6 июль
көнө
(6 июля битенән йүнәлтелде)
6 июль — григориан стиле буйынса йылдың 187-се (кәбисә йылында 188-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 178 көн ҡала.
6 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя үбешеү көнө.
- АҠШ: Долларҙың тыуған көнө.
- Ҡаҙағстан: Баш ҡала көнө.
- Лесото: Ғаилә көнө.
- Литва: Дәүләтселек көнө.
- Малави: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Финляндия: Эйно Лейно (Йәй һәм шиғриәт) көнө.
- Чили: Ағас ултыртыу көнө.
- Ер: Бөтә донъя кардиологтар көнө.
- Перу: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының финанс хеҙмәте көнө.
- 1661 йыл: Иркутск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1785: Доллар АҠШ-тың милли валютаһы итеп раҫлана.
тулы исемлек
- 1874: Рәсәй императоры Александр II Башҡорт эскадроны ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя.
- 1885: Белорет районының Сермән ауылында урыҫ-башҡорт башланғыс училищеһы (хәҙер урындағы урта мәктәп) асыла.
- 1899: Полярный ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1921: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты урыҫ теле менән бер рәттән башҡорт теленә дәүләт статусын биреү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1926: СССР-ҙа тимер юлының электрлаштырылған тәүге тармағы асыла.
- 1980: «Московские новости» аҙналыҡ гәзите рус телендә баҫыла башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Никитин Юрий Ерофеевич (1935—21.04.2004), ғалим-физик-химик. 1959 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Химия институты хеҙмәткәре, 1971 йылдан лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1980 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1983). РСФСР-ҙың (1990), Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән Мәскәү өлкәһе Пушкин ҡалаһынан.
- Түрйәнов Фәрит Сәйет улы (1940), зоотехник, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1979 йылдан Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — идаралыҡ начальнигы, 1994—2000 йылдарҙа ауыл хужалығы продуктарының сифаты буйынса инспекцияның баш инспекторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Сығышы менән ошо райондың Мөсәт ауылынан.
тулы исемлек
- Михайлова Наталья Александровна (1950), ғалим-микробиолог. 1973 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, 1981 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан директорҙың технология буйынса урынбаҫары; 2000 йылдан Рәсәй Медицина фәндәр академияһының И. И. Мечников исемендәге Вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире һәм директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәйфуллина Сәүиә Ҡасим ҡыҙы (1956), табип, 1980 йылдан Күмертау ҡала дауаханаһы педиатры. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Вафин Альберт Закир улы (1937), ғалим-хирург. 1967 йылдан Ставрополь медицина академияһы уҡытыусыһы, 1990—2011 йылдарҙа госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1990 йылдан Эхинококкозды диагностикалау һәм дауалау буйынса край үҙәгенең ғилми етәксеһе. Нью-Йорк Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районының Шәрип ауылынан.
- Каткова Тамара Ларионовна (1937), хеҙмәт алдынғыһы. «Почёт Билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинатының 1966—2001 йылдарҙағы өлкән мастеры һәм цех начальнигы. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Сығышы менән Бөрө районы Ҡуян ауылынан.
- Калита Николай Петрович (1952—18.02.2013), хеҙмәт алдынғыһы. 1977—2008 йылдарҙа Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эшсеһе. Рәсәй Федерацияһының почётлы металлургы (2005). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мартынов Иван Васильевич (1933), механизатор. 1962—1997 йылдарҙа Йәрмәкәй районы «Спартак» совхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғәбделғәлиева Зәйнәб Бәҙретдин ҡыҙы (1913—11.09.2020), йөҙйәшәр. Дүртөйлө районының элекке «Әсән» хужалығы колхозсыһы. Сығышы менән Әсән ауылынан.
тулы исемлек
- Климкин Пётр Филиппович (1933), механизатор. 1960—1985 йылдарҙа Хәйбулла районы «Урал» совхозы тракторсыһы, комбайнсыһы, слесары. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мордовия Республикаһының Клчетовка ауылынан.
- Мозафаров Әмир Нурлығаян улы (1928—?), нефтсе. 1952—1983 йылдарҙа «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Шланлыкүл ауылынан.
- Әхмәтов Фәнил Нияз улы (1938), табип. 1967 йылдан Дүртөйлө районы Әңгәсәк участка дауаханаһының баш табибы; 1977—2006 йылдарҙа Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән ошо райондың Әсән ауылынан.
- Алексеев Сергей Васильевич (1968), инженер-ғалим. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1994 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы, 2000 йылдан «Паллада» фәнни-производство фирмаһының техник директоры, 2005 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (2000), доцент. Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Перлов Николай Алексеевич (1949), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. «БашНИИнефтемаш» дәүләт унитар предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1755: Джон Флаксман, Англия рәссамы, гравёр һәм скульптор.
- 1785: Уильям Гукер, Англия ботанигы, үҙ иленең, шулай уҡ Африка һәм Америка флораһы буйынса күп фәнни хеҙмәттәр авторы.
- 1865: Эмиль Далькроз, Швейцария композиторы, педагог.
- 1885: Владимир Артемьев, СССР-ҙың дары ракеталары конструкторы, реактив миномёт снарядын эшләүсе.
- 1885: Александр Таиров, режиссёр, Камера театрын нигеҙләүсе һәм уның тәүге етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1935).
- 1905: Хуан О’Горман, Мексика рәссамы, архитектор.
- 1910: Борис Константинов, СССР ғалим-физигы, академик, Ленин һәм Сталин премиялары лауреаты.
- 1925: Билл Хейли, Америка музыканты, йырҙар авторы, рок-н-ролл башҡарыусы йырсы.
- 1930: Карлис Зариньш, СССР һәм Латвияның опера йырсыһы (драматик тенор), педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1935: Тензин Гьяцо, буддистарҙың дин әһеле, 14-се далай-лама, Нобель тыныслыҡ премияһының 1989 йылғы лауреаты.
- 1940: Виктор Кузькин, СССР хоккейсыһы, өс тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1940: Нурсолтан Назарбаев, Ҡаҙағстандың беренсе президенты.
- 1946: Джордж Буш, Америка Ҡушма Штаттарының 43-сө президенты.
- 1965: Юрий Грымов, Рәсәйҙең театр һәм кино режиссёры, сценарист, продюсер.
- 1975: 50 Cent (төп исеме Кёртис Джексон), Америка музыканты, актёр, яҙыусы һәм продюсер.
- 1980: Ева Грин, Францияның кино, театр һәм телевидение актрисаһы.
- 2014: Сафуан Әлибаев, башҡорт шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры.