Буддизм
Будди́зм (санскр. बुद्ध धर्म, buddha dharma IAST; пали बुद्ध धम्म, buddha dhamma, «Асыҡ яҡты күңелленең ғилеме»[1]) — яңы эраға тиклемге VI б. аҙағында Төньяҡ Һиндостанда барлыҡҡа килеп, Тибет, Монголия, Һинд-Ҡытай, Ҡытай, Мьянма (Бирма), Япония һәм башҡа ҡайһы бер Көнсығыш илдәрҙә таралған дин[2].
Тәп тәғлимәт
үҙгәртергәБ. э. т. VI быуат урталарында, хәҙерге Һиндостан урынындағы дәүләттәрҙең береһендә, батша улы Сиддхартха Гаутама донъяға килә. Яңы тыуған балаға яңғыҙлыҡта ғүмер кисергән дәрүиш юлын юрағандар. Ул ваҡытта Һиндостанда йәненә рухи хаҡлыҡ эҙләп, асығып хәрәкәтһеҙ ултырған, ауыртыуға түҙергә күнеккән йогтар күп булған. Батша улын һарәйҙан ситкә сығармай тотҡан. Гаутама нужа күрмәй үҫә. 16 йәшлек сағында ҡалала мәрхүмдәрҙе ерләгәнде, ауырыуҙарҙы, ҡарттарҙы күреп тетрәнә. Был күренештән һуң ул донъяға хаҡлыҡ аса һәм ул Буддаға, йәғни аң-зиһененә асыллыҡ килгән дәрүишкә әйләнә.
Ул донъяға дүрт хаҡлыҡты аса:
- тормош — ул яфа сигеү;
- яфа сигеүҙәрҙең сәбәбе — кешенең байлыҡ, власть яратыуында; шулар кешене яңынан тыуып яфа сигергә мәжбүр итә.
- яфа сигеүҙең аҙағы — теләктәрҙең ҡабат тыумауында;
- һәр кем теләктәрҙең яңынан тыумауын, йәғни ҡотолоу юлын үтә ала.
Ғазаптарҙан ҡотолоу өсөн һәр кем тыйнаҡ, баҫалҡы булырға тейеш, тереклеккә зян килтермәҫкә, эсеүҙән, енси аҙғынлыҡтан тыйылырға тейеш. Ошо юлды үткән кеше ҡабат тыуыу түңәрәген үтеп нирванаға (тыныслыҡ хәленә) «үлем һәм ҡартлыҡ булмаған утрауға етә.»
Гаутама вәғәзен тыңларға бик күп кеше йыйылған. Улар араһында сауҙагәрҙәр, ауыл эшсәндәре, яугирҙәр булған. Ҡайһы берҙәре ғаиләһен, йортон ҡалдырып уның дауамсыһы булып киткән. Уның ғилемен дауам итеүселәр уны «Дхарма» (ҡанун, ғилем) йәки «Буддхадхарма» (Будда ғилеме) тип атайҙар. «Буддизм» терминын европалылар XIX быуатта ҡуллана башлай[3].
Төрлө ғөрөф-ғәҙәттәре булған бик күп халыҡтар ҡабул иткән, донъялағы иң боронғо диндәрҙең береһе тип һанала.
Бөтә донъяла Буддизм динен тотоусылар һанын билдәләү, һанау ысулына ҡарап, төрлөсә тирбәлә, иң әҙе 350—500 млн тип билдәләнә[4]. Буддистар күберәк Көньяҡ Азия, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә йәшәй: Бутан, Вьетнам, Һиндостан, Камбоджа, Ҡытай (шулай уҡ Сингапур Малайзия), Корея, Лаоста йәшәгән ҡытай халҡы), Монголия, Мьянма, Непал, Таиланд, Тибет, Шри-Ланка, Япония. Рәсәйҙә буддизм динен Бурятия, Ҡалмыҡстан, Тыва халҡы тота. Һуңғы йылдарҙа будда общиналары Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа эре ҡалаларҙа барлыҡҡа килде.
Йылдар уҙған һайын Будданың абруйы үҫә бара, ул, ғөмүмән, Алла дәрәжәһендә ҡарала башлай. Будда дине, Һиндостанда тыуып, унда тамыр йәйгән булһа ла, саф милли күренеш булып ҡына ҡалмай, Ер шарының Көнсығыш тѳбәгендә урынлашҡан ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге халыҡтарға ла үҙенең йоғонтоһын ирештерә. Был яҡтан ҡарағанда, Будда диненең Ҡытай, Япония, Монголия һ. б. илдәрҙә яралыуы тураһында әйтмәй булмай.
Буддизм Ҡытайҙа
үҙгәртергәҠытайҙа ул I быуаттың уртаһында махаяна шәкелендә барлыҡҡа килә. Быны бигерәк тә Ҡытайҙың саүҙа элемтәләре үҫә башлау менән аңлатырға кәрәк. Ill—IV быуаттарҙа Ҡытайҙың төньяҡ династия башлыҡтары будда динен көньяҡ династияларе менән көрәштә файҙаланырға тырыша. Буддизмға конфуцианлыҡ ҡаршы төшә, будда дине монастырҙары көсѳн юғалта, ә конфуцианлыҡ идеологияһы буддасыларҙы ҡыҫырыҡлай бара. Ике дин араһындағы көрәш XX быуатта ла дауам итә әле.
Буддизм Японияла
үҙгәртергәЯпонияға будда дине VI быуат урталарында Ҡытай аркылы үтеп керә башлай. Был илдә буддизм күп төрлө секталарҙа кәүҙәләнә. XII быуатта Японияла амидаизм сектаһы барлыҡҡа килә. Уның төп эстәлеген йәннәт менән тәмуғ тәғлимәте тәшкил итә. Был динде тотоусыларға «ҡотҡарылыу» өсөн ябай ғына ҡағиҙәне үтәү һорала, ул да булһа, Амида (Амитаба) буддаһының исемен туҡтамайса ҡабатлау таләп ителә (кара: Краткий научно-атеистический словарь.— M., 1964.—С. 98). Японияла буддизмдың мөһим үҙенсәлеге шунда: ул, Һиндостан буддасыларынан айырмалы булараҡ, әхлаҡи нормаларҙы үтәүҙән азат. Хатта, киреһенсә, бында монахтарҙан һуғышсан рух талап ителә. Самурайлыҡты Японияла будда диненең үҙенсәлекле бер сағылышы тип ҡарарға кәрәк.
Буддизм Монголияла
үҙгәртергәМонголияла буддизмдың иң таралған сектаһы ламаизм тип атала. Ул XVI быуатта барлыҡҡа килә, XVI быуатта Бурятияға, һуңыраҡ Туваға һәм ҡалмыҡтарға үтеп керә. Лама, ҡағиҙә буларак, барлык монахтарҙы (ҡалмыҡтарҙа Лама — дин башлығы) аңлата, ә будда дине башында тороусолар «далай-лама» тип аталалар. Ғөмүмән, Монголия һәм Бурятияла лама «тере Будда» тип һанала. Был илдәрҙә ламаизм — киң йәйелгән күренеш. Будда дине нормаларын үтәү улар өсөн мәжбүри талап һанала, ләкин был тѳбәктәрҙәге буддизмға шаманлыҡ сифаттары ла хас. Улар тәбиғәт предметтары (тауҙар, йылғалар) рухына ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡағиҙә итә, ҡайһы бер хайуандарҙы (мәҫәлән, этте) «изге» тип һанай.
Будда дине шаҡтай төрлөсә. Ләкин ул, ниндәй генә шәкелдә булмаһын, үҙенең төп үҙенсәлеген, эске асылын юғалтмаған. Будда диненең төп принцибы — йәшәү бығауынан ҡотолоу, уның гүзәл сифаттарынан арынырға тырышыу.Һѳҙѳмтәлә — социаль тормоштан ситләшеү, индивидуаллеккә бирелеү, ысынбарлыҡтағы рухи һәм физик сығанаҡтарҙан баш тартыу, ваз кисеү. Ләкин, донъялағы башҡа нәмәләр кеүек үк, Будда дине лә бер урында ғына тормай, үҙгәрә бара. Мәҫәлән, XX быуат уртаһында Вьетнам буддасылары Көнбайыш империалисттарына ҡаршы йәйелгән милли азатлыҡ хәрәкәтендә актив ҡатнаштылар, социаль тормоштан ситтә ҡалманылар.
Башҡа диндәрҙән айырмаһы
үҙгәртергәМонотоетик диндәрҙән айырмалы булараҡ (иудаизм, христианлыҡ, ислам), буддизмда түбәндәгеләр юҡ[5]:
- сикһеҙ ҡкүәтле, ижад итеүсе алла,
- донъяның яралыуы, донъяны бер кем дә тыуҙырмаған һәм ижад итмәгән[6]; в то же время вопрос о том, есть ли у мира начало, считается «не имеющим ответа»[7],
- мәңгелек йән,
- гөнаһ ғафу ителеү,
- тылсымлы көстәргә ышаныу,
- ысын күңелдән бирелгәнлек,
- дини ойошма, буддизмдағы сангха ойошма түгел, төркөм,
- бидғәт, буддизмада был юҡ[8]:
- дөйөм диги текстар юҡ.
- барлыҡ мәктәптәр өсөн дөйөм догмалар юҡ.
- донъя бер генә түгел, донъялар сикһеҙ[9],
- алла ҡөҙрәте юҡ[9],
- башҡа диндән баш тартыу юҡ[10],
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Online Sanskrit Dictionary (инг.) Buddha — Просветленный (The Enlightened One). Dharma — Закон, Истина, Учение (Law, Truth, Doctrine).
- ↑ Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Торчинов Е. А. Введение в буддологию — стр. 5.
- ↑ Major Religions Ranked by Size 2010 йыл 29 ғинуар архивланған.; U.S. State Department’s International Religious Freedom Report 2004. http://www.state.gov/g/drl/rls/irf/2004/ Accessed 20 September 2008; Garfinkel, Perry. «Buddha Rising», National Geographic Dec. 2005: 88-109; CIA — The World Factbook 2010 йыл 5 ғинуар архивланған.
- ↑ Лысенко, 2003, с. 8—9
- ↑ Лысенко, 2009, с. 172
- ↑ Торчинов, 2000, с. 23—24
- ↑ Лысенко, 2003, с. 10
- ↑ 9,0 9,1 Лысенко, 2010
- ↑ Лысенко, 2003, с. 25
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. (тат.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рон Хаббард «Гимн Азии» (рус.)