәсәй Федерацияһының Президенты Указы менән София Ротаруға Почёт ордены тапшырыла. 17 августа Ялта ҡалаһы көнөндә, Киевтан махсус килтерелгән яҡтылыҡ, лазер, пиротехника эффекттары менән биҙәлгән «Авангард» стадионында, София Ротару 6 мең тамашасы алдында сығыш яһай. Ошо уҡ йәйҙә Мәскәүҙә, «Extraphone» лейблында «Золотые песни 85-95» һәм «Хуторянка» альбомдарының үҙгәртелгән версиялары сыға. Тираждың күпмелер өлөшө, бүләккә бонус-трек һәм София Ротаруның ҡултамғаһы ҡуйылған плакаты менән бергә, тарала. 23 октябрҙә, сираттағы инсульт кисереп, Киев клиникаһында, София Ротаруның ире Анатолий Кириллович Евдокименко вафат була. Был ваҡиғанан һуң, София Ротару бөтә концерт һәм телевидение сығыштарын туҡтата, «Золушка» мюзиклында киноға төшөүҙән баш тарта, 30 йыл эсендә беренсе тапҡыр, «Йыл йыры» фестиваленең финалында ҡатнашмай. Ауыр юғалтыуҙан һуң, Ротару, ваҡытлыса, гастролдәренә лә сығыуҙан туҡтарға мәжбүр була. 25 декабрҙә Мәскәүҙә «Extraphone» лейблында сыҡҡан «Снежная Королева» йыйынтығының рәсми презентацияһы үтә. Тираждың бер өлөшөн йырсының плакаты өҫтәлгән эксклюзив бүләк альбомдар рәүешле сығарыла. 2002 йылда режиссёр Валериу Гаджиуҙың «Молдова-Фильм»киностудияһында 1980 йылда төшөргән «Где ты, любовь?»фильмының видеоверсияһына рәсми релиз сыға. Фильмдың видеоверсияһын «АРЕНА корпорацияһы» нәшер итә. Төр ролдәрҙә София Ротару, Григоре Григориу, Константин Константинов, Евгений Меньшов, Екатерина Каземирова, Виктор Чутак уйнай. Йырсы үҙенең күп йырҙары өсөн бек-вокал яҙған гитарист Василий Богатырев менән хеҙмәттәшлек итә башлай. 2002 йылда Гэллап Институтының социологик хеҙмәте үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәткәнсә, Рәсәйҙең иң популяр башҡарыусылары һәм төркөмдәре араһында София Ротару икенсе урынды биләй. 2003 йылдың 11 апрелендә украин авторҙары Олег Макаревич һәм Виталий Куровский үҙҙәренең «Белый танец» композицияһын София Ротаруға тәҡдим итә. Ижадының яңы этабы Мәскәүҙәге «Россия» концерт залының алдындағы аллеяла уның исеменә бағышланған йондоҙ ҡуйыуҙан башлана. Композиторҙар Руслан Квинта («Одна калина»), Олег Макаревич («Белый танец»), Константин Меладзе («Я же его любила», «Один на свете») һәм шағир Виталий Куровский Ротару менән хеҙмәттәшлек итеүсе төп авторҙар рәтенә инә. Ошо уҡ йылда София Ротаруның украин, молдаван/румын телдәрендә башҡарған йырҙарынан төҙөлгән һәм иренең рухына бағышланған «Единственному» исемле альбомы һәм «Листопад»йыйынтығы нәшер ителә. 2004 йылда, дүрт йыллыҡ тәнәфестән һуң, София Ротару Чикагола һәм Атлантик-Ситила иң абруйлыТадж-Махал театр-казиноһында ике ҙур соло-концерт бирә. [34] 2004 йылдау «Небо — это Я» һәм «Лаванда, Хуторянка, далее везде…», 2005 йылда — «Я же его любила»альбомдары донъя күрә. 2004, 2005[35] һәм 2006[36] йылдарҙа социологик агентстволар рейтингыһында София Ротару Рәсәй тамашасыларының иң яратҡан йырсыһы иҫәбендә була.

2007: 60 йәшлек юбилейынан һуңғы ижади осоро

үҙгәртергә

2007 йылдың 7 авгусында София Ротару үҙенең 60-йәшлек юбилейын билдәләй [37]. Уны яратҡан йөҙәрләгән тамашасылары, билдәле артистар һәм сәйәсмәндәр, уны ҡотлар өсөн, ер йөҙөнөң төрлө мөйөштәренән Ялтаға ашыға. Украина Президенты В. Ющенко София Ротаруны II дәрәжәле «За заслуги» ордены менән бүләкләй. Юбилей айҡанлы тантаналы ҡабул итеүҙәр Ливадий һарайында уҙғарыла. Йырсыны данлауҙар сентябрь айында Сочила йәш башҡарыусыларҙың музыкаль конкурсында («Пять звёзд») дауам итә, конкурстың бер көнө уның ижадына бағышлана. 2007 йылдың октябрендә Кремль Дәүләт Һарайында, Рәсәйҙең һәм Украинаның бик күп билдәле артистары ҡатнашлығында, С. Ротаруның юбилей концерттары үтә.2007 йылда Рус радиоһының «Золотой граммофон» дүрт аҙна дауам иткән чартында «Я твоя любовь» синглы беренсе урынға сыға[38]. 2008 йылдың мартынан майға ҡәҙәре София Ротару Рәсәй буйлап юбилей турнеһында сығыштар ҡуя. 2011 йылдың октябрендә София Ротару юбилей концерттарын Мәскәүҙә (Ҙур Кремль һарайы) һәм Санкт-Петербургта (Боҙ һарай)дауам итә. Концерттар ижадының 40-йыллығына арнала. Хәҙерге ваҡытта Ротару дөйөм концерттарҙа һәм телепрограммаларҙа ҡатнаша, һирәкләп, ҙур булмаған гастролдәр турына ла сыға. Соло концерттарында, ҡайһы саҡта ғына музыкаль коллективы ярҙамында дабл-трек ҡулланып, йышыраҡ тик тере тауышҡа йырлай. 1973—2011 йылдарҙа (2002 -ән башҡа) үткәрелгән «Йыл йыры» фестивале тарихында, уның финалында башҡарған йырҙарын иҫәпләп сығарыу шуны асыҡлай: 38 фестивалдә, барлығы 83 йыр башҡарып, бөтә ҡатнашыусылар араһында Ротару абсолют рекорд яулаған[39].

София Ротаруның 2012—2013 йылдарҙағы ҙур юбилей гастролдәре

2012 йылда артис, Рәсәй ҡалалары буйлап, юбилей турына сыға. Октябрҙә концерттар Томск, Омске, Барнаул, Түбәнге Новгород, Екатеринбург тамашасыларын йыя. «Кремль концерт» компанияһы юбилей турының ойоштороусоһы була. 2013 йылдың март аҙағында Ротару Рәсәй һәм Ҡазаҡстан ҡалаларында гастролдәрҙә йөрөй . 2013 йылдың 2 сентябрендә София Ротару, композитор Руслан Квинта менән хеҙмәттәшлек итеүенең 10-йыллығына арналған өр-яңы «Прости» синглын сығара. 28 октябрҙән София Ротаруның рәсми сайты тергеҙелә. Аудио- видеоматериалдар күбәйә. 2013 йыл аҙағына Ротару авторҙаштары Р. Квинта һәм В. Куровский менән «Ты самый лучший» исемле яңы йырын сығара. Ул тере инструменттар ярҙамында, гуцул этникаһы стилендә, башҡарыла. 2013—2014 йылғы Яңы йыл төнөндә Ротару «Россия» телевидениеһының «Беренсе канал»ында яңы йыры менән сығыш яһай. 2014 йылдың 24 ғинуарында, 1998 йылдарҙа яҙылып та, бер ҡайҙа һәм бер ҡасан яңғырамаған, украин телендә йырлаған «Прощай»йыры башҡарыла.

1962—1967: карьераһының башы һәм украинса поп-фолк

үҙгәртергә

1968—1973: халыҡ-ара танылыу

үҙгәртергә

1974—1979: яңы авторҙар һәм молдаванса лиризм

үҙгәртергә

1980—1985: йырсының күтәрелеүе һәм яңы хеҙмәттәшлеге

үҙгәртергә

1986—1989: европоп и хард-рок тулҡынында

үҙгәртергә

== 1991—1999: яңырыу осоро ==т

2000—2006: музыкаль лидерлыҡ

үҙгәртергә

2007: 60 йәшлек юбилей

үҙгәртергә

Ғаилә хәле

үҙгәртергә

Сәхнә исеме

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Наградалары

үҙгәртергә

Приздары һәм премиялары

үҙгәртергә

Бағышлауҙар

үҙгәртергә

Дискография

үҙгәртергә

Фильмография

үҙгәртергә

Музыкаль телефильмдары

үҙгәртергә

Нәфис фильмдары

үҙгәртергә

«Йыл йыры» фестивалдәрендә ҡатнашыуы

үҙгәртергә

«Алтын граммофон» музыкаль премиялары

үҙгәртергә

Видеография 1981—2010

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.

Һылтанмалар

үҙгәртергә